Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Тоҙаҡ
» Мәлиха Фәтих ҡыҙы Нәҙеорғоло ...
» Башҡортостан яңылыҡтары
» Оҙаҡ йәшәүгә туғыҙ а&# ...
» Нуриманда күлдәр ҡорой
» Янылыктар



Башҡорттар һауаға юлды ул аса! Иҡтисад
Башҡорттар һауаға юлды ул аса!Алыҫ Ямал ярымутрауының сигендә эшләүсе башҡорт егете Иҙелбай Усманов һөнәрен яратып башҡара.
Себер тарафтарында яҡташтарҙы осратыу бер ҙә аптырарлыҡ хәл түгел. Шулай ҙа Ямал ярымутрауының сиге һаналған Харасавей аэродромында Ейәнсура егетен тап итермен тип башыма ла килтермәгәйнем. Вертолеттан килеп төшөү менән беҙҙе ҡаршы алған диспетчер, ҡулындағы блокнотын асып, ниҙер ҡараны ла, миңә өндәште.
– “Йәшлек” гәзитенең үҙ хәбәрсеһе һеҙ булаһығыҙмы, ағай?
Быны ишеткәс, бергә килгән егеттәр бер-береһенә ғәжәпләнеп ҡарашып ҡуйҙы. Мин, киреһенсә, үҙемде улар алдында бер башҡа үҫеп киткәндәй тойҙом. Хатта үҙем өсөн дә түгел, ә анау тиклем ерҙә “Йәшлек” гәзитен белгәндәренә шатландым.
Иҙелбай Усманов, әйткәнемсә, Ейәнсура районының Ибрай ауылында тыуып үҫкән. Һөнәре буйынса педагог – Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Әлеге ваҡытта ул “Газ­пром-авиа” пред­прия­тие­һында эшләй. Вази­фа­һы үтә лә яуаплы Иҙел­­бай­ҙың. Ги­гант тө­ҙөлөштәр барған Бова­нен­ко­вонан – Хара­са­вейға, Ха­ра­савейҙан Пангоды, На­дым йүнәлештәрендә хәрәкәт иткән вертолеттарҙың осоу йүнәлештәрен билдәләп, хәүеф­һеҙлек саралары күреп ултыра ул. Был эштә саҡ ҡына ла яңылышырға ярамай. Сөнки тиҫтәләгән осоусы техника, кеше ғүмере Усмановтың оҫталығына, зирәклегенә, таһыллығына, белеменә бәйле. Бирешмәй Ибрай егете, үҙ бурысына намыҫ менән ҡарай.

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
 (голосов: 0)
авторы: admin | 16 июня 2011 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Әүҙем үтте һайлауҙар
  • Ундайҙар бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына
  • Яңы һулыш менән йәшәй ибрайҙар
  • Беҙ көрсөккә бирешмәйбеҙ!
  • Ибрайҙа - ҡурай байрамы
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru