Иренсәккә эш ярамаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Балалар өсөн махсус сығарылыш
  • Яңы штрафтар кемдәргә ҡағыла?
  • Ҡотлайбыҙ!
  • Наркоманияға – юҡ!
  • «Ағиҙел»һеҙ ҡалмағыҙ!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ата-бабаларҙан ҡалған мираҫ-шөғөл Иҡтисад
    Район етәкселеге ярҙамы менән ошо көндәрҙә Латвиянан мәктәпкә яңы мейес ҡайтарыласаҡ. Әйтеүҙә­ренсә, был мөғжизә мейестең файҙаланыу коэффициенты бик юғары икән, яҡҡан уттың йылыһы оҙаҡ һаҡлана, тиҙәр. Һыуыҡ ҡышты сығыр өсөн ләмәҙҙәргә 800 кубометр утын кәрәк. Уның яртыһынан ашыуы килтереп өйөлгән дә инде.
    Урмансылыҡ – бында төп шөғөл­дәрҙең береһе. Ауылда ике пилорама эшләүе генә лә шул турала һөйләй. Урам уртаһында ла, аулаҡ урында ла һөйәндән буралған ап-аҡ буралар күҙҙең яуын алып ултыра, оҫталар ҡулы тейгәне алыҫтан уҡ һиҙелә.
    Ата-бабаларҙан ҡалған мираҫ-шөғөлҠыҙыл кирбестән эшләнгән элекке котельный бинаһында таҡта бысҡан тауыш ишетелгәс, шунда ыңғайланыҡ.
    – Вадим Зиннәтуллин атлы егетебеҙҙең пилорамаһы, хакимиәттә землемер булып эшләй. Заман менән бергә атлай торған егеттәребеҙҙең береһе, бөгөн эштәре менән Иглинға киткәйне. Атаһы бындалыр, – тинеләр.
    Пилорама эсе таҙа. Ҡорамал да заманса. Рәзит ағай менән ҡул биреп күрешкәс, беҙҙең һорау буйынса ҡорамалдың нисек эшләгәнен күрһәтә. Төймәләргә баҫып, ниндәй ҡалынлыҡта бысырға, тигән бурыс ҡуйғас, ҡорамал автоматик рәүештә шул ҡалынлыҡты алды, һәм ағай кеше ҡорамалды ҡуҙғатып ебәрҙе.
    – Халыҡ киләме һуң? – тип һорайым.
    – Төҙөлөш хәҙер ҡайҙа ла шәп бара, киләләр. Йәштәр күркәм, иркен йорттарҙы үҙ итә бит.
    – Кубометрын күпме менән бысаһығыҙ?
    – 800 һум менән.
    – Ҡорамалдың хаҡын ҡаплаймы улай?
    – Кем белә инде, аҡсаһы ла кәрәк, унан һуң ағас еҫе генә лә үҙе ни тора бит. Яратҡан эш.
    Ағай менән хушлашабыҙ, фотоға төшкөһө килмәне.
    – Ошо беҙҙең ауылда ғына 80-дән ашыу техника бар. Заманында колхозда ул тиклем булмай торғайны, тиҙәр. Шуға күрә халыҡ насар йәшәй тип әйтеп булмай, – Фәнил Фаяз улы ғорурланып һөйләй.
    Ләмәҙҙәрҙең икенсе төп шөғөлө – умартасылыҡ. Бәлки, беренселер ҙә. Был яҡ үҙенең тәмле йүкә балы менән генә түгел, данлы-даланлы умартасылары менән дә билдәле. Шундай умартасы ғаиләһе менән танышабыҙ тип, Рәшит Аҙнабаевтарҙың йортона килеп туҡтаныҡ.
    – Аталы-уллы ярышып ҡорт ҡа­райҙар, бал алалар, – тип йылмая башлыҡ.
    Иркен һәм бейек йорт алдында ике еңел машина, бер скутер тора. Рәшит ағай үҙе умарталыҡта икән.
    – Үтегеҙ, үт, Рәмил өйҙә бит, – һәр башҡорт ҡатын-ҡыҙына хас ихласлыҡ менән Сәлиә апай өйгә әйҙүкләне.
    Рәмил бер үк ваҡытта бик баҫалҡы, бик асылып бармаҫ әңгәмәсе кеүек күренһә лә, уның менән аралашып, һуңынан умарталыҡҡа барып, эштәрен ҡарап йөрөгәндә, кинәнеп һөйләгән хәбәрҙәренән уның маҡсатҡа ынтылыусан, тәүәккәл егет икәненә инандым. Әлеге мәлдә йәш егет татлы хәстәрҙәр менән янып йәшәй. Беҙҙе:
    – Был ваҡытта, ғәҙәттә, умарталыҡта булам, әле цемент көтөп ултырам, – тип ҡаршы алды ул.
    – Ниндәй цемент? – тәүҙә аңламай ҡалдым.
    – Өй-ҡаралты тирәһен йүнләп алайыҡ тибеҙ. Кәртә, бағаналарҙы ла алыштырһаҡ.
    – Егетебеҙ кәләш алырға йөрөй бит, киләһе айҙа туйҙары, – тип һүҙгә ҡушыла башлыҡ. – Ғөмүмән, ошо бер ай эсендә генә биш туй буласаҡ. Йәштәрҙең үҙ ауылында үҙ яртыһын табыуы икеләтә шатлыҡлы, әлеге биш парҙың өсәүһе үҙебеҙҙән. Силәбенән, Арғаяштан да килен төшөрөргә торабыҙ. Ауылыбыҙҙа шулай үҙенсә тормош гөрләп тора ул.
    – Һинең кәләшең ҡайҙан? – Рәмилгә һүҙ ҡушам.
    – Ошо урамдан, – мут ҡына йылмая егет. – Зарина менән алты йыл йөрөнөк тә, өйләнешергә ҡарар иттек.
    Рәмил ике йыл элек Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған, умартасылыҡ буйынса белем алған.
    – Атайыңдын һөнәрен һайлауың осраҡлы түгелдер?
    – Бала саҡтан уҡ ҡортҡа сағылып, бал ашап үҫкән малай булараҡ, һөнәр һайлағанда артыҡ уйланманым да. Унан бигерәк, атайҙың тәрбиәһе лә шулайыраҡ ҡоролғайны, ауыл ерен яратып, эште белеп үҫергә кәрәк, тип өйрәтте.
    – Килемле, аҡсалы эш тип тә ҡарағанһыңдыр? – Йәмһеҙерәк яңғыраһа ла был һорау, бирмәйенсә булдыра алманым.
    – Бал ҡорто кеүек тырыш булмаһаң, бал өҫтәлгә үҙе килеп ултырмай ул, – ай-һай, егетең нисек һал­дырҙы. – Унан һуң бал ҡорттарының үҙ иле, үҙ дәүләте бар, ҡылыҡ-фиғелдәре лә төрлөсә. Ҡыҙыҡ бит ул. Тәү сиратта, яратып эшләгән эшем ул минең – ҡорт тотоу.
    Рәмил былтыр үҙенең крәҫтиән-фермер хужалығын асып ебәргән. Үҙенең, тим, сөнки атаһының айырым хужалығы бар. Ул нимәһе менән отошло һуң, ни тиһәң дә, беҙҙә балға һалым һалынмай.
    – Үҙеңдең хужалығың булыуы тынысыраҡ инде. Ауылдан өс саҡрым алыҫлыҡта бер гектар ерҙе ҡуртымға алдым. Ергә һалым түләйем. Пенсия фондына аҡса күсереп, шулай үҙемсә киләсәкте лә хәстәрләйем.
    Рәмилдең 150 умартаһы бар. Әҙ түгел был. Нисек өлгөрә икән егет? Үҙе әйтеүенсә, уға бер туған еҙнәһе, ҡустыһы Ришат ярҙам итә.
    – Ә атайың?
    – Атайҙың нисә умартаһы бар, тиң. Бушамай ул.
    – Нисә һуң?
    – 400-ҙән ашыу. Уның үҙенә ярҙамсылар кәрәк. Аңлашылмай торған мәсьәләләр килеп сыҡһа, дөрөҫ, иң тәүҙә уға мөрәжәғәт итәһең инде. Атайлы кеше арҡалы, тиҙәр ҙәһә, – яуабы оҡшай миңә егеттең.
    Шылтыратып, цемент тейәгән машинаның ярты сәғәттән генә килеп етәсәге билдәле булғас, Рәмил беҙҙең менән атаһының умарталығына барып килергә риза булды. Ни генә тимә, балсы егетте диванға ултыртып фотоға төшөрөп булмай бит инде.
    Егеттең «Шевроле Нива»һында еләбеҙ. Машина яңы, еңел бара.
    – Ауыл, урман юлдарынан йөрөүе еңел булыр тип, ошо машинаға туҡталдым, – тине егет.
    – Бал ҡорто үҙ ҡанатында килтергәндер был ҡорос атты ла, – тим.
    – Шулай инде, ҡорттарымдың ҡанаттары ғына талмаһын. Өйҙә барыбыҙҙың да – атайымдың да, еҙнәмдең дә, минең дә машина булды инде.
    – Урамда бер бәләкәй матай ҙа ултыра ине...
    – Скутермы, эйе, ҡустыма атайым алып бирҙе.
    Буш ятҡан яландар аша үтәбеҙ. «Беҙ бәләкәй саҡта был баҫыуҙарҙа иген үҫеп ултыра ине, хәҙер буш ерҙәр күбәйҙе. Ерҙең ҡәҙерен белеп етмәйбеҙ», – тип ҡуйҙы Рәмил.
    Оло саңлы урман юлынан ситкә китеп күп тә үтмәнек, ҡорт батшалығы күренде. Рәт-рәт булып ҡына теҙелеп киткән умарталар, тирә-яҡтан уратып алған йүкәләр, кескәй генә ике йорт – барыһы ла әкиәт иле кеүек ҡабул ителде. Йөк машинаһынан ике кеше ҡом бушата ине. Тирә-яҡҡа һоҡланып ҡарап торғанымда, былай ҙа килешһеҙ танауыма бер ҡорт килеп ултырыуы ла булды, минең тыпырсыныуҙы үҙ итмәүеме, шап, сағып та алды. Ой-ой... ҡалай әсеттереп һыҙландыра башланы. Вә-әт, мәлғүндәр, ҡунаҡтарҙы ҡаршы ала белмәгән йән эйәләре икән дә был ҡорттар. Киләсәктә бал тәмен белеңкерәп ашарһың, тиеүҙәреме әллә. Уңарса булмай, Рәшит ағай арбаһынан һикерә төшә һалып, яныма килде. Беренсе һорауы, һаумыһығыҙ, түгел, күҙенә хәүеф алып, аллергияң юҡмы, булды.
    – Белмәйем инде, егерме йылдан ашыу ҡорт саҡҡаны юҡ бит.
    – Ҡорт саҡҡандан аллергия булһа, уның дарыуы бер генә – 100 грамм араҡы.
    Тын ҡыҫылмағас, эстәкәнгә үрелеп торманым. Өфөнән, «Йәшлек»тән килгәнде белгәс, Рәшит ағай, мут ҡына йылмайып, одеколон һөртөп йөрөй инде гурыд балаһы, шуға сәбәләнә былары, тип ҡуйҙы. Әңгәмә шулай уйламағанда башланыуына шат инем. Шаярып һүҙ башланым:
    – Рәшит ағай, улың, бала саҡтан космонавт булырға хыялландым, ти. Ә атайым мәжбүри рәүештә умартасы итте, тип зарлана.
    Ғүмеренең утыҙ йылдан ашыуы бал ҡорттары араһында үткән ир-уҙаман тәүҙә миңә, унан улына ҡарап алды ла, ҡырыҫ ҡына:
    – Улай тимәҫ, ҡулы эш белә уның, – тип ҡуйҙы. – Уйлап ҡара әле. Мин, минең атайым Рәйес, уның атаһы Түләбай, унан алда Аҙнабай, унан алда Ғәйфулла – ата-бабалары, олатай, ҡартатайҙары ҡортсолоҡ, солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән. Шулай булғас, уның тағы ниндәй шөғөлө булырға тейеш?! Ҡалайсы түгелдер бит.
    – Эйе, беҙҙең нәҫел XVII быуатта уҡ солоҡ тотҡан. Үҙ тамғалары, тәғәйен төбәктәре, билдәләнгән йүкә-имән ағастары булған, – тип һүҙгә ҡушылды Рәмил. Атай кешенең бермә-бер йөҙө яҡтырып китте.
    – Хәҙер ҙә беҙҙең бөтә нәҫел ҡорт тота. Ағайымдың улы Айнурҙың – 80-ләп, ике туғандарҙан Тимербай Хисмәтовтың – 100-ләп, Фәхрислам Аҙнабаевтың – 70-ләп, бер туған һеңлекәшемдең иптәше Фуат Әхмәтйә­новтың 80-ләп умартаһы бар. Һанай китһәң, күптәрбеҙ. Беҙҙең ауылда һәр икенсе йортта ҡорт тоталар.
    – Умартасылыҡ, тимәк, ата-бабаларҙан ҡалған шөғөл генәме?
    – Ата-бабаларыбыҙҙан изге мираҫ булып ҡалған шөғөл дә, яратҡан, төшкә инеп ыҙалатҡан эш тә, ғаиләмде ҡараған, кейендергән бизнес та ул.
    Ысынлап та, ағайҙың 400-гә яҡын умартаһы бар. Бер үҙе һис өлгөрөрлөк түгел, шуға ике ярҙамсы алған. Илдар Насретдинов менән Шәрифйән Әхмәтйәнов үҙҙәре лә ҡорт тота. Бындағы эштәре өсөн уларға эш хаҡы ла түләнә. Шулай итеп, фермер ике эш урыны булдыр­ған. Унан тыш, Рәшит Рәйес улы мәктәптә умартасылыҡ дәрестәре лә алып бара, балалар практиканы бында үтә. Белгестең әйтеүенә ҡарағанда, уҡыусылар күңел биреп өйрәнә эште. Мәктәптең 25 умартаһына ла бында урын табылған.
    – Ҡыҙыҡһынһын балалар. Мәктәпте тамамлағанда артыҡ һөнәргә эйә булыу насармы ни? 11 йәшлек кинйә улым Ришатты ла эшкә йәлеп итергә тырышам. Быйыл уҡыуыңды «биш»кә генә тамамлаһаң, матай алып бирәм, тигәйнем. Өмөттө аҡлап уҡ етмәне, өс «дүрт»е сыҡты. Шулай ҙа бында, умарталыҡта, ең һыҙғанып, күңел биреп эшләгәс, скутер алып бирҙем. Шулайтып дәртләндереп тә ебәрәһең инде.
    Умарталыҡта ҡунаҡтар йыш була. Рәшит ағай республиканың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовтың килеп, балынан ауыҙ иткәнен һөйөнөп, ғорурланып һөйләй. Бында хатта Һиндостандан да килгәндәр. Улар, донъяла иң тәмлеһе, ысынлап та, башҡорт балы, тип баһалағандар. Беҙ ҙә тәмләнек. Һәм һиндтарҙың фекере менән килештек.
    Әйткәндәй, Рәмил, Зарина, ҡотло булһын туйығыҙ, берҙән булһын уйығыҙ, тибеҙ. Күңелдәрегеҙҙән дә, өҫтәлегеҙҙән дә бал өҙөлмәһен.

    Мөнир ҠУНАФИН.
    Иглин районы.

    Руслан Ғәйнетдинов фотолары.

    Ата-бабаларҙан ҡалған мираҫ-шөғөл
    Түбәнге Ләмәҙ ауылында һәр икенсе йортта ҡорт тоталар
    авторы: admin | 23 января 2013 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ҡортсолоҡ – заманса шөғөл
  • 9 август – Башҡортостан умартасылары көнө
  • БАЛСЫ ҺУЛЫНАН БАЛ ТАМЫР...
  • Баллыстан иленә сәйәхәт
  • Ҡулдарынан ҡот китмәһен!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru