Күмәк эш - ирмәк эш.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ниһайәт, яҙ, ҡояш көлә
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • [b]Афарин, Иршат![/b]
  • Өфө – Европа ҡалалары иҫәбендә
  • Компьютерға аллергиямы?
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙ Иҡтисад

    Юрғаныңа ҡарап аяғыңды һуҙ«ВАЗ – 2107» һәм «Mitsubisi Pajero 2010» автомобилдәре араһында ниндәй оҡшашлыҡ бар, беләһегеҙме? Тап өҫтөнә баҫтығыҙ – танкыны хәтерләткән япон джибы ла, Рәсәй автопромының дүрткел «мөғжизә»һе лә йөҙ саҡрымға берҙәй күләмдә – яҡынса 8,5 – 9 литр – яғыулыҡ ҡуллана. Шулай, йәмәғәт, бер ҙә ҡалышмайбыҙ япондарҙан.
    Көлкө көлкө урынында, шулай ҙа «семерка»мдың тулыр-тулмаҫ бер йыл эсендә үҙ хаҡының өстән бер өлөшөнә торошло күләмдә бензин һемереүенә ныҡ ҡына эсем бошто. Утыҙ мең саҡрым юл үткәнмен. Был ваҡыт эсендә, литрын 21 һумдан һалғанда ла, 56700 һумлыҡ бензин яҡҡанмын. Мин алған саҡта рәсми дилерҙарҙа «ВАЗ – 2107» 158 000 һумға һатыла, ә бензиндың бер литры, иҫләүе ҡурҡыныс, 22 һум 20 тин тора ине...

    авторы: admin | 22 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Маркаһы – Илештеке, һый-табынға килешле Иҡтисад

    Маркаһы – Илештеке, һый-табынға  килешле«Илеш һөтө кәрәк ине», – был һүҙҙәрҙе сауҙа нөктәләрендә йыш ишетергә тура килә. Үрге Йәркәйҙәге «Һөт» йәмғиәте етештергән продукция төрҙәренең киң билдәлелеге, тәү сиратта, уларҙың юғары сифатлы, шулай уҡ арзан булыуы менән дә аңлатыла. Әлеге йәмғиәт – республика сәнәғәтенең эшкәртеү тармағында билдәле предприятие. Ул хужалыҡтарҙан, халыҡтан һөт ҡабул итә һәм үҙенең эшкәртеү цехында киң ассортиментта продукция етештерә. «Һөт» йәмғиәте маркаһы менән эшләп сығарылған пастеризацияланған һөт, аҡ май, кефир, ҡаймаҡ, сыр, ҡатыҡ, эремсек, һөт өҫтө, тәмләндерелгән йогурт һ.б. халыҡ яратып ала.
    Предприятиеның заманса технологиялар нигеҙендә эшләүе продукцияның сифатына ҙур йоғонто яһай. Әйткәндәй, йәмғиәттең һөт етештереү цехы эшләй башлағанға йылдан ашыу ғына ваҡыт үткән. Уны төҙөү өсөн ҙур сығымдар талап ителгән.

    авторы: admin | 17 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Һеҙгә CЕБЕШ кәрәкмәйме? Иҡтисад

    Һеҙгә CЕБЕШ кәрәкмәйме?Инкубатор, тигәндән. Нимә тәүҙә барлыҡҡа килгән – тауыҡмы, әллә йомортҡамы, тигән риторик һорау­ға нисегерәк яуап бирер инегеҙ? Әлбиттә, йомортҡа, тип өҙә һуҡҡан Баймаҡта йәшәүсе Гөлнара менән Рәмил Байрамғоловтар һәм, һүҙҙәрен дөрөҫләр өсөн йомортҡаны инкубаторҙа баҫтырып, тауыҡ, ҡаҙ, өйрәк сығарыуға тотонғандар. Бына биш йыл инде улар, башҡалар менән бер рәттән, район халҡын тауыҡ, өйрәк, ҡаҙ себештәре менән тәьмин итә. Эшһөйәр ғаиләнең бер көнөнә, уның араһында кәсептәренең нисек башланып китеүе тарихына күҙ һалайыҡсы. Ниндәй икән ул Байрамғоловтарҙың ғаилә кәсебе?
    Өфөлә уҡып йөрөгән Рәмил Байрамғолов, Һәмән ауылы ҡыҙы Гөлнараны кәләш итеп алып, уны тыуған еренә – Баймаҡҡа алып ҡайта. Кәләше мәктәптә балалар уҡытһа, Рәмил, ветеринар, үҙ өлкәһе буйынса эшкә урынлаша. Буш саҡтарында йәштәр киләсәккә пландар ҡороп, хыялдары менән уртаҡлаша. Их, икәүләп берәй уртаҡ эш асып ебәргәндә!

    авторы: admin | 13 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҫелә һигеҙ тәүлек Иҡтисад

    Тағы бер хәтерҙә ҡалырлыҡ эксперимент булып авария осрағында Айға осоуҙы моделләү тора. Өс һынауҙа ҡатнашыусыны скафандрҙа барокамераға урынлаштыралар. Бында бик эҫе була, таҙа кислород ҡына һулайҙар, шыйыҡ аҙыҡты торба аша ҡабул итәләр, бәҙрәфкә барыу тыйыла. Әйткәндәй, Айға осоу һәм кире ҡайтыу ваҡыты ете тәүлек була. Ике һынаусы түҙмәйенсә, тәжрибәлә артабан ҡатнашыуҙан төшөп ҡала, Гридунов ҡына үҙенең сыҙамлылығын күрһәтә. «Шул тиклем эҫелә тиргә батып ултырҙым, ваҡыт тойғоһо юғалды. Туҡланыу мәлендә миңә эремсекте артыҡ бирҙеләр ҙә, ул гермошлемға таралды, тиҙ әсене, шуға һаҫыҡ еҫте һуларға тура килде.

    авторы: admin | 13 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ҡан «ҡайнаған» ваҡытта... Иҡтисад

    Джон һәр ҡаты һынауҙан һуң: «Американдар ниндәй һөҙөмтә күрһәтте икән? Беҙҙеке һәйбәтерәк булырға тейеш», – тип ҡыҙыҡһына торған булған. Әммә шуныһы бар – әлеге ваҡытта Гридуновтың аяҡтары һыҙлай, ул бөтөнләй тиерлек атлай алмай. Был 50 йыл элек уҙғарылған һынауҙар һөҙөмтәһе булыуы бик мөмкин.
    Шундай һынауҙарҙың береһен: «...Центрифуга туҡтағас, мине ҡанға батҡан килеш алдылар. Ҡанымдың танауҙан, ҡолаҡтан аҡҡанын үҙем дә һиҙмәгәнмен», – тип хәтерләй ул.
    Йыһан аппараттары конструкторҙарын юғары бейеклектәге авария хәлдәре борсой. Карапта ҡапыл баҫымдың кәмеүе ҡан ҡыҙыуына һәм шундуҡ үлемгә килтерәсәге хәүефләндерә уларҙы. Бының өсөн махсус кейем талап ителә.

    авторы: admin | 13 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ун дүрт метр бейеклектән ҡолау Иҡтисад

    Кеше организмы мөмкинлектәренең сиген асыу бурысы махсус һынаусы­ларға һәм дәүләт ғилми-тикшеренеү институтының авиация, йыһан медицинаһы ғалимдарына йөкмәтелә. Илдә ошо йәшерен ойошмаға ғына һынауҙарҙы кешелә үткәрергә рөхсәт ителә. Тикшеренеүҙәр центрифуга, баро-, термо-, сурдокамералар, һуғылыу көсөргәнештәре ҡоролмаһында үткәрелә. Һынау кешенең күҙалланған осошо шарттарына ҡарағанда ла ҡатыраҡ талаптар менән билдәләнә. Сөнки рөхсәт ителгән сиктәрҙе һайлау, организмды тейешенсә һаҡлауҙы белергә кәрәк була. Мәҫәлән, ергә ҡапыл ҡолау ваҡытында йыһангир сыҙаһын өсөн ултырғыстарҙы нисек урынлаштырырға, ниндәй максималь ҡолау тиҙлегендә умыртҡа йәрәхәтләнмәйәсәген асыҡлау мөһим була.

    авторы: admin | 13 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Орлоҡтоң ниндәйе генә юҡ Иҡтисад

    Йәшелсә, емеш-еләк
    үҫтерергә яратыусылар өсөн
    Күңелле лә, мәшәҡәтле лә көндәр етте – баҙарҙа орлоҡтар, үрсетмәләр күпләп һатыла, улар янында халыҡ мыжғып тора. Баш ҡаланың Үҙәк баҙары янындағы майҙандарҙа орлоҡтар һатыла башланы. Стаканлап һатылған орлоҡтарҙың хаҡы ҡаптарҙа һа­тылғандарҙыҡынан күпкә арзаныраҡ килеп сыға. Мәҫәлән, 100 грамлы бер стакан кишер орлоғон – 40, укропты – 10 – 15 һумға алырға була.
    Түбәндәге таблицала хаҡтар 2 апрелгә ҡарата Өфөнөң Үҙәк баҙары миҫалында бер килограмм аҙыҡҡа бирелгән.

    авторы: admin | 10 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Орлоҡтоң ниндәйе генә юҡ Иҡтисад

    Йәшелсә, емеш-еләк
    үҫтерергә яратыусылар өсөн
    Күңелле лә, мәшәҡәтле лә көндәр етте – баҙарҙа орлоҡтар, үрсетмәләр күпләп һатыла, улар янында халыҡ мыжғып тора. Баш ҡаланың Үҙәк баҙары янындағы майҙандарҙа орлоҡтар һатыла башланы. Стаканлап һатылған орлоҡтарҙың хаҡы ҡаптарҙа һа­тылғандарҙыҡынан күпкә арзаныраҡ килеп сыға. Мәҫәлән, 100 грамлы бер стакан кишер орлоғон – 40, укропты – 10 – 15 һумға алырға була.
    Түбәндәге таблицала хаҡтар 2 апрелгә ҡарата Өфөнөң Үҙәк баҙары миҫалында бер килограмм аҙыҡҡа бирелгән.

    авторы: admin | 10 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru