Ҡалған эш - төштән кире.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ял да иттек, дуҫтар ҙа таптыҡ
  • «Йәшлек»тә һәр төбәк һулышы сағыла»
  • Дайджест
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • «Төндә атыр гөл»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Девальвация... Буламы, юҡмы? Иҡтисад
    Һумдың девальвацияһы хаҡында ниндәй генә имеш-мимештәр йөрөмәһен, рәсми мәғлүмәт уларҙы кире ҡаға. Ниһайәт, Рәсәй Федерацияһының Финанс министрлығы был хаҡта рәсми аңлатма бирҙе – илебеҙҙә девальвация булмаясаҡ!
    Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ – иҡтисад белгестәре был ҡолаҡҡа ят һүҙҙе ошолай аңлата: девальвация тип билдәле осраҡта милли валютаның доллар һәм евроға ҡарата арзанайыуы күҙ уңында тотола. Евро һәм доллар ҡапыл ҡиммәтләнеп киткән ваҡытта Рәсәйҙең иҡтисади кәмәһе ныҡлап ҡомға ултырасаҡ.
    «Доллар ныҡ ҡиммәтләнәсәк» тигән хәбәр үткән ял көндәрендә таралды. Шуға ла аҡсалы әҙәмдәрҙең күбеһе байлығын долларға әйләндереп ҡалыу өсөн банкыларҙа ҙур сираттар барлыҡҡа килтерҙе. Рәсәйҙең эре ҡалаларында урамда уҡ валюта алмаштырыусылар рәхәтләнде генә – долларҙы рәсми хаҡынан күпкә ҡиммәткә һаттылар, хатта «йәшел аҡса» 28 – 29 һумға еткән урындар ҙа булды.
    Рәсми мәғлүмәттәргә күҙ һалайыҡ – Рәсәйҙең финанс министрының урынбаҫары Сергей Шаталов, халыҡты тынысланырға саҡырып: «Девальвация планлаштырылмай», – тип белдерә. Тик шуға иғтибар итергә кәрәк: долларҙың рәсми хаҡы саҡ ҡына булһа ла артты, ул бер көн эсендә 38 тингә үҫте. Шулай ҙа «Америка валютаһы»ның артыуы әллә ни ҡурҡыныс тыуҙырмай, уның күтәрелеүе евроның төшөүе менән компенсациялана. Нимә генә булһа ла, һумдың курсы ике валютаға ҡарата ла берҙәй билдәләнә.
    Рәсәй бюджетының килеме донъя баҙарында нефть бер барреленә 70 долларҙан да кәм булмаған хаҡҡа һатылған шарттарҙы күҙ уңында тотоп планлаштырылған. Тик яңыраҡ ҡайһы бер көндәрҙә Рәсәй нефтенең бер барреленә хаҡ 64 долларға тиклем төшөп китте. Әммә Рәсәйҙең финанс министры Алексей Кудрин, был факт буйынса ла хәүефләнергә урын юҡ, тигән фекерҙе еткерә. Федераль бюджет быйыл етерлек аҡса туплаған, килеп тыуған проблемаларҙан юғалтыуҙарһыҙ сығыу өсөн бөтә шарттар ҙа бар.
    Ҡыҫҡаһы, етәкселәр, финанс көрсөгө беҙгә әллә ни зыян килтермәй, тип ышандыра. Шулай ҙа ябай халыҡ араһында донъялағы көрсөктән зыян күреүселәр бармы икән? Ошо һорау менән бер нисә кешегә мөрәжәғәт иттек.

    Фәниә ИСЛАМОВА, Үҙәк баҙарҙа аҙыҡ-түлек һатыусы:
    – Шәхсән үҙем был финанс көрсөгөн әллә ни аңлап та бөтмәйем. Миңә ҡалһа, ул банкыларҙа миллиондар тотҡан бәндәләргә генә ҡағыла кеүек. Йәй көнө банкынан 50 мең һум күләмендә кредит алғайным, кисә айлыҡ сумманы алып барып түләнем, проценттарҙа бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр юҡ, тинеләр. Шулай ҙа матбуғатты уҡып, телевизорҙан көн-төн һөйләгән хәбәрҙәрҙе тыңлап, күңелдә ниндәйҙер шик уянды. Быға тиклем дә һум бер тапҡыр арзанайып, бәләгә ҡалғайныҡ бит инде. Тик ул ваҡытта финанс көрсөгө тураһында алдан хәбәр итеүҙәр, аңлатыусылар булманы, иртән уянып, магазинға барғайныҡ, иҫ китте – хаҡтар ҡот осҡос итеп артҡан! Әле финанс көрсөгө хаҡында һөйләмәгән әҙәм юҡ, бөтә нәмәне лә алдан белеп торғас, күрә тороп, халыҡты бәләлә ҡалдырмаҫтар әле, тигән фекерҙәмен.
    Мин һатҡан аҙыҡ-түлектең хаҡы артманы әле. Шулай ҙа әбейҙәр төрлө һорауҙар менән башты ҡатыра инде, улар дефициттан, хаҡтарҙың ҡапыл артып китеүенән ҡурҡа. Шулай ҙа аҙыҡ-түлек запасын туплаусылар бар, тип әйтмәҫ инем.
    Өфөләге билдәле бер банкының кисәге хеҙмәткәре,
    27 йәшлек ҡыҙ:
    – Финанс көрсөгө минең башҡа көтөлмәгән бәлә булды, бөгөн нимә эшләргә белмәй, аптырап ултырам. Хатта урамға сыҡһам, башыма кирбес төшөр төҫлө тойола башланы... Банкылар системаһы буйынса махсус белемем булһа ла, нисектер ошондай уҡ көрсөктә ҡалырмын, тип уйламағайным.
    Беренсенән, мине эштән ҡыҫҡарттылар, беҙҙең банк ипотека һәм автокредит биреүҙән баш тартты. Ә мин ипотека бүлегенең етәксеһе инем. Хәҙер беҙгә ике айлыҡ оклад биреп, ҡыҫҡарттылар, мин – эшһеҙ. Икенсенән, төҙөлөп ятҡан йортта ипотекаға фатир алғайным, хәҙер ул фатирҙы нимә эшләтергә, уның өсөн айлыҡ хаҡты нисек түләргә белмәйем. Һатыу мөмкинлеге лә юҡ: банкылар кешеләргә ипотека кредитын бирергә хәүефләнә. Ә инде «тере» аҡсаһы булған әҙәмдәргә төҙөлөп ятҡан йорттағы фатир хәжәт түгел. Етмәһә, аңҡы-тиңке йөрөп, машинамды бәрҙерҙем, ул да кредитҡа алынған, ярай инде, страховкаланған.
    Ҡыҫҡаһы, мин көрсөктә. Яҡын арала шул уҡ күләмдәге эш хаҡы түләнгән урында эш табырыма ышанып бөтмәйем. Уҡыуыма ла түләргә кәрәк әле – банк эше буйынса икенсе юғары белем алып йөрөйөм.

    Сәлимә Әхмәтова,
    яңы эш башлаусы эшҡыуар:
    – Эшем буйынса бик күп эшҡыуар менән аралашырға тура килә. Нисектер улар араһында финанс көрсөгөнән зыян күреүселәр юҡ, киреһенсә, «тоноҡ һыуҙа балыҡ шәберәк тотола», тигәндәй, килеп тыуған хәлдән файҙа сығарырға тырышалар. Күптәрҙең әйтеүенсә, әлеге көндәге кеүек файҙалы, килемле килешеүҙәр төҙөү мөмкинлеге 1998 йылдан башлап булмаған.
    Хәҙер бит банкылар 700 мең һумға тиклемге аҡсаны кире ҡайтарып бирә аласаҡтарын 100 процентҡа гарантиялай. Шуның өсөн күптәр банкыларҙан аҡсаһын алып, уны ниндәйҙер өлкәгә инвестицияларға тырыша. Быға тиклем Өфөлә инвесторҙар табыуы ҡыйынға төшә ине – уныһы сер түгел, ә хәҙер аныҡ проекттарҙы инвестицияларға теләүселәр табылды, кешеләр бигерәк тә милек мөнәсәбәттәре өлкәһендәге проекттарҙы финансларға тырыша. Шулай ҙа күптәр күсемһеҙ милеккә аҡса тотонорға шикләнә, ни тиһәң дә, яҡын арала фатирҙарҙың арзанайып китеүе мөмкин.
    Ҡулында аҡса булғандар өсөн финанс көрсөгө файҙа ғына булды, арзан хаҡҡа машина һәм башҡа эре нәмәләр һатып алыу мөмкинлеге асылды. Тап сыуалыштар булған осорҙа аҡса эшләп ҡалыу өсөн ҡайһы өлкәне «штурм»ларға белергә генә кәрәк.
    авторы: Нур | 23 октября 2008 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Рэсми хроника
  • КРЕДИТТАР ТӨРЛӨ БУЛА
  • Ҡайыштарҙы һығыбыраҡ бәйләгеu ...
  • Ҡурҡмағыҙ - магазиндар ябылмаясаҡ!
  • Банкылар күбәйә
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru