Донъя бөтөр, эш бөтмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Өфө – Европа ҡалалары иҫәбендә
  • Ауыл хужалығын үҫтереү стратегияһы дөрөҫ һайланған
  • Киләсәкте уйлап, йәштәрҙе хәстәрләп
  • 1 һорауға 5 яуап
  • Ҡыҙыҡлы яҙмыштар журналы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҡурҡмағыҙ - магазиндар ябылмаясаҡ! Иҡтисад
    Ассортименттың һирәгәйеүе сит ил тауарҙарына ғына ҡағыла

    Һуңғы көндәрҙә магазиндарҙа аҙыҡ-түлектең, ҡайһы бер ваҡ-төйәк көнкүреш тауарҙарының ассортименты һирәгәйгәнен һиҙмәй ҡалмағанһығыҙҙыр. Тауар аҙайҙы һәм дефицит барлыҡҡа килде, тип әйтергә ярамай, әммә һайлап алыу мөмкинлеге бер аҙға тарайҙы.
    Әлбиттә, был – әлеге лә баяғы финанс көрсөгөнә килеп терәлгән проблема. Сауҙа предприятиеларының эшмәкәрлеге бер ни тиклем ауырлыҡ кисерә. Тауар етештереүселәр сауҙа өлкәһенән алдан түләүҙе талап итә, ә инде сауҙа, башлыса, кредит ресурстарын ҡулланып эшләй, шунлыҡтан бөгөн сауҙа селтәре аҡсаға ҡытлыҡ кисерә. Банкылар уларға йә бөтөнләй аҡса бирмәй, ә инде проценттарҙы ныҡ ҙур ҡуя.
    Ныҡлы иғтибар итһәң, һирәгәйгән тауар, башлыса, сит илдән килтерелгәндәр иҫәбенән. Хатта ҡайһы бер сит өлкәләр ҙә бер ни тиклем ҡыйынлыҡ кисерә. Белгестәрҙең фекеренсә, һирәгәйгән тауар ҙа көн дә ҡуллана торған тауарҙар иҫәбенә инмәй. Тимәк, деликатестарҙы бик һирәк кенә ашаған, алкоголле эсемлектәрҙең дә беҙҙә етештерелгәнен ҡулланған, ҡыҫҡаһы, яп-ябай кешеләргә ассортименттың кәмеүе әллә ни зыян килтермәйәсәк.
    Ә инде халыҡ көн һайын ҡулланған тауарҙарға ҡытлыҡ юҡ. Билдәле булыуынса, Башҡортостандың ауыл хужалығы тулы ҡеүәтенә эшләй һәм ул республика халҡын икмәк менән 100 процентҡа тәьмин итә. Урындағы хужалыҡтар республика халҡының һөт һәм иткә ихтыяжын 80 процентҡа ҡәнәғәтләндерә. Йомортҡа менән дә проблема юҡ. Етмәһә, Башҡортостандың спиртлы эсемлектәр ҡулланыусы халҡының 97 проценты үҙебеҙҙә етештерелгән алкоголле эсемлектәрҙе хуп күрә. Быйыл картуф һәм башҡа төр йәшелсә-емеш тә уңған, улар ҙа етерлек.
    Дөйөм алғанда, республика үҙенең халҡын үҙе туйҙырырға һәләтле. Тимәк, ҡытлыҡ тураһында һүҙҙең булыуы мөмкин түгел. Белгестәр, беҙҙә финанс көрсөгөн ауырлыҡһыҙ үткәреп ебәрергә шарттар бар, тигән фекерҙә.

    Л. СОЛТАНОВА.
    авторы: Нур | 23 октября 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Үҙебеҙҙеке сифатлыраҡ!
  • ЯҢЫ ЙӘРМИНКӘГӘ РӘХИМ ИТЕГЕҘ!
  • КРЕДИТТАР ТӨРЛӨ БУЛА
  • Узенде хормэт ит
  • Юҡ әйберҙең үҙе юҡ!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru