Илһамлы хеҙмәт - илгә ҡеүәт.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Йәшәһен башҡорт йыры!
» Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ
» Путин – Премьер-министр
» Рәсәй йәштәре – беренсе
» Хәмер бәләһе
» Башҡортостан апитерапияһы менән ҡытай медицина ...



Закон бер булырға тейеш тә ул… Иҡтисад
«Йәшлек»тең 5 июндәге 65-се һанында Земфира Таһированың «Йәштәр эшһеҙ интегә, ә пенсионерҙар урынын бушатырға ашыҡмай» исемле мәҡәләһе донъя күргәйне. Урындарҙа ла йыш ризаһыҙлыҡ тыуҙырған, бөгөнгө көндөң актуаль проблемаларының береһенә ҡағылған был мәҡәлә резонанс тыуҙырыр, тип көткәйнем. Үкенескә күрә, ике яҡтан да темаға иғтибар биреүсе тойолманы. Автор фекерҙәрен ҡеүәтләп, бер-ике кәлимә еткермәксе булдым. Әлбиттә, мин бер яҡты ла ғәйепләргә йыйынмайым, сөнки төп сәбәп етлекмәгән законда һәм выжданда. Тәү ҡарамаҡҡа бөтәбеҙ өсөн дә закон бер һымаҡ, ғәмәлдә иһә улай булмай сыға. Сөнки кемдәрҙелер йәше тулыр-тулмаҫтан пенсияға оҙатыу яғын хәстәрләй һалалар, ә бәғзеләр, бигерәк тә етәксе урындағылар, йылы урынында ултырыуын оло йәшкәсә дауам итә. Әлбиттә, күптәренең тәжрибәһенә, абруйына, ҡаҙаныштарына һүҙ тейҙерерлек түгелдер ҙә. Шулай ҙа был законды һанға һуҡмау ғына түгел, уға буйһонмау була түгелме? Был үҙе үк кешеләрҙе, беренсенән, сорттарға бүлеүҙе күрһәтә, икенсенән, йәштәр нисек, ҡасан эшләргә һәм үҫергә тейеш һуң? Етмәһә, элек пионер һәм комсомолда һәләтле лидерҙар асыҡлана килһә, бөгөн улар юҡ. Ә уҙған быуат аҙағында төрлө кимәлдәге етәксе урындарға белеме һәм һәләте буйынса түгел, ә ошаҡҡа, ярамһаҡланыуға әүәҫтәрҙең эйәләшеүе сер түгел. Билдәле, ундайҙар ҡулы аҫтында эшләгән үҙенән һәләтле белгестәргә юл ҡуйманы. Өҫтәүенә, уҡытыу­сы, табип, ауыл хужалығы һ.б. һөнәр эйәләренең ҡәҙере китте, хатта белемдең бөтөнләй кәрәге ҡалманы. Йәштәр ҙә юғалып ҡалды...
Ә бит 55, 60 йәштән пенсияға сығыу буштан ғына ҡабул ителмәгән. Һөнәренә һәм йөкмәтелгән эшенә ысын мәғәнәһендә бирелеп, үҙен аямай, ысынлап та, оҙайлы эш дәүерендә кеше «туҙалыр». Бигүк «туҙып» етмәүселәргә, шулай уҡ етәксе урындағыларға күсәгилешлекте онотмаҫҡа ине (бик тә дәртле етәкселәргә икенсе ябай эшкә күсеү отошло булыр һымаҡ).
Нисек булғанда ла, 55 – 60 йәшкә тышҡы ҡиәфәтең дә, йөҙөң дә, күҙ-башың да, фекер йөрөтөүең дә – барыһы ла үҙгәрмәй ҡалмай. Был өлкәлә бигерәк тә уҡытыусыларға уйланырға урын бар. Сөнки улар көн дә йөҙләп ата-әсә, баланың күҙ алдында. Шулай, пенсиялағы оло уҡытыусы апайҙы ваҡытлыса дәрескә саҡырғас, бер бала ҡайтып, ата-әсәһенә: «Бөгөн беҙгә бер иҫкер-е-е-еп бөткән әбей дәрес үткәрҙе», – тип һөйләгән. Йә булмаһа, яңыраҡ телетапшырыуҙа күрһәтелгән 70 йәшлек физкультура уҡытыусыһын (әбей) балаларҙың «һөйрәп йөрөтөүе» лә әлеге меҫкен ҡатында уҡытыусылыҡ сифатының ҡалмауына ишара.
Билдәле, бюджет өлкәһендә тир түгеүселәрҙең пенсияһы маҡтанырлыҡ түгел. Ауылда йәшәүсе пенсионерҙарҙың күбеһе айлыҡ пенсияһына бер йөк утын һатып ала алһа, юғарыларҙыҡына берәй еңел машина алырға була. Өҫтәүенә, эшләмәгән закондар сығарып ултырыусы Дәүләт Думаһы депутаттары һаман үҙҙәренә пенсия арттырыу өҫтөнә, йыл һайын шифаханаларға йөрөп, төрлө ташлама-өҫтөнлөктәрҙән файҙаланған һәм махсус пенсияға лайыҡ булған дәүләт хеҙмәткәрҙәренең дә барлығын иҫкә алһаҡ, пенсионерҙарҙың ғәмәлдә бер нисә сортҡа бүленеүе үҙенән-үҙе күҙ алдына баҫа.
Ә илебеҙҙең Пенсия фондының дефициты артҡандан-арта барып, 1 триллион һумға еткән дәүерҙә, элекке һымаҡ, эшләүен дауам итеүселәргә пенсияһын йә яртылаш, йә бөтөнләй түләмәй йәки пенсия билдәләмәй тороу хәлде бер аҙ еңеләйтер һымаҡ.
Аҡса бер ҡасан да етмәйәсәк, әммә уны бөтөнләй алмаусыларҙы ла оноторға ярамай. Әйтәйек, беҙҙең районда ғына өс төбәктәге – Һабыр, Ашҡаҙар, Ҡаҙырша, Сәлих, Һаҡтау, Бараҡал, Яңы Яҡуп һәм Ҡашҡар, Исҡужа, Ишбулды, Мәҡсүт ауылдарында совхоздар бөтөрөлөп, күптәр эшһеҙ тороп ҡалды. Булған 2 – 3 фермер хужалығы уларҙы эш менән тәьмин итә алмай. Ауылда эш етерлек, йыбанма ғына, тигән фекер ҙә дөрөҫлөккә тап килеп етмәй. Сөнки башлан­ғыс капиталһыҙ, техникаһыҙ һәм ҡиммәт яғыулыҡ менән артыҡ эш ҡыйратып булмауы көн кеүек асыҡ.
Өҫтәүенә, малсылыҡ продукттарын ауыл халҡы ҡайҙа итергә белмәй, һәм шәхси хужалыҡтарҙың ит-һөтөн үтә лә осһоҙға алалар. Шунан, йәштәр эскелеккә һалышты, тип аптыраған булабыҙ, ысынбарлыҡта иһә тотош ауылдарҙың яҙмышы борсолоу тыуҙыра.
Эшҡыуарлыҡ тигән матур исем аҫтында алыпһатарҙарҙың эше сәскә ата ла ул, әммә хаҡтарын саманан тыш өҫтәп, улар халыҡ кеҫәһен тиҙ таҡырайта. Әҙ-мәҙ пенсия өҫтәлеү тураһында һүҙ сығыу менән, хаҡтарҙы көйләүселәр юҡлы­ғынан файҙаланып, улар­ҙың хаҡтары ҡабара, ә ҡасандыр сәскә атҡан дәүләт сауҙаһы дәғүәселеккә һәләтһеҙ булып сыҡты.
Статистика ла халыҡтың аңын томалауға, күҙ буяуға ҡоролған. Миллионлап эш хаҡы, табыш, килем алыусыларҙың, әйтәйек, Мәскәү мэры ҡатынының былтыр алған 30935141575 һумлыҡ килемен әйтергә түгел, яҙырға ла баш етмәй.
Бына шундайҙарҙы бер тин дә алмаусыларға бүлә килә уртаса эш хаҡы ла, йәшәү минимумы ла, пенсия ла ал да гөл хасил була ла ҡуя инде. Йәғни, һарыҡ та теүәл, бүре лә туҡ, тигәндәй.
Республикабыҙ алған килемдең 70 проценты үҙәккә китә икән, ни өсөн Батурина ханым һәм шуның кеүек олигарх­тарҙың бушҡа килгән табышының бер өлөшөн халыҡ файҙаһына, бик булмаһа, пенсионерҙар­ға йәки мәғариф, һаулыҡ һаҡлау кеүек көрсөккә терәлгән тармаҡтарға бағыусы итеп файҙаланмаҫҡа? Юғиһә бит, «һаулыҡ» милли проектының өҫтөнлөгө тураһында лаф орабыҙ, баяғы ауылдарҙағы участка дауаханалары ябылып бөттө. Уларҙа йәшәүсе йәштәрҙе иҫкә лә алып торманылар. Пенсионерҙар ауырырға тейеш түгел – дарыуҙарға пенсияһы етмәйәсәк. Халыҡты ҡайғыртыусы депутаттар­ҙың һайлаусыларынан бөтөнләй айырылыуын әйтеп тораһы ла түгел.
З.Таһированың мәҡәләһенә килгәндә, һығымта бер: эшләүсе пенсионерҙар йәштәргә урындарын тапшырырға тейеш. Йәмғиәтебеҙҙе артыҡ ҡартайтырға ҡабаланмайыҡ, былай ҙа, йәшәйештең көндән-көн ҡиммәтләнә барыуына ҡарамаҫтан, пенсия йәшен оҙайтырға тырышыу­сылар етерлек бит.

Фәрит РӘМОВ.
 (голосов: 1)
авторы: admin | 14 декабря 2010 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • ХАҠЛЫ ЯЛҒА УРТАСА 60 ЙӘШТӘН СЫҒАЛАР
  • 218 МЕҢ кешенең пенсияһы артасаҡ
  • 2020 йылда пенсия 25 мең һум булырмы?
  • Индексация көтөлә
  • ПЕНСИЯНЫ АЛДАН ТҮЛӘЙҘӘР
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru