Аштан ҡалһаң да, эштән ҡалма.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ВАҠЫТТЫҢ ЯҢЫ САҠЫРЫУҘАРЫНА ЯУАП ИТЕП
  • [b]Ҡымыҙсы әбейем[/b]
  • Яҙ һәм Хеҙмәт байрамы менән!
  • ҠАРТЛЫҠ БӘХЕТ БИТ УЛ ШУЛАЙ ҘА...
  • «Йәшлек»кә иң тәүҙә яҙылам
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе Дмитрий Медведев Өфөлә булды Иҡтисад
    Рәсми делегация составында Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич, РФ Хөкүмәте вице-премьеры Ольга Голо­дец, «РОСНАНО» йәмғиәте идараһы рәйесе Анатолий Чубайс бар ине.
    Дмитрий Медведев Өфөләге позитрон-эмиссион томография үҙәгенең эше менән танышты. Бында ҡунаҡтар яман шеште диагностикалау өсөн изотоптар әҙерләү процесын һәм операция бүлмәһен ҡараны. Үҙәктә шешкә нурланыш менән тәьҫир итеүсе уникаль аппарат – кибер-бысаҡ урынлаштырылған.
    Автомат аппарат бер нисә төр шеште дауалау мөмкинлегенә эйә. Әйткәндәй, Өфөлә ПЭТ-үҙәк 2012 йылда төҙөлә башлаған. Яҡынса 956 миллион һум инвестиция һалынған. Ун ай эшләү осоронда ул өс меңдән ашыу пациентты ҡабул итергә лә өлгөргән. Өфөләге үҙәк – РОСНАНО-ның шәхси инвесторҙар менән берлектә төҙөгән тәүге медицина үҙәге.
    Рәсми делегация Пенсия фондының яңы электрон сервистарының эше менән дә танышты. Дмитрий Медведев 2015 йылдың 1 ғинуарынан индерелгән «Стра­хов­каланған шәхестең шәхси кабинеты» сервисын файҙаланып ҡараны. Был сервис аша һәр кем үҙенең билдәләнгән пенсия хоҡуҡтары, тәғәйенләнгән пенсия, социаль түләүҙәр, шул иҫәптән «әсәлек капиталы» хаҡында белә ала. Хөкүмәт Рәйесе системаның заманса һәм ышаныслы күренеүен билдәләне.
    Халыҡты хеҙмәтләндереүсе бөтә терминалдар яңы Рәсәй технологиялары буйынса эшләнгән. Был импортты алмаштырыу шарттарында айырыуса мөһим.
    Дмитрий Медведев «Берҙәм Рәсәй» партияһының Башҡор­тостандағы ағзалары менән осрашҡанда, иҡтисади һәм социаль мәсьәләләрҙе тикшереүҙән тыш, йәнә бер республика проекты менән танышты. Уны хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙы эҙләү проекты бик ҡыҙыҡһын­дыр­ҙы.
    – Әгәр былар, ысынлап та, үҙенсәлекле технологиялар икән, улар Рәсәйҙә киң таралыу алырға тейеш, – тине Дмитрий Медведев.
    Шулай уҡ «Өсөнсө быуын халыҡ университеты» республика проектының да федераль кимәлгә сығыу мөмкинлеге бар.
    Дмитрий Медведев Башҡор­тостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән айырым осрашып һөйләште.
    Ил Хөкүмәте башлығы төбәк иҡтисадындағы, тәү сиратта хеҙмәт баҙарындағы, хәл-торош менән ҡыҙыҡһынды, төҙөлөш темаһы ла күтәрелде. Дмитрий Медведев ипотека кредитлауының төҙөлөш тармағы өсөн әһәмиәтле булыуын билдәләне. Тик Үҙәк банктың төп ставкаһы юғары булған осорҙа был йүнәлешкә булышлыҡ итеү мөһим. Премьер-министр әйтеүенсә, тейешле сараларға аҡса бүленәсәк.
    Торлаҡ төҙөлөшө йәһәтенән республикала үҙенсәлекле проект ғәмәлгә ашырыла: тупланма торлаҡ төҙөлөшө программаһында ҡатнашыусылар йылына 6 – 7 процент өҫтәп түләү шарты менән ипотека кредиты алыу мөмкинлегенә эйә була.
    Дмитрий Медведев, Рөстәм Хәмитовтың ошо проектҡа булышлыҡ итеү хаҡындағы үтенесен тыңлап, ярҙам итеү механизмын тикшерергә әҙерлеген белдерҙе.

    Әйткәндәй

    Премьер-министр сәфәрендә һаулыҡ һаҡлау тармағындағы хәл-торошҡа айырыуса иғтибар бирҙе. Был юҫыҡта Дмитрий Медведев дарыуҙарға ҡытлыҡты булдырмаҫҡа һәм уларға хаҡтар­ҙың нигеҙһеҙ артыуына ҡаршы көрәшеү кәрәклегенә баҫым яһаны. Эксперт баһалары буйынса, быйыл дарыуҙарға хаҡ яҡынса 20 процентҡа артасаҡ. Киләсәктә Рәсәй препараттарына, дарыуҙарға ихтыяж артыуы күҙаллана.
    авторы: admin | 6 февраля 2015 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Был донъяла ниҙәр бар?
  • Путин – Премьер-министр
  • ВЛАСҠА ЯҢЫ ПРЕЗИДЕНТ КИЛДЕ
  • «Пенсионерҙарға ярҙам итеү – изге бурыс»
  • Әгәр һайлау ошо йәкшәбелә үтy ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru