Кеше икмәгенә ауыҙыңды асма, үҙең тап.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Атай менән арҡалы беҙ
  • [b]Заман менән бергә атлаусы мәктәп[/b]
  • Республика көнөнә әҙерлек башланды
  • Ялы ла, эше лә танһыҡ
  • Йөҙ йәшендә лә һикереп төшөп бейерлек
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Тыңғыһыҙ хеҙмәт уңыш килтерә Иҡтисад
    Тыңғыһыҙ хеҙмәт уңыш килтерә«ХХII партсъезд» хужалығы рәйесе Роберт Үзбәк улы Зәйнәшев беҙҙе көр күңел менән ҡаршыланы. Шулай булырға тейештер ҙә, сөнки бында эштәр йылдан-йыл алға бара. Уҙған йылдар менән сағыштырғанда, хужалыҡ барлыҡ малсыларҙың, механизаторҙарҙың, белгестәрҙең, тармаҡ етәкселәренең тырышлығы арҡаһында яңы 2010 йылды ҙур уңыштар менән ҡаршыланы. Былтыр 42 млн 475 һумлыҡ табыш алынды: игенселек – 21млн 195 мең, малсылыҡ 21 млн 233 мең һумлыҡ килем килтерҙе.

    МАЛСЫЛЫҠ тарма­ғында бөгөн 87 кеше эшләй. 1836 баш эре мал, 77 баш ат бар. Етерлек күләмдә мал аҙығы әҙерләнгән. Уҙған йылдарҙа сенаж «Баш­ҡор­тостан» МТС-ы ярҙамы менән һалынһа, 2009 йылда иһә хужалыҡтың «Дон-680» комбайндары менән уңған механизаторҙар Радик Зарипов – 5221, Әнис Сәғәбиев – 2590, Илнур Ғибәҙуллин 1652 тонна аҙыҡ әҙерләгән.
    Алдынғы һауынсылар, малсылар Гөлсинә Заведеева, Венера Мифтахова, Лилиә Ғилемханова, Рәмүзә Баязито-ва, Рәфисә Рәхмәтуллина, Урал Муллағә­лиев, Аркадий Байду­ғанов, Фәнил Әхмәтов, Степан Тимербаев, Рәшиҙә Ғилмет­динова, Ринат Харисов һәм башҡаларҙың тырышлығы ме­нән бөтәһе 16800 центнер һөт, 1646 центнер ит етештерелде.
    – Күпселек хеҙмәтсәндәребеҙҙең йәштәр булыуы ауыл хужалығының киләсәге өмөтлө икәненә ышаныс уята, – ти ферма мөдире Рифат Закиров.
    Хужалыҡ районда баҫыусылыҡ буйынса ла алдынғылар рәтендә. 2009 йылда 3338 га майҙанда бөртөклө культуралар сәселгән. Бөртөклөләрҙең һәр гектарынан уңыш 19,7 центнер тәшкил итеп, бөтәһе 6587 центнер иген һуғып алынған. Бында игенселәр Хәүис Сафиев, Рауил Ғибәҙуллин, Мөҙәрис Ямалетдинов, Таһир Ҡазыханов, Илдар Камалов кеүектәрҙең хеҙмәте маҡтауға лайыҡ. Әлбиттә, был уңыштар кооперативтың техника паркын яңыртыу һөҙөмтәһе булып тора.
    – Республикабыҙ Президен­ты Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың, Хөкүмәттең туранан-тура ярҙамы менән заманса техника һәм технологиялар­ҙы ҡулланыу иҫәбенә агросәнәғәт комплексын үҫтереү тураһындағы күрһәтмәләре уңышлы тормошҡа ашырыла. Шуныһы ҡыуаныслы: Хөкүмәт­тән 6 млн 826 мең һум дотация алдыҡ. Был – минераль ашламалар, яғыулыҡ-майлау материалдары алған өсөн, һөтсөлөк тармағын үҫтереү сәбәпле кире ҡайтарылған дотациялар, йәғни кооперативтың финанс-иҡтисади торошон яҡшыртыуға ҙур ярҙам, – ти 33 йыл буйы хужалыҡты етәкләгән Роберт Үзбәк улы Зәйнәшев.

    Ауылдың киләсәге – йәштәр ҡулында

    Базытамаҡ ауыл советы биләмәһенә 10 ауыл — Базытамаҡ, Татар Мәнәүеҙе, Мари Мәнәүеҙе, Яңы Нәдир, Иҫке Нәдир, Әтәс, Йондоҙ, Ташкисеү, Бишбүләк, Кесе Тәжәй ҡарай. Барлығы 804 хужалыҡта туғыҙ милләт кешеһе йәшәй.
    Ауылдың социаль-иҡтисади үҫешенә килгәндә, төп мәсьәлә булып урындағы халыҡтың йәшәү кимәлен яҡшыртыу тора. Мәҫәлән, Базытамаҡ ауылынан Нәзир Рәхимов – умартасылыҡ, Мари Мәнәүеҙенән Алексей Шәрәфетдинов – һарыҡ үрсетеү менән уңышлы шөғөлләнә.
    Әлбиттә, ауылдың үҫешен билдәләгән фактор­ҙарҙың береһе – йәштәрҙең тыуған төйәгендә ғаилә ҡороп, йорт төҙөүе. Йәш ғаиләләргә йорт һалыуҙа төрлө ярҙам саралары ҡаралған. Хужа­лыҡтың үҙәге булған Базытамаҡ ауылында йәштәр урамы ҡалҡып сыҡҡан.
    Ауыл советы биләмәһендә мәҙәниәт йорттары гөрләп эшләй. Улар тарафынан бихисап мәҙәни сара уҙғарыла. Бында йәшәгән туғыҙ милләт халҡының мәҙәниәте, ғөрөф-ғәҙәттәрен тергеҙеү, үҫтереү буйынса күп эш башҡарыла. Һәр бер милләттең фольклор клубтары ойошторолған. Ауыл советы хакимиәте тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм төҙөкләндереү эштәренә ҙур урын бирә: ауылдарҙа юлдар һалына, урамдарға һыу үткәрелә һ. б. Әтәс ауылының социаль комплексына ремонт эшләнгән, Базытамаҡ урта мәктәбенең түбәһе яңыртылған. Был эштәргә район хакимиәте 700 мең һум аҡса бүлгән.
    – Яҙ һәм көҙ айҙарында эш эҙләүсе кешеләрҙән ике бригада ойошторолоп, ағаслыҡтар таҙартылды, материал әҙерләнеп, 850 метр оҙонлоғондағы өй алды баҡсалары кәртәләнеп, буялды, дүрт мең төп ағас ултыртылды, – ти ауыл хакимиәте башлығы Айҙар Ҡәнәфи улы Мосабиров.
    Икеһе лә ошо ерҙә тыуып үҫеп, ошонда төпләнгән Фина һәм Фәйләс Нурғәлиевтар менән танышыу форсаты тейҙе. Хужабикә – ауыл хужалығы идаралығында бухгалтер, ғаилә башлығы – Базытамаҡ фермаһында малсы. 2002 йылда йорт һалып ингәндәр. Рәсәй ауыл хужалығы банкыһынан ссуда алып, мал үрсетәләр, күпләп ҡош-ҡорт аҫ­рай­ҙар.
    – 52 сутый еребеҙ бар. Шуның 30 сутыйына бесән сәсәбеҙ. Мал аҙығын күпләп әҙерләп ҡуябыҙ. Хеҙмәттән йәм тапҡан кеше йәшәүҙең дә мәғәнәһен таба ала, – ти Фәйләс.
    Халыҡ мул, етеш тормошта йәшәй. Гөрләтеп эшләйҙәр һәм кинәнеп донъя көтәләр.

    Зифа ФӘТХУЛЛИНА.
    Илеш районы.
    авторы: admin | 6 марта 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Улар – ауылдың киләсәге
  • Улар – ауылдың киләсәге
  • Баҫыуҙарҙа эш ҡыҙа
  • Икмәк – барыһына ла баш
  • Икмәк буласаҡ!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru