Иренмәгән иртәгәге эшен бөгөн бөтөргән.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Йүгереп ҡайтыр инем бала сағыма
» Суд приставтары бала хоҡуҡтарын яҡлай
» Тауҙар мине көтә
» Президент ҡотланы
» Fүмер ике килмәй
» Һорауҙарың булһа шылтырат!



Тормошмо был, әллә?.. Йәки Ауыл халҡы нимәгә зарлана? Иҡтисад

Һәүетемсә генә йәшәп ятҡан халыҡҡа, баҡһаң, тетрәнеү кисереү өсөн күп кәрәкмәй икән. Ҡыштан ялҡҡан кешеләр яҙҙың килеүенә шатланып, уның иртәләүенә, яуым-төшөмдөң булмауына артыҡ иғтибар бирмәне. Һабантуйҙар ойошторолоп, сәсеү эштәренә йомғаҡ яһалды. Ғәҙәти генә башланып киткән яҙ, уның артынса килгән йәй айҙарында яуым-төшөмдөң әҫәре лә булмағанлыҡтан, ер кипте, үлән ҡалҡып та өлгөрмәй кибеп торҙо. Ауыл халҡын ғәмгә һалып, ҡоролоҡ килде.
Ауыл халҡының күҙ терәп торғаны шул мал инде: ите, һөтө, майы тигәндәй. Тик, яуым-төшөм булмағас, һөтө лә кәмене, ите лә ҡунмай, малҡайҙар, киреһенсә, көндән-көн шиңә. Алда иһә – оҙайлы ҡыш, ҡыштан артыҡ айырылмаған яҙ һәм нисек килере билдәһеҙ йәй. Әлбиттә, бесәнде етерлек әҙерләп булмаһа, халыҡ күпләп малын тотона башлаясаҡ. Бесән әҙ: әлеге ваҡытта бер трактор арбаһы бесәнде 10 меңгә лә, хатта 16 мең һумға ла һаталар.
авторы: admin | 14 декабря 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Малды һуймай ғына һатырға булла Иҡтисад

Мал аҫраған хужалар ҡоролоҡ арҡаһында етерлек бесән, сенаж, силос әҙерләй алмауға ҡайғыра. Хәҙер кисекмәҫтән хәл ителергә тейешле мәсьәлә – малды, итте арзан хаҡҡа ситкә ебәрмәү. Юҡһа күрше төбәктәрҙән килеүсе алыпһатарҙар, ҡоролоҡ арҡаһында нимә эшләргә белмәй аптыраған халыҡты алдап, ярты хаҡҡа ғына ит, мал йыя.
Республика етәкселәре ҡоролоҡтоң эҙемтәләрен бөтөрөүгә ҡаршы ҡабул иткән махсус сараларҙың береһенә ярашлы, хужалыҡтарҙа артыҡ булған мал-тыуарҙы «Башплемсервис» дәүләт унитар ауыл хужалығы предприятиеһы аша һатып була. Улар тере малды килограмын 50 – 55 һум менән аласаҡ. Әлеге ваҡытта был дәүләт ойошмаһы хеҙмәткәр­ҙәре республиканың көньяҡ райондарында эшләй, улар яҡынса 5000 баш эре мал менән 1000 баш ат туплаған. Малды етерлек кимәлдә мал аҙығы туплаған башҡа хужалыҡтарға һатасаҡтар, улар малдың хаҡын өс йыл һуҙымында өлөшләтә түләй ала. Билдәләп үтергә кәрәк, әлеге программа буйынса йәш малдар ғына һатыла. Был ике яҡ өсөн дә уңайлы булмаҡсы – артыҡ малы булғандар уны «тере аҡса»ға һата, бесәне булғандар өлөшләтә түләү шарты менән хужалығын киңәйтә.
авторы: admin | 14 декабря 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
яңы үҫеш кимәленә Иҡтисад

яңы үҫеш кимәленәРайон иҡтисадын үҫтереүҙең иң төп шарттарының береһе булып бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренең һәм дәүләт власы органдарының үҙ-ара тығыҙ хеҙмәттәшлеге тора.
Илеш районында бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәренә ярҙам йөҙөнән, республика программалары менән бер рәттән, башҡа бик күп муниципаль программа эшләп килә. Мәҫәлән, быйыл бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү, 2007 – 2010 йылдарҙа Илеш районы муниципаль районында сауҙа тармағын үҫтереү, 2009 – 2012 йылдарҙа район халҡына хеҙмәттәр күрһәтеү өлкәһен үҫтереү һәм башҡа программалар. Былтыр үҙҙәренең бизнесын башлауға 48 эшҡыуар субсидия рәүешендә 3 миллион 445 мең һумлыҡ ярҙам алды. Уның 1млн 115 мең һумы – урындағы, 2 млн 330 мең һумы республика бюджетынан бүленде. Шулай уҡ туғыҙ кешегә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын үҫтереү республика программаһы буйынса 2 млн һумдан ашыу субсидия бирелде. Ағымдағы йылда әлеге программала 15 эшҡыуар ҡатнаша.
авторы: admin | 27 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Энергетиктар һыу етешмәүгә юл ҡуймаясаҡ Иҡтисад

Июлгә Йомағужа ГЭС-ына һыу килеү ҡырҡа кәмене. Гидроэлектро­станциянан түбән Ағиҙелгә ҡойоусы бөтә йылғалар ҡороно.
Мәләүез, Салауат һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларында һыу һаҡлағыстың түбәнге бьефына 30 кубометр һыу ағыҙыу арҡаһында халыҡты һәм сәнәғәт предприятиеларын һыу менән тәьмин итеү сиктән тыш көсөргәнешле түгел. Һыу һаҡла­ғыстан һыу ағыҙыу төрлө көндәрҙә һыу килеүҙән 4 – 7 тапҡырға ашып китә. Интенсив һыу ағыҙыу арҡаһында һыу һаҡлағыста һыу кимәле тәүлегенә ун сантиметрға кәмей. Энергетиктар өс турбинаның береһен төндә, икеһен көндөҙ файҙалана. Улар, Павловка ГЭС-ынан коллегалары кеүек үк, электр энергияһы эшләп сығарыу менән бер рәттән, ҡалаларҙы һыу менән тәьмин дә итә.
авторы: admin | 27 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Ярҙам булырына ышаналар Иҡтисад

Хәҙер ауыл ерендә лә халыҡ коммуналь хеҙмәттәрҙән киң файҙалана. Шуға бәйле тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә ҡарата талаптар ҙа арта. Коммуналь өлкә ҙур көс һәм сығымдар талап итә. Шаран районы үҙәгендә коммуналь хеҙмәттәрҙе «Партнер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ғәмәлгә ашыра. Ул элекке «Шаранжилкомсервис» муниципаль предприятиеһына алмашҡа килгән. Төп фондтарҙы, артабан һатып алыу шарты менән, ҡуртымға алғандар.
авторы: Нур | 17 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Заман технологиялары элемтә үҫешен тиҙләтә Иҡтисад

Заман технологиялары элемтә үҫешен тиҙләтә
Һуңғы осорҙа телекоммуникациялар айырыуса әүҙем үҫеш ала. Бындай шарттарҙа элемтә селтәрен үҫтереү һәм заманса техник камиллыҡҡа өлгәшеү айырым әһәмиәткә эйә. Беҙҙең республикала, мәҫәлән, элемтә технологиялары иҡтисади инфраструктураның ҡеүәтле тармағына әүерелде. Был, иң беренсе сиратта, «Баш­инфор­мсвязь» акционерҙар йәмғиәтенең һөҙөмтәле эшмәкәрлеге менән билдәләнә. Иң мөһиме – йәмғиәт халыҡҡа телекоммуникациялар хеҙмәтенән файҙаланыу өсөн республиканың бөтә төбәктәрендә лә берҙәй уңайлы шарттар тыуҙыра. Был Бишбүләк районы миҫалында ла асыҡ сағыла.
авторы: Нур | 10 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Сираттағы әкиәт Иҡтисад

Сираттағы әкиәт
Рәсәй Президенты Д. Медведев үҙенең Федераль Йыйылышҡа былтыр­ғы Мөрәжәғәтнамәһендә, модернизациялау сәйәсәте бойомға ашырған сәйәсәттең асылы һәм төп йөкмәткеһе булып тора, тип иғлан иткәйне. Ул саҡта мин, ил башлығы иғлан иткән өҫтөнлөклө иҡтисад сәйәсәтенең бойомға ашасағына шик белдергәйнем («Йәшлек»тең үткән йылғы 19 ноябрендә сыҡҡан мәҡәләмдә). Һәм бына яңыраҡ Санкт-Петербургта үткәрелгән иҡтисади форумда Д. Медведев иҡтисадты модернизациялауҙың программаһын киңәйтеберәк аңлатырға тырышты.
авторы: Нур | 10 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru