|
 |
 |
Тәбиғәт күркәмләнһен, ер дымға туйынһын өсөн |
Иҡтисад |
|
 Һуңғы йылдарҙа беҙҙең республикала һыу һаҡлағыстар, быуалар төҙөүгә ҙур иғтибар йүнәлтелә. Сөнки халыҡ хужалығында уларҙың әһәмиәте ифрат ҙур. Һыу һаҡлағыстар тораҡ пункттарында һыуға булған ихтыяжды ҡәнәғәтләндереүгә, экологияны яҡшыртыуға булышлыҡ итә, тәбиғәткә күркәмлек өҫтәй, бигерәк тә ауыл ерҙәрендә кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә (әйтәйек, балыҡ үрсетеү, ял урындары асыу) яңы мөмкинлектәр тыуҙыра. Шул уҡ ваҡытта һыу һаҡлағыс һәм быуаларҙың ҡатмарлы гидротехник ҡоролмалар булыуын да әйтергә кәрәк. Улар тейешле дәрәжәлә техник ҡарауҙы һәм яңыртыуҙы талап итә. Дүртөйлө мелиорация системаларын эксплуатациялау идаралығы нәҡ ошо мөһим бурыстарҙы үтәүгә тәғәйенләнгән. Ул «Башмелиоводхоз» идаралығы» федераль дәүләт учреждениеһының филиалы булып тора һәм ошондай уҡ предприятиелар араһында алдынғыларҙан һанала. |
|
|
 |
Йәштәр эшһеҙ интегә, ә пенсионерҙар урынын бушатырға ашыҡмай |
Иҡтисад |
|
Автобус туҡталышында ике ҡатын һөйләшеп тора. –... Мине эштән сығарҙылар әле, – ти өлкән йәштәгеһе. – Һин күптән пенсияла ла баһа, – ти йәшерәге, әллә ни аптырамай ғына. – Булһа һуң? |
|
|
 |
Ҡояш ҡына тиңләшәлер уларға |
Иҡтисад |
|
«Башсельэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәте – республиканың социаль-иҡтисади өлкәһендә әһәмиәтле урын тотҡан абруйлы предприятие. Уның төп тәғәйенләнеше электрлаштырыу, ауылдарҙың, шулай уҡ сәнәғәт предприятиеларының энергетика тәьмин ителешен, эске телефон элемтәһен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Был йәһәттән «Башсельэнерго» – Рәсәйҙә ауыл энергетикаһы тармағында дүрт тиҫтә йылға яҡын осорҙа үҙенең йәшәйешен раҫлаған һәм баҙар талаптарына яраҡлаша алған һанаулы ғына предприятиеларҙың береһе.
|
|
|
|
Һатып алыусыларҙың күпселеге Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирә. Шуға сифатлы тауар артынан оҙаҡ ҡына сиратта торорға ла әҙер. Йыш ҡына аҙыҡ-түлек, тауар етештереүселәрҙән тауарын матур итеп төрөүҙе талап итәләр. Һүҙ ҙә юҡ, был – баҙар иҡтисады талабы. Тик һатып алыусылар барыбер ҙа әйберҙең сифатына, тәменә нығыраҡ иғтибар итә. Ошо хәҡиҡәтте етештереүселәр онотмаһын ине. Түбәндәге таблицала хаҡтар бер килограмм аҙыҡ-түлеккә 21 майға ҡарата Үҙәк баҙар миҫалында бирелгән. |
|
|
|
Бөгөн Башҡортостан иҡтисады өсөн бәләкәй эшҡыуарлыҡ көндән-көн ҙурыраҡ әһәмиәткә эйә була бара һәм республиканың көрсөккә ҡаршы көрәш программаһын бойомға ашырыуҙа ҙурыраҡ роль уйнай, шул иҫәптән эшһеҙлектән ҡотолоу сараһы булараҡ та. Әлегә Башҡортостанда 125,5 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты иҫәпләнә. Улар республика иҡтисади эшмәкәрлегенең бөтә тармаҡтарында ла уңышлы эшләп килә. Нимә һуң ул эшҡыуарлыҡ? Кем ул эшҡыуар һәм нимә менән шөғөлләнә? Бөгөн уның файҙаһы бармы, әллә түгелгән аҡса һәм көс бушҡа китәме? Бөтәбеҙгә лә таныш һорауҙар, яуаптарын да беләбеҙ һымаҡ. Шулай ҙа, әйҙә, тағы ла бер тапҡыр был мәсьәләгә ҡағылайыҡ. Белмәгәндәребеҙҙе белеп, аңларға тырышайыҡ. Бәғзеләрегеҙҙең, бәлки, үҙҙәренең дә был эш менән шөғөлләнеп ҡарау теләге тыуыр. |
|
|
 |
Күңеле матурҙың – эше матур |
Иҡтисад |
|
Мәсетле районының Һөләймән ауылы уңғандары тирмә эшләү кәсебен үҙләштергән Халҡыбыҙҙың боронғо көнкүрешен тирмәһеҙ күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Ул ярым күсмә тормош алып барған ата-бабаларыбыҙға артыҡ көс һәм ваҡыт талап итмәүе менән айырыуса уңайлы булған. Тирмәне ҡороуға сәғәттәй генә ваҡыт сарыф ителһә, ә һүтеп күсереүгә бер-ике ат та еткән. Тирмә йәйен – ҡойма ямғырҙарҙан, эҫе ҡояш нурҙарынан, ә көҙ һыуыҡтарҙан, ҡар-рашҡынан яҡшы һаҡлаған. Ата-бабаларыбыҙҙың сәхрәгә сығып, матур тәбиғәт ҡосағында тирмә ҡороп ял итеү йолаһы бөгөн дә һаҡланған. Биҙәлеше, ыҡсымлығы менән күҙҙең яуын алып торған был күркәм ҡоролма көндән-көн йышыраҡ осрай. Тирмә – күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы байрамдарҙың, төрлө бәйгеләрҙең, йәрминкәләрҙең һәм, әлбиттә, һабантуйҙарҙың төп биҙәге. Шулай уҡ ҡала урамдарында тирмә йәй көндәрендә сувенирҙар, ваҡ-төйәк әйберҙәр һатылған магазин итеп тә файҙаланыла. |
|
|
|
Яңы закон проекты Башҡортостан Республикаһы бюджетының 2 млрд 39,9 млн һумға, сығымдарҙың 3 млрд 911,8 млн һумға артыуын күҙаллай. Бюджет күләме ошо асыҡлауҙарҙан һуң 66 млрд 138,4 млн һум һәм сығымдар буйынса 14 млрд 519,0 млн һум дефицит менән 80 млрд 657,4 млн һум тәшкил итәсәк, – ти БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – финанс министры Айрат Ғәскәров. Бюджеттың һан параметрҙары буйынса билдәләнгән үҙгәрештәрҙе Айрат Ғәскәров бер нисә төркөмгә бүлде. Беренсе төркөм Торлаҡ-коммуналь хужалығын реформалауға булышлыҡ итеү фонды иҫәбенә күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү һәм авария хәлендәге торлаҡтан граждандарҙы күсереү буйынса республика адреслы программаһын тормошҡа ашырыуға алынған кире ҡайтарылмай торған аҡсаға – 1 млрд 451,8 млн һум суммаға бәйле.
|
|
|
|
|
|