Башланған эштең бөткәне яҡшы.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • БАШ ҠАЛАЛА ТӘҮГЕ СТУДЕНТ ҺАБАНТУЙЫ ҮТТЕ
  • Ураҙа байрамы менән!
  • Йәштәр, һеҙҙе байрам менән!
  • Донъя яңылыҡтары
  • Телеңде йоторлоҡ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Һыйыр һауыу – ирҙәр эше түгел, тиһәләр ҙә...» Иҡтисад
    Шәүәли ағайҙы ҡураһында һарыҡ-кәзәләр менән «мәж» килгән, малдар менән һөйләшә-һөйләшә уларға һыу эсергән ерендә тап иттем. Эстән генә: «Малдың телен белә, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр икән...» – тип уйлап ҡуйҙым. Былтыр 75 йәшлек юбилейын билдәләһә лә, Шәүәли Вахитов балалары менән бергәләп әллә күпме мал аҫрай, хужалығын гөрләтеп алып бара – Социалистик Хеҙмәт Геройының башҡаса тормош көтөүе мөмкинме һуң?!Һәр замандың үҙ геройы, тигәндәй, йәштәр, бөгөнгө йәштәр араһында Социалистик Хеҙмәт Геройы Шәүәли Вахитов хаҡында ентекле белмәүселәр ҙә барҙыр. Башҡортостандың ғорурлығы, ысын геройыбыҙ Шәүәли ағай малсылыҡ өлкәһендә – һауынсы булып яҡшы эшләгәне өсөн 1966 йылда Социалистик Хеҙмәт Геройы исемен алған. Шулай уҡ малсы Ленин, Октябрь Революцияһы, Халыҡтар Дуҫлығы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы ордендары һәм әллә күпме миҙал менән бүләкләнгән.
    Шәүәли Вахитов заманында йылына бер һыйырҙан 6500 литрҙан ашыу һөт һауып алған. Ир һауынсылар араһында беренселәрҙән булып Социалистик Хеҙмәт Геройы исеменә лайыҡ булған, һөт һауыу буйынса республикала ҡуйған рекордын әллә нисәмә йылдар тотоп торған. Ул әле һаман да биш малайы, ейән-ейәнсәрҙәре, хатта тотош республикабыҙ өсөн ныҡлыҡтың, хеҙмәтте яратыуҙың ысын маяғы булып тора.
    Көйөргәҙе районының Ялсыҡай ауылы бөтә Рәсәйгә билдәле һауынсы – Шәүәли Вахитов менән лайыҡлы рәүештә ғорурлана. Йыл һайын районда Шәүәли Вахитов исемендәге призға һауынсылар конкурсы ойошторола, унда премияны Социалистик Хеҙмәт Геройы үҙе тапшыра. Ғөмүмән, районда бер генә мөһим сара ла Шәүәли ағайһыҙ үтмәй тиерлек. Миҙал-ордендар менән тулы костюмына, үҙе әйтмешләй, «көйә ҡунырға форсат юҡ!». Әллә нисәмә быуында хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүҙә мөһим роль уйнаған, бөгөн дә тырышып донъя көткән Шәүәли Вахитов менән Хеҙмәт байрамы алдынан әңгәмә ҡорҙоҡ.

    – Шәүәли ағай, һаман да күп итеп мал аҫрайһығыҙ, арытманымы, ялҡытманымы һуң?
    – Ю-уҡ, рәхәтләнеп эшләйем. Беләктә көс барҙа, донъялар имен торғанда, эш – үҙе бер бәхет бит ул. Бына һарыҡ-кәзәләрҙе ихатала ғына аҫрайым әле, юҡһа, юғала ла бөтә – донъя малының ҡәҙерен белергә, уны ишәйтергә тырышырға кәрәк, шунда ғына эшең дә ырай, һөҙөмтә лә күренә.
    – Әле һаман да һыйыр һауаһығыҙмы?
    – Юҡ, инде ул эш менән булышмайым, балалар, килен бар бит: «Атай, етәр, инде үҙебеҙ!» – тиҙәр. Шулай ҙа һыйыр «ене» ҡағылғандыр инде, көн һайын мал-тыуар эргәһендә сыуалам, мал ихлас бит, башым ял итеп ҡала.

    – Шәүәли ағай, һеҙ һыйыр һауырға бәләкәй саҡтан, ғаиләлә үк өйрәндегеҙме?
    – Юҡ, мин дә, башҡа малайҙар кеүек үк, атайым менән көтөү көтөп, ырҙында эшләп буй еткерҙем. Бала сағым һуғыш йылдарына тура килгәс, бөтә халыҡ менән бергә тормоштоң әсе-сөсөһөн күрергә тура килде. Ғаиләлә алты бала үҫтек, атайым фин һуғышында яраланып ҡайтҡас, һуғышҡа саҡырылманы, әсәйем һуҡырайҙы. Э-э-й, балалар, күргәндәрҙе һөйләй башлаһаң, күҙгә йәш тула, һаман да аптырайым – бигерәк ҡыйын саҡтар булған, көс тә кәрәк, рух ныҡлығы ла һынырға тейеш түгел ине. Үгеҙ менән ер һөрәбеҙ, һыйыр менән тупраҡты тырматып сығабыҙ, үҙебеҙ шул мәхлүк малды йәлләп бер булабыҙ.
    Мин һигеҙенсе синыфты бөтөргәйнем инде, ферма мөдире килеп эшкә саҡырҙы, иҫәпсе булып эшкә керештем. Үҙем ҡурҡам, һандар менән эш итеү еңелдән түгел бит, етмәһә, заманаһы ниндәй! Һәр баш мал ғына түгел, бер семтем фураж, бер бөртөк һалам да иҫәптә тигәндәй. Шулай ҙа иҫәпсе эшен дә матур ғына башҡарҙым, дөрөҫөн генә әйткәндә, ферма мөдире үҙе имзаһын да ҡуя белмәй ине, шуға ла миңә икеләтә яуаплылыҡ төштө.
    Фермала бригадир итеп тәғәйенләнгәс, 7 – 8-се синыфты ғына бөткән ҡыҙҙарҙан торған өр-яңы һауынсылар бригадаһы йыйҙым. Арыҡ ҡына, бала ғына ҡыҙҙарым шулай матур итеп эшләне – беҙҙең бригада гел алдынғыларҙан булды.
    Ә һыйыр һауа башлауым көтмәгәндә килеп сыҡты – бер туған һеңлем һауынсы булып эшләй ине. Уны Мәскәүгә партия съезына саҡырҙылар. Шул ваҡыт, ҡарауһыҙ ҡалған һыйырҙарын йәлләп, икенсе кешегә биргем килмәй, үҙем һауа башланым. Мәскәүҙән ҡайтҡас, ул декрет ялына китте, шулай итеп, үҙ теләгем менән һыйыр һауырға тотондом.

    – Ир кешенең һыйыр һауыуына төрлө ҡараш булғандыр инде?..
    – Э-эй, ысынлап та, ҡолаҡ итен ашаусылар күп булды. Йәнәһе лә, «һыйыр һауыу – ирҙәр эше түгел». Был мәғәнәһеҙ һүҙҙәргә иғтибар бирмәнем, һис тә үпкәләп йә аптырап торманым. Әйткәндәй, күп тә үтмәй үҙебеҙҙең колхозда өс ир һауынсы булып китте, тик улар оҙаҡ эшләмәне, эштең ауырлығына сыҙаманылар, шикелле.
    Сәмләнеп эшләгәс, эшемде яратҡас, ул ырамлы барҙы, тәүге айҙарҙа уҡ күрһәткестәрем башҡаларҙыҡынан артып китте. Тәүге йылда уҡ һөт һауыу буйынса Башҡортостанда ул ваҡыттағы иң юғары күрһәткескә өлгәштем.

    – Бер уҡ ҡурала, бер үк шарттарҙа аҫралған, бер үк төрлө һыйырҙарҙан нисек итеп төрлө күләмдә һөт һауып була һуң ул?
    – Эшеңә нисек ҡарайһың бит – фуражды ҡоро көйө генә һибеп сыҡҡандар ҙа була. Һыйырҙарҙың аҫтын даими таҙартыу, уларға йылы һүҙеңде йәлләмәү ҙә яҡшы һөҙөмтә бирә. Һуғыш бөтөп, заманалар бер ни тиклем яйланғас, фураж күпме теләһәң – шунса булды. Бигерәк тә тырышҡан, хеҙмәтенә мөкиббән бирелеп, бөтә күңеле менән эшләгән кешеләр өсөн артабан да юғары күрһәткестәргә өлгәшерлек шарттар тыуҙырылды. Шарттар лайыҡлы итеп эшләгеһе килгәндәр өсөн етерлек, бер кимәлдә булды. Бары тик ялҡауланмаҫҡа, сәмләнеп эшләргә генә кәрәк ине.

    – Эштең һаулыҡҡа ла йоғонтоһо булмай ҡалмағандыр?
    – Әлбиттә, һыуыҡта ла, ҡар-бурандарҙа ла бер туҡтауһыҙ тиерлек эшләп йөрөү кешене таушалдыра. Ныҡ булырға тырышылһа ла, хәҙер һиҙелә – аяҡ-ҡулдар һыҙлай, бигерәк тә тубыҡтарым йонсота. Шулай ҙа зарланмайым. Былай ныҡ, оҙай йәшәй торған кешеләр нәҫеленәнмен: әсәйем – 98, атайым 106 йәшендә был донъя менән хушлашты.

    – Ҡасандыр гөрләп эшләгән фермалар урынына ҡарайған стеналар, емерелгән биналар ғына тороп ҡалған хужалыҡтар бар. Уларға ҡарауы һеҙгә айырыуса ҡыйындыр инде?
    – Эйе (күҙенә йәш тула – Л.С.), хәлдәр былай уҡ булып китер тип уйламай ҙа инек. Гөрләп торған фермалар, ялан тултырып йөрөгән малдар ҡайҙа инде ул!.. Беҙ бит шул тиклем күңелле заманда эшләнек, дөрөҫөн әйткәндә, бөгөнгө замандың үҙ зауығы булһа ла, миңә үҙемдең йәшлек ваҡытым яҡын да, ҡәҙерле лә.
    Эш ауыр булһа ла, концерттар ҡуйырға ла ваҡыт таптыҡ, клубта 20 тингә билет һатабыҙ ҙа, шул аҡсаға сәхнәгә шаршау, гармун, ҡурай кеүек әйберҙәр һатып алабыҙ. Үҙ-ара татыу эшләнек, йәшәнек. Беҙ бөтә булмышыбыҙҙы арнаған хужалыҡтарҙың ысын мәғәнәһендә ҡапыл юҡҡа сығыуы йөрәкте әрнетә. Күңелһеҙ бит – элек тәүге әтәстәр ҡысҡырғансы уҡ һауынсылар эшкә китә ине, бөтә эш яйға һалынған, эштең дә һөҙөмтәһе бар ине.
    Ҡыйын, ныҡ ҡыйын емерелгән хужалыҡтарҙы күреүе...

    – Замандашығыҙ, коллегағыҙ, дәғүәсегеҙ Эльвира Гулина менән мөнәсәбәттәрегеҙ нисек?
    – Бына яңыраҡ ҡына уның юбилейы булды, тыуған көнө менән ҡотларға барҙым. Беҙ рекорд артынан ҡыуып ҡына ҡалманыҡ, Эльвира менән үҙ-ара дуҫ та булдыҡ, әле һаман да бер-беребеҙҙең хәлен белешеп, байрамдарҙа ҡотлашып торабыҙ. Ул да тормоштоң әсе-сөсөһөн күп күргән ҡатын. Әйткәндәй, Эльвираның рекорды минекенән юғарыраҡ булды. Әле дуҫымдың ҡулдары полиартриттан интегә – алтын миҙалдар бушҡа ғына килмәй шул...

    – Шәүәли ағай, һеҙ ҡуйған рекорд, һеҙ күрһәткән хеҙмәт өлгөһө бөгөн дә төҫһөҙләнмәй, юғалмай. Хеҙмәт байрамы менән ҡотлайбыҙ, иҫәнлек-һаулыҡ, балалар бәхете һеҙгә

    [b]Лилиә СИРАЕВА әңгәмәләште.

    Көйөргәҙе районы.
    АВТОР фотоһы.
    авторы: Нур | 1 мая 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Бәхет тәхете
  • Рәсәйҙә асылған һәр бишенсе м ...
  • «Мин – көслө, ә һин – таһыллы»
  • Беҙҙе кем яҡлар?
  • Тәжрибә уртаҡлашыусы
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru