<Булыр> тигән - булдырған.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Көләмәстәр
» «Икһеҙ-сикһеҙ музыка» иле саҡыра
» Был донъяла ниҙәр бар?
» Тарих сатҡыһы
» Кеше тәбиғәт менән килешеп йәшә ...
» Талап ҡаты буласаҡ



Һәләтле йәштәр бүләкләнде Иҡтисад
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай йортонда БР Үҙәк һайлау комиссияһы тарафынан ойош­торол­ған Башҡортостандың юғары уҡыу йорттары студенттары һәм аспиранттары араһында һайлау хоҡуғы һәм һайлау процесы мәсьә­ләләре буйынса иң яҡшы эшкә 9-сы конкурс еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһы үтте.
Бәйгелә БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы, Сибай институты, Көнсығыш иҡтисад-гуманитар академияһы, БР буйынса Эске эштәр министрлығының Өфө юридик институты, Хеҙмәт һәм социаль мөнәсәбәттәр академияһының Башҡортостан социаль технологиялар институты (филиал), БДУ-ның Нефтекама филиалы студенттары ҡатнашты.
Еңеүселәрҙе тәбрикләп, БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев тәҡдим ителгән эштәрҙе юғары баһаланы, авторҙарҙың, теманы төплө өйрәнеп, хеҙмәттәрен ҙур ҡыҙыҡһыныу менән башҡарыуын билдәләне.
– Йәш һайлаусыларҙың электрон әүҙемлеге – йәштәрҙең сәйәси тормошҡа ылығыуын сағылдырған социаль-сәйәси индикаторҙарҙың береһе. Конкурстың вуздар араһында популяр булыуы һөйөнөслө. Студенттарҙың әүҙемлеген һәм ижади эҙләнеүен хуплайбыҙ һәм юғары баһалайбыҙ, – тине ул.
Конкурс комиссияһы ҡарары буйынса беренсе урын БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы студенткаһы Кристина Тепловаға, икенсе урын – Башҡортостан социаль технологиялар институты студенты Оскар Ғиләжетдинов менән ВЭГУ-нан Кари­на Хисмәтуллинаға, өсөнсө урын БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалынан Марина Волкова менән Өфө юридик институтынан Асмик Папян менән БДУ-ның Нефтекама филиалынан Гүзәл Хамматоваға бирелде.
Хәйҙәр Вәлиев еңеүселәргә дипломдар һәм аҡсалата бүләктәр тапшырҙы. Шулай уҡ яҡшы эштәр тәҡдим итеүселәр дәртләндереү премиялары менән дә бүләкләнде. Конкурсанттарҙың эштәре махсус йыйынтыҡҡа индереләсәк.
 (голосов: 0)
авторы: admin | 4 июня 2011 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Йәштәр һайлауға битараф түгел
  • Йәштәр һайлауға битараф түгел
  • Һайлауҙа ҡатнашып, йәштәр үҙ я ...
  • Йомғаҡ яhалды
  • Ҡоролтайға студенттар ҙа дәғүә ит ...
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru