Бала көлкөгә туймаҫ, ялҡау йоҡоға туймаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Ысын тауышлы сығышты тыңлауы ла күңелле
» Йәндә ҡупҡан дауыл
» Ихтыяр, рух көсө сыҡты бөгөн бәйге ...
» Әй һыуҙарын эсеп үҫкәнгә...
» Һыуһыныңды ҡандырғың килһ ...
» Рәхәтләнеп бейе, йырла, йәш күңелд ...



Һүҙ әйтмәгеҙ, мин – банкрот! Иҡтисад

Оҙаҡламай Рәсәйҙә физик шәхестәрҙең банкротлығы тураһында закон ҡабул ителәсәк.
Ҡайһы бер кеше өсөн банкротлыҡ – бик ҡулай нәмә. Әйтәйек, кемдер кредиттар алғандан һуң эшһеҙ ҡалған да, кредит аҡсаһын түләй алмай, ти. Аҡса ваҡытында түләнмәһә, суммаға ябай проценттар ғына түгел, пеня менән штрафтар ҙа өҫтәлә бара. Улар былай ҙа «көс еткеһеҙ» бурысты тағы ла арттыра.
«Шәхси банкротлыҡ» тап шундай хәлде күҙ уңында тота. РФ Иҡтисади үҫеш министрлығы был законды Америка моделе буйынса эшләмәксе. Уға ярашлы, кредитын ваҡытында түләй алмаған һәр кем үҙен банкрот тип иғлан итә ала. Бының өсөн судҡа ғариза тапшырырға, ә өс айҙан бурысты ҡайтарыу планын күрһәтергә тейеш. Шунан һуң пеня менән штрафтар «таммаясаҡ». Проценттар барыбер иҫәпләнәсәк, ләкин бурысты ҡайтарыуҙы биш йылға тиклем һуҙырға рөхсәт биреләсәк.
Әммә Рәсәй банкылары бындай законды ҡабул итеүгә ҡаршы. Улар, был осраҡта бер миллиондан ашыу кеше үҙен шунда уҡ банкрот тип иғлан итәсәк, тип ҡурҡа.
авторы: админ | 19 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Аҡса ҡайтарыу дауам итә Иҡтисад

РФ Хөкүмәте халыҡҡа Һаҡлыҡ банкында «янған» вкладтар өсөн аҡса ҡайтарыуҙы дауам итә.
Киләһе өс йылда компенсация түләүҙәргә 210 миллиард һумдан ашыу аҡса бүленәсәк (шул иҫәптән 56 миллиард һум – быйыл уҡ). Тәү сиратта, дәүләт ололар, инвалидтар һәм етемдәрҙең аҡсаһын ҡайтарырға тырышасаҡ.
2008 йылда компенсацияларҙы 1954 йылғаса тыуған граждандар, I һәм II төркөм инвалидтары, эшкә һәләтлелеге III дәрәжә менән сикләнгән инвалидтар алырға тейеш.
авторы: админ | 19 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Нимә кәрәк? Оҙатабыҙ Иҡтисад

«Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте филиалы – Куйбышев тимер юлдарының Башҡортостан бүлексәһе уҙған йылғы йөк ташыу эшенә йомғаҡ яһаны. Башҡортостан тимер юлсылары үткән йыл эсендә республикабыҙ предприятиелары етештергән 30 821 миллион тонна төрлө продукцияны оҙатҡан. Был күрһәткес, 2006 йыл менән сағыштырғанда, 430 мең тоннаға күберәк.
Куйбышев тимер юлдары Башҡортостан бүлексәһенең матбуғат секретары Сергей Спатар хәбәр итеүенсә, йөк оҙатыуҙа әүәлгесә нефть һәм уны эшкәртеү продукттары лидер булып тора. Йыл башынан тимер юлсылар барлығы 14 858 миллион тонна нефть ташыған.
Шулай уҡ төҙөлөш материалдары, сода, химикаттар оҙатыу ҙа күпкә артҡан, сәнәғәт сеймалы, ҡара металл, металл һыныҡтарын оҙатыу буйынса ла күрһәткестәр юғары.
Тимер юлы магистралдәре буйлап йөк ташыу хеҙмәтенән республикабыҙҙа 5 меңдән ашыу кеше файҙалана. Улар араһында, эре акционерҙар йәмғиәттәренән тыш, ҙур булмаған предприятиелар ҙа бар.

И. АЗАМАТОВ.
авторы: админ | 19 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Байҙар үрсей... Иҡтисад

Федераль һалым хеҙмәтенең БР буйынса идаралығының мәғлүмәте буйынса, былтыр 12 һалым түләүсе килемдәренең миллиард һумдан ашыуы хаҡында декларация биргән.
Килемдәре 100 миллион һумдан ашҡан байҙар – 73 кеше. Республиканың иң бай кешеләре араһында бер гүзәл зат та юҡ. Бөтә миллиардерҙарыбыҙ ҙа 21-ҙән алып 51 йәшкә тиклемге ир-аттар. Байлыҡтарын улар күбеһе ҡиммәтле ҡағыҙҙар ярҙамында туплай алған. Бизнеста уңыш ҡаҙанған кешеләрҙең йыл һайын арта барыуы күҙәтелә. 2006 йылда килемдәре 100 миллион һумдан артып киткән 28 кеше декларация биргән.
авторы: админ | 19 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Беҙҙекеләр – «Йәшел аҙна»ла Иҡтисад

Берлинда «Йәшел аҙна – 2008» халыҡ-ара күргәҙмәһе асылды.
Күргәҙмәлә Рәсәй делегацияһы составына 30-ҙан ашыу төбәк ингән. Башҡортостан делегацияһын был күргәҙмәлә БР Хөкүмәте Премьер-министры Рафаэль Байдәүләтов етәкләй.
«Мессе Берлин» күргәҙмә комплексы донъяның агросәнәғәт комплексы ҡаҙаныштары өсөн 10 көнлөк күрһәтмә майҙансығына әйләнәсәк. Быйыл 73-сө тапҡыр ойошторолған күргәҙмә Европала һәм донъяуи кимәлдә аҙыҡ-түлек, эшкәртеү, урман, ауыл хужалығы сәнәғәтенең артабанғы үҫеше өсөн бик мөһим. Быйыл 70 илдән килгән 1500 предприятие 100 мең квадрат метр майҙанда ауыл хужалығына ҡағылышлы ғилми асыштарын, яңы технологияларын, инвестиция проекттарын һәм аҙыҡ-түлек етештереү сәнәғәте өлкәһендәге ҡаҙаныштарын тәҡдим итте.
авторы: админ | 19 января 2008 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Эш хаҡы артты! Иҡтисад

Республиканың бюджет өлкәһендә эшләүсе 386 мең хеҙмәткәр, шул иҫәптән дәүләт учреждениеларынан 71 мең һәм муниципиаль учреждениеларҙан 315 мең хеҙмәткәрҙең эш хаҡы артты! 20 сентябрҙә Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәрен социаль яҡлауҙы көсәйтеү маҡсатында Башҡортостан Республикаһының дәүләт учреждениелары хеҙмәткәрҙәренең хеҙмәтенә түләүҙе арттырыу тураһында Укаазға ҡул ҡуйҙы
авторы: Лилиә Сираева | 26 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Мөһим сараларға бай аҙна Милли проекттар, Сәйәсәт, Иҡтисад

Кисә Өфөлә республика Президенты Мортаза Рәхимов, «АVL List GmbH» фирмаһының вице-президенты Ульф Эрба, БР Премьер-министры урынбаҫары Юрий Пустовгаров ҡатнашлығында «AVL» австрия фирмаһы эшләгән универсаль Толпар тәгәрмәсле тракторының презинтацияһы ла үтте. Аҙналыҡтың сағыу сараhы – «Евро-Өфө-Азия – 2007» баш ҡала мода форумы ла тамамланды. Йыл һайын үткәрелеп килгән был ижади конкурс быйыл да Өфөнөң профессиональ стилист, визажист һәм дизайнерҙарын үҙенә йыйҙы.– Был форум – баш ҡала мәҙәни тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө, – тине БР тышҡы иҡтисади бәйләнештәр, сауҙа һәм эшҡыуарлыҡ министры Борис Колбин, ҡатнашыусыларҙы сәләмләп. – Конкурс йылдан-йыл үҫешә. Быйылғы форумдың «Ҡала халҡы кейемендә халыҡ орнаменты» темаһы яңы технологияларҙы тормошҡа ашырыуға һәм тупланған тәжрибәләрҙе иҫәпкә алыуға булышлыҡ итә. Ике көн дауамында сарала ҡатнашыусылар «Салон-ательеның иң яҡшы коллекцияһы», «Матурлыҡ индустрияһының иң яҡшы салоны», «Иң яҡшы стилист эше» һәм «Иң яҡшы дизайнер эше» конкурстарында үҙҙәренең оҫталыҡтарын күрһәтте.
авторы: admin | 24 ноября 2007 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
Кире ҡайтырға  <<  1 2 3 ... 18 19 20  >>  Киләһе бит
Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru