Ашағанда телһеҙ бул, эшләгәндә өнһөҙ бул.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Июнь
  • [b]Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле, Күршеләрҙә йәшәп ятһа ла[/b]
  • Сыңғыр
  • «Урал моңо» Салауат hәйкәленән башлана
  • Оҙаҡламай электромобилдә йөрөрбөҙ әле...
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҡаҙҙың хаҡы былтырғы кеүек Иҡтисад

    Ҡағиҙә булараҡ, помидор һәр ваҡыт тиерлек ҡыярҙан ҡиммәтерәк һатыла ине. Быйыл нишләптер был йәшелсәләрҙең хаҡтары урындары менән алмашынды, иртә көҙҙән алып ҡыярҙың хаҡы юғарыраҡ булды.
    Көҙгө һуғым башланыу менән иттең дә хаҡы саҡ ҡына булһа ла кәмер, тип өмөт итеү урынлы. Хаҡтарға көҙгө-ҡышҡы ит йәрминкәләре лә йоғонто яһамай ҡалмаҫ.
    Түбәндәге таблицала хаҡтар баш ҡаланың Үҙәк баҙары миҫалында 20 ноябргә ҡарата бер килограмм аҙыҡ-түлеккә бирелгән.
    Һыйыр ите 150 – 200 һум
    Йылҡы ите 130 – 220 һум
    Сусҡа ите 120 – 200 һум
    Ҡаҙ ите 240 – 250 һум

    авторы: admin | 21 ноября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    ВӘҒӘҘӘЛӘР БИРЕЛДЕ. УЛАР ҮТӘЛЕРМЕ? Иҡтисад

    РӘСӘЙ Федерацияһы Прези­денты Дмитрий Медведевтың икенсе Мөрәжәғәтнамәһен анализлар алдынан бер нисә тарихи ваҡиғаға байҡау яһарға кәрәк. Медведев власҡа элита йәки электорат дәғүәселеге аша түгел, ә һарай (дворцовая ситуация) шарттарында килде. Ә Владимир Путин киҫкен элита дәғүәселеге, Евгений Примаков йөҙөндә көслө һәм харизмалы гипотетик дәғүәсе, икенсе чечен кампанияһынан һуң башланған теракттар серияһы кеүек саҡырыуҙар аша ил менән идара итә башлағайны.

    авторы: Альбина | 19 ноября 2009 | Фекерҙәр (1) | Тотош уҡырға
    Ундайҙарҙарҙы, ҡулы алтын, тиҙәр... Башҡортостан, Милли проекттар, Иҡтисад

    Ундайҙарҙарҙы, ҡулы алтын, тиҙәр...Һеҙ һүрәттә күргән егет – Хәйбулла районының Байғусҡар ауылында йәшәүсе, оҫта ҡуллы, йәш эшҡыуар Илшат Игебаев. Маһира апай менән Вәкил ағайҙың ғаиләһендә беренсе бала булып донъяға килгән малай бәләкәй саҡтан уҡ һүрәт төшөрөргә, ағасты юнып төрлө әйберҙәр яһарға әүәҫ була. Бәлки, киләсәктә тап ошо юл менән китерен алдан төҫмөрләмәгәндер... Урта мәктәпте тамамлағас, Сибай педагогия колледжында технология серҙәренә төшөнә. Магнито­горск ҡалаһында юғары белем ала, Силәбе өлкәһендә хәрби бурысын үтәй. Ә хеҙмәт юлын Садовый ҡасабаһында технология уҡытыусыһы булып башлай. Артабан ул Өфөлә «Мейәс-мебель» фабрикаһында эш­ләп, һөнәрен камиллаштыра. Тап шул ваҡытта ул үҙенең тормош иптәшен – Гөлсөмдө осрата. Йәш ғаилә үҙҙәренең хыялын тормошҡа ашырыр өсөн, тыуған ауылдарына ҡайтып, атай йортонда төпләнә.
    Хәҙерге ваҡытта йәштәрҙең күбеһе ауылда ҡалырға тырышмай, ә ҡалаға ынтыла. Ә бына Илшат тәүәккәлләй ҙә, буш торған совхоз бинаһын һатып алып, үҙ эшен асып ебәрә. Тырыш егет бына инде ике йыл заказ буйынса сифатлы өй йыһаздары, мебель етештерә.

    авторы: admin | 12 ноября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Резинаңды... һуҙып йөрөмә! Иҡтисад

    Алтын көҙ артта ҡалды, әбейҙәр сыуағы ла оҙаҡ тотҡарланманы һәм бына, ниһайәт, бөтә донъя иләҫләнеп ҡышҡы тунын кейә. Ҡарлы ямғыр яуыуы, төндә туңдырып, юлдарҙа боҙлауыҡтар барлыҡҡа килеүе оҙаҡламай ҡыш етеүенә ишара. «Тимер ат»ты был миҙгелгә әҙерләү тураһында ла уйларға ваҡыт. Ҡышҡы һыуыҡ, боҙлауыҡты көтөп ятҡансы автомобилде алдан әҙерләй башлау һәм уны дөрөҫ эксплуатациялау хәүефһеҙлек йәһәтенән һәр намыҫлы кешенең бурысы.
    Әлбиттә, ҡышҡа әҙерлектең төп мәсьәләһе – йәйге резинаны ҡышҡыға алмаштырыу. Белгестәр фекеренсә, покрышкаларҙы алмаштырыу ергә ҡар ятҡанға тиклем һуҙылырға тейеш түгел. Иң яҡшыһы, алдан һауа торошон күҙаллап, тәгәрмәстәрҙе алмаштырыу зарур. Был эште үҙең башҡараһыңмы, әллә шиномонтаж белгестәренә тапшыраһыңмы, барыһы ла водителдең ҡарамағында.

    авторы: admin | 10 ноября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    «Батыр» – исеменә күрә есеме Яңылыҡтар, Сәләмәтлек, Иҡтисад

    Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙағы «Батыр» физкультура-һауыҡтырыу комплексы тураһында гел яҡшы хәбәрҙәр ишетеп торабыҙ. Уның тынғыһыҙ етәксеһе Урал Харисов төрлө спорт сараларын ойоштороп уҙғарғанда, үҫеп килеүсе быуынды һауыҡтырыуға ғына түгел, уларҙы тәрбиәләүгә лә ҙур әһәмиәт бирә. Уның ҡулы аҫтында эшләгән тырыш тренер­ҙар Ирек Мусин, Руслан Илһамов, Илмир Бүләкбаев, Дим Вәлиевтың тәрбиәләнеүселәре шуға ла спортта юғары уңыштарға өлгәшә, уҡыуҙа ла һынатмай, тәртип боҙоусылар рәтендә лә йөрөмәй. Яңыраҡ берҙәмдәр, егәрлеләр коллективы тағы ла бер еңеү яуланы. Беренсе тапҡыр үткәрелгән Бөтә Рәсәй «Арена» милли конкурсының һөҙөмтәләре буйынса, Өфөнөң «Биатлон» һәм Асҡарҙың «Батыр» комплекстары Рәсәйҙең спорт һәм ял өсөн иң өлгөлө ҡоролмалары тип танылды.

    авторы: admin | 31 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Электр транспортында яңы тарифтар индерелә Башҡортостан, Иҡтисад

    1 декабрҙән Өфөлә электр транспорты менән файҙаланыуға яңы тарифтар индереләсәк. Ҡала советы депутаттары кисә ошондай ҡарар ҡабул итте.
    Йәғни трамвайҙа йәки троллейбуста йөрөү хаҡы бер айҙан туғыҙ һум торасаҡ, пластик карта буйынса йөрөү – һигеҙ һум, ә багаж хаҡы – алты һум. Тарифтарҙы үҙгәртеү буйынса сара электр транспорты эшенең һөҙөмтәлелеген күтәреү өсөн күрелә. Волга буйы федераль округындағы башҡа ҙур ҡалалар менән сағыштырғанда, Өфөлә электр транспортында йөрөү хаҡы иң түбәне булып ҡала. Мәҫәлән, Ырымбурҙа – 10, Пензала, Ульяновскиҙа — 8, Түбәнге Новгородта, Чебоксарҙа – 9 һум, Ҡаҙанда – 10, Һамарҙа һәм Пермдә – 12 һум. Ә ҡайһы бер ҡалаларҙа тиҙҙән тарифтарҙы 15 һумға тиклем күтәрергә йыйыналар.

    авторы: admin | 31 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иртән бер хаҡ, кисен - икенсе Башҡортостан, Иҡтисад

    Баҙарҙа хаҡтар аҙнаһына ғына түгел, көнөнә лә бер нисә тапҡыр үҙгәрергә һәләтле. Шуға ла иртән 300 һум торған тауыҡтың йәкшәмбе кис 150 һум ғына тороуы ла бик мөмкин. Ә беҙ Үҙәк баҙарҙа ялдар башланып ҡына торғанда, көндөң тәүге яртыһында йөрөйбөҙ, ҡайһы бер аҙыҡ-түлек ҡиммәт күренһә лә аптырарға түгел. Бынан тыш, баҙарҙа һатыулашыу кәрәк, билдәләнгән хаҡта туҡталып ҡалыу дөрөҫ түгел.
    Түбәндәге таблицала хаҡтар бер килограмм аҙыҡҡа 23 октябргә ҡарата Үҙәк баҙар миҫалында бирелгән.

    авторы: admin | 24 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тәүәккәлләгән – таш ярған Башҡортостан, Иҡтисад

    Тәүәккәлләгән – таш ярғанРеспубликабыҙҙа финанс көрсөгөнә ҡаршы көрәштә эшһеҙлекте кәметеү төп маҡсат итеп ҡуйылды. Был йәһәттән беҙҙә төрлө маҡсатлы программалар уңышлы тормошҡа ашырыла. Миҫалға 2009 йылда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса район программаһының үтәлешен генә алайыҡ. Уға ярашлы, үҙ эшен асырға теләүселәргә субсидия ҡаралған. Ошо программа сиктәрендә өс кеше субсидия алып, үҙ эшен асҡан да инде. Шундай тәүәккәлдәрҙең береһе – район үҙәгендә беренселәрҙән булып йорт хайуан­дарын дауалау, тәрбиәләү кәрәк-яраҡтарын тәҡдим ­итеүсе ”Айболит” магазинын асыусы Эльза Рәлиф ҡыҙы Туҡтағолова менән яҡынданыраҡ таныштыҡ.
    Бәләкәйҙән йорт хайуандары менән ҡыҙыҡһынған, уларҙы тәрбиәләргә яратҡан ҡыҙ, мәктәпте тамамлағас, Башҡорт дәүләт аграр университетының ветеринария факультетына уҡырға инә.

    авторы: admin | 17 октября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru