Ауырыу бер үлер, иренсәк көн дә үлер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһында Йәштәр фәне көндәрендә ҡатнашыусылар!
  • «Йәшлек»кә иң тәүҙә яҙылам
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • Асарбаҡҡа хәйер бирергәме?
  • Гөлләмәнең сағыу биҙәге
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • 2015 йылда Башҡортостандың баш ҡалаһында Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре саммиты үтә Иҡтисад
    Төбәк халыҡ-ара Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы барлыҡҡа килгән ваҡытта, 1996 – 1997 йылдарҙа “Шанхай бишәүе” (“Шанхайская пятерка”) тип аталған. Тейешле килешеүгә биш ил – Рәсәй, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙ­стан, Тажикстан – етәкселеге ҡул ҡуйған. Илдәр бергәләп хәрби тармаҡта үҙ-ара ыша­ныс­ты нығытыу, сик буйҙарында ҡораллы көстәрҙе кәметеү тураһында килешкән. Аҙаҡ, 2001 йылда, Үзбәкстан да ағза булып киткәс, ойошманың атамаһы үҙгәртелә.
    Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы – ШОС – дәүләттәре ингән дөйөм биләмә майҙаны 30 миллион квадрат километр, йәғни Евразияның 60 проценты. Ер шары халҡының 25 проценты ла ошо төбәктә йәшәй. Иҡтисади ҡеүәте иһә АҠШ-тан ҡала икенсе урында килгән Ҡытай иҡтисадын үҙ эсенә алыуы менән әһәмиәтле.
    Был ойошма НАТО кеүек хәрби берлек тә түгел, АСЕАН (Көньяҡ-көнсығыш Азия дәүләттәре ассоциацияһы) һымаҡ хәүефһеҙлек буйынса даими кәңәшмә ролен дә үтәмәй. Иң ҙур бурысы – тотороҡлоҡто һәм хәүефһеҙлекте нығытыу, террор, экстремизм, сепаратизм һәм наркотрафикка ҡаршы көрәшеү, иҡтисади хеҙмәттәшлекте, энергетика йү­нәлешендә партнерлыҡты, фәнни һәм мәҙәни бәйләнеште үҫтереү.
    Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһының күҙәтеүсе илдәре – Һиндостан, Иран, Монголия, Пакстан, Афғанстан. Шулай уҡ Белоруссия, Төркиә һәм Шри-Ланка диалог буйынса хеҙмәттәштәр булып тора.
    Һеҙҙе ойошма ағзалары булған илдәр менән таныштырыуыбыҙҙы дауам итәбеҙ. Әлбиттә, улар беҙгә ят түгел – Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Та­жик­стан һәм Үзбәкстан күп йылдар дауамында СССР тигән ҙур илебеҙҙең союздаш республикаһы һа­налды. Ә Ҡытай – бөгөнгө бик әүҙем “дуҫыбыҙ”.
    Шулай итеп, түбәндә һүҙ башҡорт ерҙәренә “терәлеп” торған Ҡаҙағстан хаҡында.

    “Һуңғы могикан”

    Ҡаҙағстан – һуңғы көсөнә тиклем СССР-ға тоғро ҡалған республика. Ул тарихтан беҙгә билдәле “Беловежье килешеүе”нә (СССР тарҡалыуы хаҡында ошонда һүҙ ҡуйышалар) иң аҙаҡтан ҡул ҡуя. 1991 йылдың 16 декабрендә Ҡаҙағстандың бойондороҡһоҙлоғо тураһында Закон ҡабул ителә.
    Артабан төбәк халыҡ-ара аренаға сығыу юлында тиҙлеген арттыра, БМО-ға инә, әкренләп башҡа халыҡ-ара ойошмаларҙың да ағзаһы булып китә. Ил Президенты Нурсолтан Назар­баевты ысын мәғәнәһендә “ҡаты ҡуллы”, ғәҙел, маҡсатлы, “ныҡлы ултырған” сәйәсмән тип атарға мөмкиндер. Ул дүртенсе тапҡыр етәксе итеп һайланды.
    СССР осоронда республикала байтаҡ ҡына мөһим проект ғәмәлгә ашырыла – космосҡа тәүге кеше осорола, Семипа­латинск полигонында ядро ҡоралы һынала, сиҙәм күтәреү кампанияһы алып барыла.
    Күп йылдар Ҡаҙағстандың баш ҡалаһы булып Алма-Ата иҫәпләнде. ысынлап та, был яҡтар – алмалы төбәк. Астананың мәркәз булып китеүенә әле 17 – 18 йыллап ҡына. Ҡаҙаҡсанан тәржемәләһәң, баш ҡала тигәнде аңлата.
    Донъяның алты бойондороҡһоҙ төрки дәүләтенең береһе булған Ҡаҙағстанда әле 17 миллион 330 меңдән саҡ ҡына ашыу кеше йәшәй (2014 йылдың 1 сентябренә ҡарата).
    Республика донъя океанына туранан-тура юлы булмаған иң ҙур дәүләт һанала. Төркмәнстан, Үзбәкстан, Рәсәй, Ҡытай, Ҡырғыҙстан менән сиктәш илдә 120-нән ашыу милләт кешеһе көн итә. Бында барыһы ла бар – сүллек тә, урман да, күлдәр ҙә, йылғалар ҙа, дала ла, тауҙар ҙа.

    Иҡтисады

    Ҡаҙағстан иҡтисады Үҙәк Азияла ярайһы алдынғы урында тора. Илдә нефть тә бар, минералдар ҙа, металл да, сәсеүлек һәм көтөүлектәр ҙә. Әлбиттә, СССР тарҡал­ғас, төбәк айырым дәүләт булып киткәс, проблемалар ҙа тыумай ҡалмай, әммә хөкүмәт иҡтисади программалар булдыра, хосусилаштырыу иғлан итә, ҙур төҙөлөш проекттары эшләнә. 90-сы йылдар аҙағындағы көрсөк ауыр ғына кисерелһә лә, 2000 йылда иҡтисад ҡапыл үҫеш юлын ала, быға донъя баҙарындағы нефть, металл хаҡтары, шулай уҡ ҡаҙаҡ игененә ихтыяж булышлыҡ итә. Икенсе йылына Ҡаҙағстандың эске тулайым продукты үҫеше донъяла иң юғарыларҙың береһе була. 2010 – 2013 йылдарҙа ла иҡтисад йыл һайын биш процентҡа үҫеп бара.
    Рәсәй, Ҡытай, БДБ илдәре ме­нән бәйләнештәрҙе нығытыу ҙа быға этәргес бирә. АҠШ-та иҫәпләп сығарыуҙарынса, Ҡаҙағстан 2014 йылда иҡтисади азатлыҡ индексы күрһәткесе буйынса донъяла иң яҡшы 20 ил исемлегенә индерелгән.
    Нефть менән газ сығарыу – иҡтисадтың иң мөһим бер өлөшө. бында һуңғы 20 йылда нефть табыу – дүрт, газ биш тапҡырға артҡан. Төбәктең киләсәге лә ошо ике ресурсҡа бәйле. Бынан тыш, тау сәнәғәте лә үҫешкән. Көн­байыш илдәре менән берлектә етештереү проекттары ла ғәмәлгә ашырыла.

    Йолалары

    Ҡаҙаҡ йолаларына килгәндә, уларҙың байтағы беҙҙеке менән ауаздаш. Ҡунаҡ һыйлау, ат сабыштары, милли байрамдары тап башҡорттарҙағы кеүек сағыу һәм күңелле үтә.
    “Һөйөнсө!” – тип оран һалғанда беҙ нимәне күҙ уңында тотабыҙ? Яҡшы хәбәрҙе кемгәлер еткергәндә, һөйөнсөһөнә нимә бирәһең, тип тә өҫтәйбеҙ әле. Әлбиттә, ниндәйҙер бүләккә йә һыйға ла өмөт итәбеҙ. Был матур ғәҙәт ҡаҙаҡтар­ҙа ла бар. Улар ҙа бүләк бирешергә ярата. Борон хатта хөрмәтле ҡунаҡҡа шәп кенә ат та тотторғандар. “Ат мингизип шапан жабу” (“Ат мендереп, сапан ябыу”) тип аталған бер йола. Ауылға аҡынмы йә батырмы килһә, ат биреп, дөйә йөнөнән тегелгән сапан кейҙергәндәр.
    Тағы “Бес жаксы” (“Биш яҡшы”) тигән бүләкләү йолаһы билдәле. Ул биш өлөштән тора – дөйә, юртаҡ, ҡиммәтле балаҫ, алмас ҡылыс, кеш тиреһенән тегелгән тун биреү. Бындай бүләк халыҡ араһында ныҡ ихтирам яула­ғандар­ға ғына эләгә.
    Өмә тигән һүҙҙе бөгөн онотоп бармайбыҙмы икән? Хәҙер күбеһенсә ғаилә ҙур эштәрҙе лә техника ярҙамында үҙе генә башҡара ла ҡуя. Шулай ҙа һәйбәт нәмә ул өмә. Ҡаҙаҡтарҙа ул асар тип атала. Ә берәй бәхетһеҙ осраҡта йә ҡапыл ғына ярҙам кәрәкһә, “жылу” тигән йолаға таянып эш итәләр. Был хәйриә ярҙамы һымаҡ. Кейем, аҡса, мал, төҙөлөш материалдары бирелә.
    Боронғо йолаларҙан тыуған ергә аунатыу тигәне әһәмиәтле. Йәнтөйәгенән алыҫта булып оҙаҡ йөрөп ҡайтҡан кешене ерҙә аунатып алғандар. Мәғәнәһе – бөтәбеҙ ҙә ер балалары.

    Күркәм урындары

    Һәр кемгә үҙ тыуған яғы ғәзиз һәм яҡын булһа ла, кеше матурлыҡ, ял эҙләп сит тарафтарға ла сәйәхәт итә. Сер түгел, әле үҙебеҙҙең ерҙең күркәмлеген бигүк күреп бөтмәгәндәр ҙә байтаҡ ҡына сит илдә булырға өлгөргән. Диңгеҙ һәм экзотика тарта кешене. Әлбиттә, Ҡаҙағстанда ла күрер күҙгә эләгерлек урындар бик күп. Тәбиғәт төрлөлөгө, тарихи ҡо­март­ҡылар, заманса ҡалалар – барыһы ла бар бында.
    Мәҫәлән, Астанала Байтерек монументын күрмәй китеү мөмкин түгел. Риүәйәттәр буйынса, байтерек (байтирәк) – Самрук тигән изге ҡош төйәкләгән мәңгелек ағасы. Ҡош унда алтын йомортҡа һалырға тейеш. Уныһы иһә – Ҡояш.
    Байтерек башняһы йәшәйештең өс нигеҙен һүрәтләй: ер аҫты, ер өҫтө һәм һауалағы тормош. Бина бейеклеге лә бик мәғәнәле – 97 метр, ул Астана баш ҡала булып киткән 1997 йылды аңлата икән. Бер залда 17 тажлы глобус бар, унда донъяның 17 дине вәкилдәре ҡултамға ҡуйған. Эргәһендә – Нурсолтан Назарбаевтың устары эҙе һалынған баҡыр ярымшар ята. Шунда усыңды ҡуйһаң, “күк музыкаһы” яңғырай ҙа, ошо ваҡыт арауығында теләк теләп өлгөрөргә кәрәк, ти. Моғайын, Назарбаев әфәнде теләктәрҙе үтәү һәләтенә эйәлер, тип шаяртырға ла ярай­ҙыр.
    Хан-шатыр тигән сауҙа-күңел асыу комплексы ла һушығыҙҙы алыр. Донъяла иң ҙур сатыр икән ул. Бында әллә нисәмә ресторан, супермаркет, магазин, кинотеатр, офис, бассейн, хатта пляжы менән аквапарк һыйған. Автомобилдәр ҡуйыу урыны хаҡында әйтеп тораһы ла юҡ. Иртән инәһең дә, арманһыҙ булып, кеҫәңде байтаҡҡа йоҡартып, кисен генә килеп сығаһың инде. Уның ҡарауы, тәьҫораттарыңды һөйләп тә бөтә алмаҫһың. Шулай тип таныштыралар ошо Хан-шатыр менән. 2010 йылда ғына асылған ул. Сатыр – “Форбс” журналы рейтингы буйынса иң яҡшы экобиналар исемлегендә БДБ илдәренән берҙән-бер вәкил.
    Боронғо ҡомартҡыларҙан Ҡа­раһаҡал некрополен телгә алыр­ға кәрәктер. Аҡтүбә өлкәһенең Жаркамыс ҡасабаһынан алыҫ булмаған ерҙәге ҡәберлек 15 гектар ерҙе биләй. Бында меңләгән ҡә­бер ташы теҙелеп тора. Респуб­лика әһәмиәтендәге был урын дәүләт тарафынан һаҡлана.
    Жамбыл өлкәһендәге Айша-Би­би кәшәнәһе XII – XIII быуат ҡомартҡыһы. Уны төҙөгәндә 60-тан ашыу биҙәк төрө ҡулланылған. Ҡара­ханид дәүеренең ҡомартҡыһына был яҡтарҙа тиң юҡ икән. Кәшәнә Ҡарахан яугир менән Айша һылыу мөхәббәте менән бәйле.

    Беренсе һәм “иң-иң”

    Кешенең атты ҡасан ҡулға эйәләштергәнен беләһегеҙме? Мин дә белмәйем шул. Бик борон булған инде был хәл. Әммә ҡайһы тирәлә тәүҙә һыбай менгәнен әйтә алам – Ҡаҙағстанда. Эйе, иҫәпләп сығарғандар, Ер йөҙөндә иң тәүгеләрҙән булып тап ошо тирәлә кеше атты үҙенең айырылмаҫ дуҫы яһаған, ти.
    Ғөмүмән, Ҡаҙағстанға ҡарата беренсе, тәүге, иң-иң тигән һүҙ­ҙәр­ҙе күп ҡулланырға мөмкин. Донъялағы иң ҙур күл дә бында (Балхаш), иң оҙон ҡоро ер сиге лә ошонан үтә. Рәсәй менән Ҡа­ҙағстан сиге – 7 512,8 километр. ХХ быуаттың СССР өсөн иң ҡыуаныслы ваҡиғаһы ла был төбәккә ҡағыла – йыһанға тәүге юлдаш һәм беренсе космонавт Юрий Гагарин осҡан космодром – Байконур ҙа ҡаҙаҡ ерендә. Уңдырышлы ер тигән мәғәнәгә эйә булған Байконур үҙе лә планетала беренсе космодром.
    Экибастуздың 2-се ГРЭС-ының төтөн торбаһын да донъяла иң бейек торба тип билдәләгәндәр. 420 метр икән. Алма-Ата телебашняһы ла, диңгеҙ кимәленән иҫәпләгәндә, иң бейеге.
    Иң юғарыла урынлашҡан һырғалаҡ (каток) та ошонда. 1691 метр бейеклектәге тауҙағы “Медеу” яһалма майҙанлы иң ҙур ҡышҡы спорт төрҙәре комплексы ла. Майҙаны – 10,5 мең квадрат метр. Тау һауаһы һәм боҙҙоң да тап-таҙа тау һыуынан ҡойолғанлығы юғары күрһәткестәргә ирешергә булышлыҡ итә, ти белгестәр. Бында 200 донъя рекорды ҡуйылған. Боҙ майҙаны үткән быуаттың 50-се йылдары башында уҡ эшләһә, яһалма боҙло комплекс 1972 йылда асылған.
    Тағы ла бер рекорд: 1986 йылдың февралендә Ҡаҙаҡ ССР-ында Сиҙәм тимер юлы буйлап дөйөм ауырлығы 43,4 мең тонна, оҙонлоғо 6,5 километрлыҡ 440 вагонлы поезд үткән. Был – донъя рекорды.
    Йәнә шул: Бөйөк Ватан һуғышында совет ғәскәрҙәре фай­ҙалан­ған һәр өсөнсө пуля ҡаҙаҡ ҡурғашынан ҡойолған булған.

    Әйткәндәй

    * Төркөстан ҡалаһы Ҡаҙағ­стан­дың мәҙәни үҙәге һанала. Ул 1500 йыл элек барлыҡҡа килгән.
    * Ҡаҙағстан – алма һәм ләләләр иле.
    * Археологик эҙләнеүҙәр һө­ҙөм­тәләре шуны асыҡлаған: был төбәктә борон амазонкалар йәшәгән.
    * Рус телендәге “деньги” төркисә “тенге” (беҙҙә – тәңкә) һүҙенән сыҡҡан тип баралар. Әле Ҡаҙағстандың милли валютаһы ошо атама менән йөрөтөлә.

    Алһыу ИШЕМҒОЛОВА
    әҙерләне.
    авторы: admin | 22 января 2015 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Башҡорт ере – йыр-моң бишеге
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • Көлөп килгәндән абай бул
  • Янылыктар
  • Беҙҙең таможня һынатмай
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru