Ашын яратһаң, эшен дә ярат.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • 1 һорауға 3 яуап
  • «Йәшел ҡалҡан»ға һаҡсыл мөнәсәбәт булырға тейеш»
  • Ниндәй төҫкә буярға?
  • МӘРХҮМДЕ ЙЫУЫУ ҠАҒИҘӘЛӘРЕ
  • Кер һәм күңел таҙалығы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Үәт, «эшҡыуарҙар»! Иҡтисад

    «Бәләбәй инеше» («Белебеевский источник») тигән минераль һыу барлығын белә инегеҙме? Баҡһаң, уны ошо ҡалала һыуыҡ көндә эҫе пирожкиҙар урынына, йәғни «һә» тигәнсе алып бөтәләр икән. Хатта ҡиммәткә алырға ла ризалар, ти. Был һыу бик ҙур үҙенсәлеккә эйә булған, градусы ла ябай түгел, ә теп-теүәл 39-ҙы күрһәткән.
    Шундай уңышлы эшҡыуарҙар кем һәм нисек эшләй, тиһегеҙме? Бизнес-берлек түбәндәгесә табыш алған: Көньяҡ Осетиянан спирт махсус транспортта килтерелгән. Аҙналыҡ йөк 20 тоннаға еткән. Юридик яҡтан белемле булған «эшҡыуарҙар» документтарҙы бер кем бәйләнә алмаҫлыҡ итеп төҙөгән. Милиция хеҙмәткәрҙәре «еҫкәнеп» йөрөмәһен өсөн спиртҡа теләһә ниндәй «исем» бирелгән: ул медицина спирты булһынмы, ванна йыуа торған техник матдәме, хатта мөгөҙ һәм тояҡ йомшарта торғанын да уйлап сығарғандар

    авторы: admin | 8 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Иҡтисади үҫеш мәсьәләләре ҡаралды Иҡтисад

    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов Рәсәй Фәндәр академияһы Иҡтисад институты директорының беренсе урынбаҫары Дмитрий Сорокин менән осрашты. Орашыуҙа республиканың социаль-иҡтисади үҫеше, дәүләт власы һәм граждандар йәмғиәте институттары эшмәкәрлегенә иҡтисад өлкәһендәге ғилми тикшеренеүҙәрҙе индереү мәсьәләләре ҡаралды. Дмитрий Сорокин республика етәксеһен Рәсәй Ирекле иҡтисади ойошмаһының эшмәкәрлеге, Рәсәй Фәндәр академияһының Иҡтисад институты проекттары менән таныштырҙы.
    – Һеҙҙә туризмды үҫтереү буйынса бик яҡшы проекттар һәм уларҙы уңышлы тормошҡа ашыра алырҙай кадрҙар бар, – тип билдәләне ул.

    авторы: admin | 1 апреля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Рәсәй иҡтисадында парадокс йәки Илебеҙҙә миллиардерҙар «үрсей» Иҡтисад

    Рәсәй иҡтисады көрсөккә тәгәрәүен дауам итә. Илдең күптән түгел генә баҫылған рәсми статистикаһы белешмәһе лә шуны раҫлай. Бер нисә рәсми күрһәткескә туҡталайыҡ. Былтыр эске тулайым продукт 8 процентҡа түбәнәйгән. Тауар етештереү һәм иҡтисади эшмәкәрлектең төп нигеҙен тәшкил иткән хеҙмәттәр унлата ҡыҫҡарған. Ә инде сәнәғәт етештереүе күләме – 11, төп капиталға инвестициялар 17 процентҡа кәмегән. Өҫтәүенә, был күрһәткестәр – 2008 йыл менән сағыштырыуҙар һөҙөмтәһе. Рәсәйҙә бер генә хужалыҡтың да етештереү тармағы көрсөккә тиклемге, ул ғына ла түгел, көрсөккә батырған 2008 йылдағы кимәлгә ҡайта алмаған. Ә инде ҡайһы бер статистика күрһәткестәре иҡтисадтағы күҙ буяу ғына. Быға күсемһеҙ милек өлкәһендәге операциялар асыҡ миҫал. Тимәк, финанс мутлашыуҙарының да күп өлөшө ошо тармаҡ менән бәйле.

    авторы: admin | 30 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    300 мең һум ал да үҙ эшеңде ас Иҡтисад

    Аҡса кемгә бирелә?
    – кәмендә бер йыл элек теркәлгән фирмалар (интеллектуаль эшмәкәрлек, йәғни уйлап табыу, компьютер программаларын булдырыу һ.б. менән шөғөлләнеүселәр).
    – Өҫтөнлөклө эшмәкәрлек төрө менән шөғөлләнеүселәр.
    – Кәмендә 25 процент үҙ аҡсаһын һалыусылар. Йәғни 300 мең һум аҡсаны алыр өсөн бизнесҡа 75 мең һум үҙ аҡсаңды һалырға тура киләсәк. Әйткәндәй, үҙ эшеңде асыу өсөн дәүләт биргән аҡса ла (үҙ эштәрен асырға теләгән эшһеҙҙәргә 80 мең һумға тиклем аҡса бирелә) «үҙ иғәнә»ң булып тора ала.
    – Теркәлгән эшһеҙҙәр, тулы эш көнө эшләмәгәндәр, хеҙмәт хаҡы һаҡланмаған ялдағылар, ҡаланың төп предприятиеларында эшләүселәр ойоштороусыһы булып торған фирмалар өҫтөнлөклө тәртиптә субсидия алыуға хоҡуҡлы. Тик был аҡсаны алыу өсөн улар мотлаҡ рәүештә эште яңы башлап ебәреүселәр курсын үтергә тейеш. Курс түләүһеҙ. Ул бөтә мәшғүллек үҙәктәрендә лә ойошторола.

    авторы: admin | 30 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Газ менән һаҡ эш итегеҙ! Иҡтисад

    Газ менән һаҡ эш итегеҙ!Хөрмәтле Башҡортостан Республикаһы халҡы!
    1 марттан 31 мартҡа тиклем «Газ-Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәте Башҡортостан Республикаһында көнкүрештә газ менән хәүефһеҙ файҙаланыуҙы пропагандалау буйынса сираттағы айлығын үткәрә.
    «Газ-Сервис» асыҡ акционерҙар йәмғиәте ойошмаларҙың һәм граждандарҙың айлыҡта әүҙем ҡатнашыуын үтенә.
    Уның төп бурысы – бигерәк тә йылытыу осоронда, газды файҙаланыу ҡағиҙәләрен үтәү мәсьәләләренә халыҡтың, төрлө ойошмалар етәкселәренең, торлаҡ милекселәренең иғтибарын йәлеп итеү.

    авторы: admin | 25 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тыңғыһыҙ хеҙмәт уңыш килтерә Иҡтисад

    Тыңғыһыҙ хеҙмәт уңыш килтерә«ХХII партсъезд» хужалығы рәйесе Роберт Үзбәк улы Зәйнәшев беҙҙе көр күңел менән ҡаршыланы. Шулай булырға тейештер ҙә, сөнки бында эштәр йылдан-йыл алға бара. Уҙған йылдар менән сағыштырғанда, хужалыҡ барлыҡ малсыларҙың, механизаторҙарҙың, белгестәрҙең, тармаҡ етәкселәренең тырышлығы арҡаһында яңы 2010 йылды ҙур уңыштар менән ҡаршыланы. Былтыр 42 млн 475 һумлыҡ табыш алынды: игенселек – 21млн 195 мең, малсылыҡ 21 млн 233 мең һумлыҡ килем килтерҙе.
    МАЛСЫЛЫҠ тарма­ғында бөгөн 87 кеше эшләй. 1836 баш эре мал, 77 баш ат бар. Етерлек күләмдә мал аҙығы әҙерләнгән. Уҙған йылдарҙа сенаж «Баш­ҡор­тостан» МТС-ы ярҙамы менән һалынһа, 2009 йылда иһә хужалыҡтың «Дон-680» комбайндары менән уңған механизаторҙар Радик Зарипов – 5221, Әнис Сәғәбиев – 2590, Илнур Ғибәҙуллин 1652 тонна аҙыҡ әҙерләгән.

    авторы: admin | 6 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ауыҙығыҙға сәйнәп ҡаптырғанды йота белегеҙ! Милли проекттар, Иҡтисад

    ,«Ҡабаланмаған булһам, мин дә Шамонин йәки Жуков ауылында төҙөлгән йортто алған булыр инем» – ти үҙ көсө менән йорт төҙөгән Зөфәр Әлимғужин. Былтыр яҙҙан Башҡортостанда «Үҙ йортом» аҙ ҡатлы республика торлаҡ программаһы йылдам темптар менән бойомға ашырыла башланы. Бигерәк тә Өфө эргәһендәге Шамонин, Жуков, Дорогин ауылдарында шәхси йорттарҙан тиҙ арала тотош урамдар ҡалҡып сыҡҡас, төрлө төҙөлөш фирмаларының йорттарына заказ биреүселәр, шулай уҡ был эште ситтән күҙәтеүселәр араһында ла ығы-зығы китте: йәнәһе, йорттар ҡиммәт килеп сыға, ашыҡ-бошоҡ төҙөлгән өйҙәрҙең сифаты юҡ... Ошо арҡала ҡайһы берәүҙәр хатта, дәрте һүнеп, икеләнеп, һаман да бер генә ҡарарға килә алмайынса, аңҡы-тиңке килә. Шамонинға барып, барыһын да үҙ күҙҙәре менән күрһәләр ҙә, уңырмынмы-туңырмынмы, тип шикләнеүселәр бөгөн дә юҡ түгел. Ә инде бер ниҙән дә ҡурҡмайынса, шул сәғәтендә үк тәүәккәлләп программаға инеүселәрҙең бер нисәүһе яңы йортонда йәшәп тә ята, икенселәр йорттарына инженер коммуникациялары индерергә әҙерләнә.

    авторы: admin | 2 марта 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Шәхси хужалыҡтарға ярҙам Иҡтисад

    БР Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев шәхси ярҙамсы хужалыҡтарға ауыл хужалығы техникаһы менән ярҙам күрһәтеү өсөн аҡса бүлеү тураһындағы бойороҡҡа ҡул ҡуйҙы.
    Шәхси хужалыҡтарға ярҙамды киңәйтеү ниәтен Раил Сарбаев былтыр көҙ үк белдергәйне, ә 22 ғинуар­ҙа үткән матбуғат конференцияһында «Шәхси хужалыҡ» комплекслы программаһын тәшкил итеүсе өлөштәренең береһе – бүлеп түләү шарты менән ауыл хужалығы техникаһы һатыу параметрҙарын билдәләне.
    – Тәүге иғәнә 10 проценттан артырға тейеш түгел һәм ун йылға тиклем бүлеп түләү мөмкинлеге бирелергә тейеш. Мәҫәлән, иң популяр техника – «Беларусь» тракторы 750 мең һумға төшә. Тәүге иғәнә, страховканы, теркәүҙе һәм транспорт һалымын иҫәпкә алып, 90 мең һумдан артмай, – тигәйне ул саҡта Хөкүмәт башлығы.
    Бынан тыш, Раил Сарбаев техниканы биреү схемаһын ҡулайлаштырырға ҡушты: лизинг схемаһынан баш тартыу сығымдарҙы ҡыҫҡартыу һәм түләүҙәрҙе былтырғы кимәлдән юғарыраҡ һаҡлап ҡалыу мөмкинлеген бирәсәк.

    авторы: admin | 16 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru