| |
|
| Балта һабы беләктән башлана, үткерлеге - йөрәктән,
|
|
|
 |
|
|
 |
|
 |
|
Баш бит |
Теркәлеү |
Мәғлүмәт |
Сайттағы яңылыҡтар |
Беҙҙең турала |
Бәйләнеш
|
 |
|
 |
 |
Уртаҡ иҡтисади зона барлыҡҡа киләсәк |
Иҡтисад |
|
Оҙаҡламай республикабыҙҙа «Урал» тип аталған айырым иҡтисади зона төҙөләсәк. Был киң күләмле инвестиция проектында Башҡортостан менән Силәбе өлкәһе ҡатнаша. Республиканың тәү сиратта көньяҡ төбәктәре өсөн файҙа килтерерлек туристик мегаполисты төҙөү өҫтөнлөктәре Әбйәлил районында үткән инвестиция форумында ҡаралды. Берләштерелгән инвестиция форумында ҡатнашыусылар, Урал аръяғында туризм тармағы төбәк-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә тос өлөш индерә ала, тигән һығымтаға килде. Әле Башҡортостан менән Силәбе өлкәһенең иҡтисад, фән, сәнәғәт һәм тәбиғәт ресурстары ҡеүәте менән туристик-рекреацион биләмәне булдырыу өсөн шарттар етерлек. |
|
|
|
Ошо көндәрҙә Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтендә 2007 йылдағы тышҡы иҡтисади һәм төбәк-ара эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһалды. Өфө төрлө йүнәлештә үҫешкән мегаполис булараҡ билдәле. Былтыр баш ҡалалағы предприятиеларҙың тышҡы тауар әйләнеше 1 миллиард 528 миллион АҠШ долларынан ашып киткән. Шул иҫәптән экспорт – 1 миллиард 172 миллион, ә импорт 346 миллион доллар тәшкил итә. Өфө ҡалаһы хакимиәтенең тышҡы иҡтисади бәйләнештәр бүлеге начальнигы Руслан Мирсаяпов билдәләүенсә, сауҙа балансының ыңғай сальдоһы бер нисә йыл рәттән һаҡланып килә. |
|
|
|
Һуңғы осорҙа Башҡортостанда банкылар бик күп асыла. Был ҡыуаныслы, әлбиттә. Тимәк, беҙҙә банкылар инфраструктураһы юғары кимәлдә. Ошо көндәрҙә «АКБ «Связь-Банк» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Өфө филиалының мини-офисы асылды. Ул Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының 71-се почта элемтәһе бүлексәһендә урынлашҡан. |
|
|
|
Башҡортостандың миллиардер-предприятиелары исемлеге тағы ла тулыланған Дөйөм алғанда, уларҙың иҡтисади эшмәкәрлектең хужалыҡ төрҙәре буйынса әйләнеше 752,3 миллиард һум тәшкил иткән. Был – дөйөм республика әйләнешенең 55,4 проценты. Ғөмүмән, былтыр ойошмаларҙың иҡтисади эшмәкәрлектең хужалыҡ төрҙәре буйынса әйләнеше 1 триллион 357,2 миллион һум тәшкил иткән. Был 2006 йылғы күрһәткестән 26,5 процентҡа күберәк. Әйткәндәй, 2006 йыл йомғаҡтары буйынса республикала бары 88 миллиардер-предприятие иҫәпләнгән. Яңы һандарға ҡарағанда, бындай предприятиеларҙың 26-һы 10 миллиард һумлыҡ күрһәткестән уҙған (»Башнефть», «Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты», «Салауатнефтеоргсинтез», Өфө нефть эшкәртеү заводтары, «Сода», «Белорет металлургия комбинаты», ӨМПБ, «Уралсибнефтепровод» акционерҙар йәмғиәттәре һ. б.). Былтыр миллиардер-предприятиелар исемлегенә «Башҡорт баҡыры» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (Хәйбулла районы) өҫтәлгән. Ҡайһы бер предприятиеларға, мәҫәлән, «Строймаш» заводына (Стәрлетамаҡ) миллиардлыҡ күрһәткескә етергә күп ҡалмаған. Г. ИЛЬЯСОВА. |
|
|
|
Бөгөн бөтә донъя таможня органдары хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең профессиональ байрамдарын – Халыҡ-ара таможня көнөн билдәләй. Рәсәй таможняһында 70 меңгә яҡын кеше хеҙмәт итә, ә бөтә донъяла был өлкәлә 800 меңгә яҡын кеше үҙ эшен намыҫлы башҡара. |
|
|
 |
Бай ҙа, уңған да республикабыҙ! |
Иҡтисад |
|
 Әле Германияның Берлин ҡалаһында 73-сө тапҡыр «Йәшел аҙналыҡ – 2008» халыҡ-ара аграр күргәҙмәһе үтә. Ул 17 ғинуарҙа башланып, 27 ғинуарға тиклем дауам итәсәк. Экспофорумда 70-кә яҡын ил ҡатнаша, улар араһында Рәсәй ҙә бар. 15 йыл элек беҙҙең экспозициялар был сарала 20 квадрат метр майҙанды ғына биләй ине. Хәҙер инде Рәсәй алты мең квадрат метр майҙанда тотош павильонды биләп тора, унда илебеҙҙең 30 төбәге урын алған. «Йәшел аҙналыҡ»та Рәсәйҙең төп терәге булып Волга буйы федераль округы сығыш яһай. Илдәге ауыл хужалығы өлкәһенең кимәлен тап беҙҙең республика күрһәтә. |
|
|
|
Башҡортостан Хөкүмәте заказы менән «AVL» Австрия фирмаһы тарафынан эшләнгән урта класлы үҙйөрөшлө «Толпар» тракторын киләсәктә күпләп эшләп сығарыуҙа Башҡортостандың тиҫтәнән ашыу предприятиеһы ҡатнашырға теләк белдергән. Былтыр Өфөлә һәм Австрияла Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләте составына инеүенең 450 йыллығы сиктәрендә башҡорт тракторының күрһәтмә моделе презентацияланғайны. Әле трактор эшләнәсәк майҙансыҡ һайлана, ә уға комплектлаусы изделиеларҙы әҙерләйәсәк предприятиелар үҙҙәренең техник тәҡдимдәрен индереү өҫтөндә эшләй.
|
|
|
|
|
|
 |
 |
Баш бит |
Теркәлеү |
Мәғлүмәт |
Эҙләү |
Сайттағы яңылыҡтар |
Беҙҙең турала |
Бәйләнеш
2007 Создание сайтов | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru
|
|
|
|