Ошо көндәрҙә Санкт-Петербургта Халыҡ-ара иҡтисади форум үтте. Был сара сигендә Башҡортостан «РОСНАНО» йәмғиәте менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Әлеге документ илдә 2015 йылға тиклем инновация индустрияһын һәм нанотехнологияларҙы үҫтереү программаһына индерелде. Беҙҙең республикала инновация структураһына ҡараған тиҫтәнән дә кәм булмаған объект төҙөләсәк. Быға нанотехнология, коллектив файҙаланыу үҙәктәре, ике технопарк, өсәр бизнес-инкубатор һәм территориаль инновациялар үҙәге инә. 2016 йыл башына тиклем Башҡортостанда етештереп сығарылған инновация продукцияһының күләме йылына 90 миллиард һум самаһы тәшкил итергә тейеш. Бынан тыш, ошо ваҡытҡа төбәктең урта һөнәри белем биреү учреждениелары һәм вуздары юғары технологиялы өлкәләр өсөн һәр йыл һайын дүрт меңгә яҡын белгес әҙерләйәсәк. |