Ҡоралһыҙ оҫта булмаҫ, теҙгенһеҙ нуҡта булмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә
  • Хәтер юйылмаһа, улар тере ҡалыр!
  • Башҡортостан яңылыҡтары
  • МӘРХҮМДЕ ЙЫУЫУ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
  • Йондоҙнамә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Күңеле матурҙың – эше матур Иҡтисад

    Мәсетле районының Һөләймән ауылы уңғандары тирмә эшләү кәсебен үҙләштергән
    Күңеле матурҙың – эше матур
    Халҡыбыҙҙың боронғо көнкүрешен тирмәһеҙ күҙ алдына ла килтереүе ҡыйын. Ул ярым күсмә тормош алып барған ата-бабаларыбыҙға артыҡ көс һәм ваҡыт талап итмәүе менән айырыуса уңайлы булған. Тирмәне ҡороуға сәғәттәй генә ваҡыт сарыф ителһә, ә һүтеп күсереүгә бер-ике ат та еткән. Тирмә йәйен – ҡойма ямғыр­ҙарҙан, эҫе ҡояш нурҙарынан, ә көҙ һыуыҡтарҙан, ҡар-рашҡынан яҡшы һаҡлаған.
    Ата-бабаларыбыҙҙың сәхрәгә сығып, матур тәбиғәт ҡосағында тирмә ҡороп ял итеү йолаһы бөгөн дә һаҡланған. Биҙәлеше, ыҡсымлығы менән күҙҙең яуын алып торған был күркәм ҡоролма көндән-көн йышыраҡ осрай. Тирмә – күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы байрамдарҙың, төрлө бәйгеләр­ҙең, йәрминкәләрҙең һәм, әлбиттә, һабантуйҙарҙың төп биҙәге. Шулай уҡ ҡала урамдарында тирмә йәй көндәрендә суве­нирҙар, ваҡ-төйәк әйберҙәр һа­тылған магазин итеп тә файҙаланыла.

    авторы: Нур | 27 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Бюджет яңынан ҡаралды Иҡтисад

    Яңы закон проекты Башҡортос­тан Республикаһы бюджетының 2 млрд 39,9 млн һумға, сығымдар­ҙың 3 млрд 911,8 млн һумға артыуын күҙаллай. Бюджет күләме ошо асыҡлауҙарҙан һуң 66 млрд 138,4 млн һум һәм сығымдар буйынса 14 млрд 519,0 млн һум дефицит менән 80 млрд 657,4 млн һум тәшкил итәсәк, – ти БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – финанс министры Айрат Ғәскәров.
    Бюджеттың һан параметрҙары буйынса билдәләнгән үҙгәрештәр­ҙе Айрат Ғәскәров бер нисә төркөмгә бүлде. Беренсе төркөм Торлаҡ-коммуналь хужалығын реформалауға булышлыҡ итеү фонды иҫәбенә күп фатирлы йорттарға капиталь ремонт үткәреү һәм авария хәлендәге торлаҡтан граждандарҙы күсереү буйынса республика адреслы программаһын тормошҡа ашырыуға алынған кире ҡайтарылмай торған аҡсаға – 1 млрд 451,8 млн һум суммаға бәйле.

    авторы: admin | 22 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Инвестициялар маҡсатҡа йүнәлтелһен Иҡтисад

    Апрель аҙағында Салауат ра­йоны­ның туғыҙ хужалығы «Янғантау» шифаханаһынан 4 млн һумлыҡ кредит алыу буйынса килешеү төҙөнө. Бурыстарын улар ҡуй, һыйыр һәм сусҡа итен тапшырып түләйәсәк. Әйткәндәй, былтыр билдәле шифахана район хужалыҡтарына ғына 3 млн һум аҡса инвестициялаған. Иң ҙур кредитҡа – 2 млн һум – «Таймый» агрофирмаһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте, «Салауат Юлаев» ауыл хужалығы предприятиеһы – 1 млн һумға, ә ҡалғандар – «Ҡаратаулы», «Юлай» ауыл хужалығы предприятиелары, «Юлай» крәҫтиән-фермер хужалығы, «Хәмиҙуллин» шәхси эшҡыуар хужалығы, «Простор» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте һәм «Бер туған Пономаревтар» крәҫтиән-фермер хужалыҡтары ассоциацияһы кәмерәк күләмдәге аҡсаға дәғүә итте.

    авторы: admin | 18 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ауылһыҙ булмай! Иҡтисад

    Ауылһыҙ булмай!Шәхси хужалыҡтарҙа картуфтың күпселек өлөшө (94 процент) етештерелә. Шулай уҡ башҡа йәшелсәләр ҙә күпләп үҫтерелә. Бәләкәй хужалыҡтарҙа республикала етештерелгән һөттөң – 69, иттең 71 проценты әҙерләнә. Ә бит был тиклем ит-һөт һәм картуфты халыҡ ғаиләһен туйҙырыу өсөн ҡулланып бөтә алмай. Ябай кешеләр шәхси хужалыҡтарҙа етештерелгән аҙыҡ-түлекте һатырға йыйындымы – төрлө проблемалар килеп сыға. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡайсаҡ шундай хәлдәр күҙәтелә – һуйылған малды ҡайҙа тапшырырға, һөт-майҙы ҡайҙа илтергә белмәй йонсойҙар. Тимәк, шәхси хужалыҡтарҙан ауыл хужалығы продукцияһын һатып алыуҙы яйға һалыу мотлаҡ.
    Йәйге ҡояшлы иртәлә тимер феләктәр­ҙең бер-береһенә тейеп дөбөрләүенән, ат арбаһының шығырлауынан, күрше апайҙың: «Һөт йыйыусы килә!» – тип тәҙрә ҡағыуынан уянып киткәнегеҙ бармы? Тәҙрәнән тышҡа ҡараһаң, күңелле иртәнең көндәлек картинаһы күҙ алдына баҫа – арбалы ат килеп туҡтай, өләсәй, биҙрә менән сығарып, феләккә һөт ҡоя, һөттәге май кимәлен үлсәйҙәр. Күршеләр ҙә, биҙрә тотоп, ҡапҡа төптәренә сыға башлай, «Һөтөңә күпме һыу өҫтәнең?» – тип мәрәкәләшәләр.

    авторы: admin | 18 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Балыҡтың ниндәйе генә юҡ Иҡтисад

    Әле баш ҡалабыҙҙың сауҙа нөктәләрендә, улай ғына ла түгел, урамдарҙың төрлө мөйөштәрендә үҙебеҙҙең йылғаларҙа тотолған балыҡ күпләп һатыла. Һатыусылар әйте­үенсә, балыҡ Өфө тирәһендәге ра­йон, ҡасабаларҙың йылға-күлдәр­ен­дә тотолған. Әлбиттә, үҙебеҙҙең балыҡ әллә ҡайҙағы диңгеҙҙән килтерелгәненән тәмлерәк тә, сифатлыраҡ та.
    Түбәндәге таблицала хаҡтар 8 майға ҡарата бер килограмм аҙыҡ-түлеккә Үҙәк баҙарҙың яңы павильоны миҫалында бирелгән.
    Хаҡтар – һумда
    Һыйыр ите 170 – 240
    Һарыҡ ите 190 – 260
    Шешлек өсөн мари­надланған сусҡа ите 180 – 200

    авторы: admin | 8 мая 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ниңә Рәсәйҙә прогрессив һалым шкалаһын индереү әлегәсә утопия булып ҡала? Иҡтисад

    РФ Дәүләт Думаһында прогрессив һалым шкалаһын индереү буйынса закон проекты әҙерләнеп, тиҙҙән ҡарала башланасағы тураһында үҙәк матбуғатта имеш-мимештәр күренә башланы. 16 апрелдә, мәҫәлән, «Независимая газета»ла «Байҙарға һалым тулы программа буйынса һалынасаҡ» тигән мәғәнәле баш менән ҙур ғына мәҡәлә донъя күрҙе. Федераль парламенттың Түбәнге палатаһындағы финанс баҙары комитеты ағзаһы Алексей Багаряковҡа һылтанып, гәзит, ҡайһы бер депутаттар, һалым ауырлығын ярлылар елкәһенән байҙарҙыҡына нығыраҡ һалмай тороп, Рәсәй финанс көрсөгөн еңеп сыға алмаясаҡ, тигән ҡараш белдерә, тип яҙа. Быны прогрессив һалым, йәғни килем ни тиклем күберәк булһа, һалым да шундай дәрәжәлә артырға тейеш, тигән принципты ҡулланмай тороп, хәл итеп булмауын донъя илдәре ғәмәленән дә күрергә мөмкин. Остап Бендер иҫән булһа, әфәнделәр, ниһайәт, боҙ ҡуҙғалды, тип ҡул сабыр ине.

    авторы: admin | 27 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Түләүҙәр ни өсөн тотҡарлана? Иҡтисад

    1 майға тиклем бөтә уҡытыусыларға торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә компенсация бирелергә тейеш
    21 апрелдә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев республиканың айырым район башлыҡтары менән кәңәшмә үткәрҙе. Премьер-министр ауыл уҡытыусыларына торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләүгә компенсация бурыстарын биреүгә ҡағылышлы эштәрҙең тейешле кимәлдә булмауына юл ҡуйырға ярамағанлығын ҡәтғи билдәләне.
    Март аҙағында Башҡортостан юлдаш каналында ауыл ерендә йәшәүсе һәм эшләүсе педагогик хеҙмәткәрҙәргә торлаҡҡа һәм коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса сығымдарҙы компенсациялау мәсьәләләрендә барлыҡҡа килгән проблема хаҡында сюжет булды.

    авторы: admin | 24 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Нефть тармағын – республика мәнфәғәтенә Иҡтисад

    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов «Транснефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәте етәксеһе Владимир Шиманович менән осрашты. Осрашыуҙа шулай уҡ «Урал­транснефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең яңы генераль директоры Наил Баһауетдинов та ҡатнашты.
    Унда нефть продукттарын транспортировкалауға, магистраль нефть үткәргестәрҙең торошона бәйле мәсьәләләр ҡаралды. Шулай уҡ «Уралтранс­нефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең 2009 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре, производство процестарын яңыртыу, предприятиеның үҫеш перспективалары тураһында ла һүҙ булды.

    авторы: admin | 24 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru