Иртә торған үкенмәҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Йән тыныслығы – бәхет сығанағы
  • Беҙ Молдавияла ла булырға тейешбеҙ
  • ИСЛАМДА ҘУР ҺӘМ БӘЛӘКӘЙ ГОНАҺ
  • Телеңде йоторлоҡ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ярҙам булырына ышаналар Иҡтисад

    Хәҙер ауыл ерендә лә халыҡ коммуналь хеҙмәттәрҙән киң файҙалана. Шуға бәйле тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә ҡарата талаптар ҙа арта. Коммуналь өлкә ҙур көс һәм сығымдар талап итә. Шаран районы үҙәгендә коммуналь хеҙмәттәрҙе «Партнер» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ғәмәлгә ашыра. Ул элекке «Шаранжилкомсервис» муниципаль предприятиеһына алмашҡа килгән. Төп фондтарҙы, артабан һатып алыу шарты менән, ҡуртымға алғандар.

    авторы: Нур | 17 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Заман технологиялары элемтә үҫешен тиҙләтә Иҡтисад

    Заман технологиялары элемтә үҫешен тиҙләтә
    Һуңғы осорҙа телекоммуникациялар айырыуса әүҙем үҫеш ала. Бындай шарттарҙа элемтә селтәрен үҫтереү һәм заманса техник камиллыҡҡа өлгәшеү айырым әһәмиәткә эйә. Беҙҙең республикала, мәҫәлән, элемтә технологиялары иҡтисади инфраструктураның ҡеүәтле тармағына әүерелде. Был, иң беренсе сиратта, «Баш­инфор­мсвязь» акционерҙар йәмғиәтенең һөҙөмтәле эшмәкәрлеге менән билдәләнә. Иң мөһиме – йәмғиәт халыҡҡа телекоммуникациялар хеҙмәтенән файҙаланыу өсөн республиканың бөтә төбәктәрендә лә берҙәй уңайлы шарттар тыуҙыра. Был Бишбүләк районы миҫалында ла асыҡ сағыла.

    авторы: Нур | 10 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сираттағы әкиәт Иҡтисад

    Сираттағы әкиәт
    Рәсәй Президенты Д. Медведев үҙенең Федераль Йыйылышҡа былтыр­ғы Мөрәжәғәтнамәһендә, модернизациялау сәйәсәте бойомға ашырған сәйәсәттең асылы һәм төп йөкмәткеһе булып тора, тип иғлан иткәйне. Ул саҡта мин, ил башлығы иғлан иткән өҫтөнлөклө иҡтисад сәйәсәтенең бойомға ашасағына шик белдергәйнем («Йәшлек»тең үткән йылғы 19 ноябрендә сыҡҡан мәҡәләмдә). Һәм бына яңыраҡ Санкт-Петербургта үткәрелгән иҡтисади форумда Д. Медведев иҡтисадты модернизациялауҙың программаһын киңәйтеберәк аңлатырға тырышты.

    авторы: Нур | 10 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тәбиғәт күркәмләнһен, ер дымға туйынһын өсөн Иҡтисад

    Тәбиғәт күркәмләнһен, ер дымға туйынһын өсөн
    Һуңғы йылдарҙа беҙҙең республикала һыу һаҡлағыстар, быуалар төҙөүгә ҙур иғтибар йүнәлтелә. Сөнки халыҡ хужалығында уларҙың әһәмиәте ифрат ҙур. Һыу һаҡлағыс­тар тораҡ пункттарында һыуға булған ихтыяжды ҡәнәғәтләндереүгә, экологияны яҡшыртыуға булышлыҡ итә, тәбиғәткә күркәмлек өҫтәй, бигерәк тә ауыл ерҙәрендә кесе эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә (әйтәйек, балыҡ үрсетеү, ял урындары асыу) яңы мөмкинлектәр тыуҙыра.
    Шул уҡ ваҡытта һыу һаҡлағыс һәм быуаларҙың ҡатмарлы гидротехник ҡоролмалар булыуын да әйтергә кәрәк. Улар тейешле дәрәжәлә техник ҡарауҙы һәм яңыртыуҙы талап итә. Дүртөйлө мелиорация системаларын эксплуатациялау идаралығы нәҡ ошо мөһим бурыстарҙы үтәүгә тәғәйенләнгән. Ул «Башмелиоводхоз» идаралығы» федераль дәүләт учреждениеһының филиалы булып тора һәм ошондай уҡ предприятиелар араһында алдынғыларҙан һанала.

    авторы: Нур | 3 июля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Йәштәр эшһеҙ интегә, ә пенсионерҙар урынын бушатырға ашыҡмай Иҡтисад

    Автобус туҡталышында ике ҡатын һөйләшеп тора.
    –... Мине эштән сығарҙылар әле, – ти өлкән йәштәгеһе.
    – Һин күптән пенсияла ла баһа, – ти йәшерәге, әллә ни аптырамай ғына.
    – Булһа һуң?

    авторы: Нур | 5 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡояш ҡына тиңләшәлер уларға Иҡтисад

    «Башсельэнерго» асыҡ акционерҙар йәмғиәте – республиканың социаль-иҡтисади өлкәһендә әһәмиәтле урын тотҡан абруйлы предприятие. Уның төп тәғәйенләнеше электрлаштырыу, ауылдарҙың, шулай уҡ сәнәғәт предприятиеларының энергетика тәьмин ителешен, эске телефон элемтәһен үҫтереүгә йүнәлтелгән. Был йәһәттән «Башсельэнерго» – Рәсәйҙә ауыл энергетикаһы тармағында дүрт тиҫтә йылға яҡын осорҙа үҙенең йәшәйешен раҫлаған һәм баҙар талаптарына яраҡлаша алған һанаулы ғына предприятиеларҙың береһе.

    авторы: Нур | 3 июня 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Үҙебеҙҙеке сифатлыраҡ! Иҡтисад

    Һатып алыусыларҙың күпселеге Башҡортостанда етештерелгән аҙыҡ-түлеккә өҫтөнлөк бирә. Шуға сифатлы тауар артынан оҙаҡ ҡына сиратта торорға ла әҙер. Йыш ҡына аҙыҡ-түлек, тауар етештереүселәрҙән тауарын матур итеп төрөүҙе талап итәләр. Һүҙ ҙә юҡ, был – баҙар иҡтисады талабы. Тик һатып алыусылар барыбер ҙа әйберҙең сифатына, тәменә нығыраҡ иғтибар итә. Ошо хәҡиҡәтте етештереүселәр онотмаһын ине.
    Түбәндәге таблицала хаҡтар бер килограмм аҙыҡ-түлеккә 21 майға ҡарата Үҙәк баҙар миҫалында бирелгән.

    авторы: Нур | 29 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эшҡыуар булам тиһәгеҙ... Иҡтисад

    Бөгөн Башҡортостан иҡтисады өсөн бәләкәй эшҡыуарлыҡ көндән-көн ҙурыраҡ әһәмиәткә эйә була бара һәм республиканың көрсөккә ҡаршы көрәш программаһын бойомға ашырыуҙа ҙурыраҡ роль уйнай, шул иҫәптән эшһеҙлектән ҡотолоу сараһы булараҡ та.
    Әлегә Башҡортостанда 125,5 мең бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты иҫәпләнә. Улар республика иҡтисади эшмәкәрлегенең бөтә тармаҡтарында ла уңышлы эшләп килә.
    Нимә һуң ул эшҡыуарлыҡ? Кем ул эшҡыуар һәм нимә менән шөғөлләнә? Бөгөн уның файҙаһы бармы, әллә түгелгән аҡса һәм көс бушҡа китәме? Бөтәбеҙгә лә таныш һорауҙар, яуаптарын да беләбеҙ һымаҡ. Шулай ҙа, әйҙә, тағы ла бер тапҡыр был мәсьәләгә ҡағылайыҡ. Белмәгәндәребеҙҙе белеп, аңларға тырышайыҡ. Бәғзеләрегеҙҙең, бәлки, үҙҙәренең дә был эш менән шөғөлләнеп ҡарау теләге тыуыр.

    авторы: Нур | 27 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru