Булдыҡһыҙ балтанан күрер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • ЭШЕ БАРҘЫҢ – КӨСӨ БАР
  • Ҡомһоҙ инспекторҙар исемлеге
  • Республика медицина кәңәшмәһенә әҙерлек ҡыҙа
  • «Өфөм – минең гүзәл баш ҡалам...»
  • Рәсәй йәштәре – беренсе
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Субсидия – ҙур ярҙам Иҡтисад

    Субсидия – ҙур ярҙамКоммуналь түләүҙәрҙең күләме артҡандан-арта, нисек аҡса еткермәк кәрәк, тигән аһ-зарҙы йыш ишетергә тура килә. Был – йәмәғәт транспортында йөрөүселәрҙең, сират көтөүселәрҙең бәхәсләшер төп темаһы. Хәйер, түбән эш хаҡы алған, бер пенсияға ғына күҙ төбәп йәшәгән кешеләрҙең хәленә нисек инмәҫһең дә, нисек фекерҙәре менән килешмәҫһең... Арабыҙҙа аҙмы ни эшһеҙ ҡалған, йә тапҡан-таянғанын ипотека өсөн түләгән, ун мең һумға ла етмәгән хеҙмәт хаҡына ишле бала аҫраған ғаиләләр, яңғыҙ әсәләр?! Коммуналь хеҙмәт өсөн түләй алмаған ошондай граждандарға ярҙамға килә лә инде дәүләт. Ул субсидия рәүешендә түләнә.
    Дәүләттең был ярҙамына коммуналь хеҙмәт өсөн түләүҙәре айлыҡ килемдәренең 22 процентын тәшкил иткән ғаиләләр дәғүә итергә хоҡуҡлы.

    авторы: admin | 13 февраля 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    300 һумға – туфли! Яңылыҡтар, Иҡтисад

    Яңы йыл байрамдары үткәндән һуң ысын ташламалар яһала. Аяҡ кейемдәренә генә күҙ һалығыҙ – ҡыш башланғанда баш ҡала магазиндарында ҡатын-ҡыҙҙар итеген 4,5 мең һумдан да кәмерәк хаҡҡа табыуы ҡыйын ине (Рәсәйҙә етештерелгән тауарҙарҙы һатыусы магазиндарҙы күҙ уңында тотам). Ә хәҙер гүзәл заттар күндән тегелгән итекте 2,5 мең һумға ла ала. Ваҡыты шундай бит – кешеләрҙең күбеһе ҡышҡы аяҡ кейемдәрен ноябрҙә үк алып бөттө, ә быйыл модала булған моделдәрҙе һатып бөтөрөргә кәрәк. Шулай уҡ яҙғы-көҙгө аяҡ кейемдәренә лә ҙур ғына ташламалар бар – быйыл яҙғыһын модала буласаҡ моделдәрҙең бөтәһе лә сауҙаға сығарылмаған, ә былтыр көҙҙән ҡалғандарынан ҡотолоуың отошлораҡ.

    авторы: admin | 30 января 2010 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эшҡыуарлыҡ үҫеше – иҡтисадҡа ярҙам Иҡтисад

    Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендәге киңәйтелгән ултырышта эшҡыуарлыҡ мәсьәләләре, 2009 йылда бүленгән финанс ресурс­тарын файҙаланыу буйынса һөйләшеү булды.
    Шәхси эшҡыуарлыҡ быйыл бик ҙур суммала ярҙам алды – барлығы 1,8 миллиард һум самаһы, шул иҫәптән республика бюджетынан – 500 млн, федераль ҡаҙнанан 573 млн һум. Бынан тыш, Башҡортостан эшҡыуарлыҡ субъекттарын кредитлауҙы әүҙемләштереү өсөн 800 миллион һум күләмендә лимит алды.
    Ил төбәктәренә финанс ярҙамы конкурс буйынса бүленде. Башҡортостан өлөшөнә төшкән лимит 2009 йылда иң күләмлеһе. Артабан Татарстан (623 миллион һум) килә. Республиканың да бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү программаһының төп йүнәлеше – бизнесҡа финанс ярҙамы.

    авторы: admin | 15 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Кеше хоҡуҡтары хәл итеп бөтмәҫлек мәсьәлә кеүек Сәләмәтлек, Иҡтисад

    Был дата 1948 йылда булдырылып, ике йылдан һуң рәсми рәүештә билдәләнә башлаған. Ҡағиҙә булараҡ, һәр йыл уның айырым темаһы була. Мәҫәлән, 2006 йылда Кеше хоҡуҡтары көнө «Фәҡирлеккә ҡаршы көрәш: шәфҡәтлелек түгел, ә талап» тигән темаға арналды. Ысынлап та, ярлылыҡ кешенең бөтә хоҡуҡтарын ҡыҫыуға килтерә. Түбән килем тейешенсә белем алырға ла ҡамасаулай, был осраҡта социаль-иҡтисади хоҡуҡ тормошҡа ашырылмай ҡала. Артабан инде наҙанлыҡ арҡаһында кеше йәмәғәт эшендә лә ҡатнаша алмай – гражданлыҡ һәм сәйәси хоҡуғы боҙола. Әлбиттә, фәҡирлек хоҡуҡ тирәһенә генә ҡағылмай, бөтә тормоштоң «көйө» китеүе күҙәтелә. Әҙ килемлеләр йыш ҡына йәберләүҙәргә лә дусар була. Шуныһы ла бар: фәҡирҙәр электән үк уңышһыҙ, ялҡау тип билдәләнгән. Был нарыҡлау әле лә дауам итә, әммә уның йөҙ процентҡа дөрөҫлөгө икеле.

    авторы: admin | 10 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Тормош үҙе бәйге бит ул - ти «Ашҡаҙар» хужалығы рәйесе Илдус Хәлитов Башҡортостан, Иҡтисад

    Тормош үҙе бәйге бит ул - ти «Ашҡаҙар» хужалығы рәйесе Илдус ХәлитовАуыл тормошон яҡшы белгән, шул уҡ ваҡытта сәнәғәт предприятиеларында яуаплы вазифаларҙы башҡарған Илдус Хәлитов тәүге көндән үк ауылды социаль-иҡтисади һәм интеллектуаль үҫтереүгә йүнәлеш ала. Ауыл кешеһе тыуған ерендә эшен күңел биреп башҡарырға һәм үҙ хеҙмәтенең игелеген күрергә, муллыҡта йәшәргә хаҡлы.
    – Ә етәксе, үҙ сиратында, шуға булышлыҡ итергә тейеш, тип иҫәпләйем. Кеше имен, етеш йәшәй икән, ситкә китергә ынтылмай, – ти Илдус Хәлитов.
    Ауылдың төп байлығы – ер. Бөгөн ике хужалыҡтың ерҙәре 22 мең гектар тәшкил итә. Уларҙың 13 мең гектары «Ашҡаҙар» өлөшөнә тура килә. Хужалыҡтың баҫыуҙары әле бушап ҡалған. Йыл тамамланыуға барғанда игенселәр үҙҙәренең уңыштарын барлай. Бөртөклөләрҙең тулайым йыйымы 152,200 центнер тәшкил иткән. Шәкәр сөгөлдөрө плантацияһының гектар ҡеүәте 240 центнерҙан артҡан. «Йыл үҙенсәлектәрен иҫәпкә алғанда, был күрһәткестәр ҡәнәғәтләнерлек», – ти баҫыу эшсәндәре.
    Ерҙең уңдырышлылығын күтәреүгә айырым иғтибар бирелә.

    авторы: admin | 5 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Ур-ра, пенсия арта! Яңылыҡтар, Иҡтисад

    1 декабрҙән ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһының база өлөшө 2562 һум күләмендә билдәләнде. Ноябрҙә был сумма 1950 һум ине. Шулай итеп, өҫтәмә 612 һум (31,4 процент) тәшкил итте. Рәсәй Пенсия фондының БР буйынса бүлексәһе матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәренә ҡарағанда, был – 2009 йыл башынан пенсия­ларҙы дүртенсе тапҡыр арттырыу.
    80 йәше тулған пенсионерҙар өсөн һәм өсөнсө төркөм инвалидтарға база өлөшө күләме 5124 һум суммаһында билдәләнде. Өҫтәмә 1224 һум тәшкил итте. Бөйөк Ватан һуғышы инвалидтарының, саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәт үткән саҡта һәләк булған яугирҙарҙың ҡабаттан никахҡа инмәгән тол ҡатындарының, саҡырыу буйынса хәрби хеҙмәткә алынып, хәрби хеҙмәт осоронда һәләк булған яугирҙарҙың ата-әсәләренең, «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе» билдәһе менән наградланған инвалидтарҙың ике пенсияһы ла арттырылды.

    авторы: admin | 3 декабря 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Сауҙа-йәрминкә комплексы асылды Иҡтисад

    27 ноябрҙә, Ҡорбан ғәйете көнөндә, баш ҡалабыҙҙа даими эшләүсе «Зинино» – «Экологик агромаркет» ауыл хужалығы йәрминкәһенең икенсе объекты асыла. Уның менән бер рәттән, ит йәрминкәләре лә эшләй башлаясаҡ. Улар 31 декабргә тиклем дауам итәсәк.
    Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: «Өфө ҡалаһының Колхоз баҙары» сауҙа комплекстары төркөмө һәм «Меркурий» сауҙа үҙәге «һамар – Силәбе» автотрассаһы эргәһендәге Жилино менән Зинино ауылдары араһында «Зинино» сауҙа-йәрминкә комплексын төҙөй. Төҙөлөштөң дөйөм майҙаны 16 гектар майҙанды биләй. 5 сентябрҙә сауҙа урынының тәүге сираты сафҡа индерелгәйне. Ул ваҡытта йәрминкә майҙансыҡтары һәм 400 автомашинаға тәғәйенләнгән автопарк асылды. Быға тиклем Өфөнөң Калинин районында ла ошондай уҡ «Шаҡша» тип аталған ауыл хужалығы йәрминкәһе уңышлы эш башлағайны.

    авторы: admin | 24 ноября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Милләттәштәребеҙгә хат Хаттар яҙҙым, Иҡтисад

    Бөтә нәмә сағыштырыуҙа күренә, тиҙәр. Бөгөн, республика гәзит-журналдарына яҙылыу кампанияһы уртаһына еткән саҡта, 2000, 2009 йылдарға, 2010 йылдың тәүге яртыһына район-ҡалалар араһында беҙҙең гәзиткә яҙылыу күрһәткестәрен таблица рәүешендә биреүебеҙ юҡҡа түгел. Сөнки унда сағыштырыуҙың һис тә һөйөндөрөрлөк булмауы күренә. Халҡының милли үҙаңы иң юғары һаналған. Башҡортостандың ҙур башҡорт районы иҫәпләнгән Баймаҡта тиражыбыҙҙың 2000 йылда ете мең данаға яҡын ерҙән – өс, халҡыбыҙ йолаларын ҡәҙерләп һаҡлаған Әбйәлил, Бөрйән, Учалы, Ғафури, Салауат, Күгәрсен, Хәйбулла, Йылайыр райондарында – ике, Ейәнсура, Дәүләкән, Белорет, Дыуан, Миәкә, Мәсетле, Ҡыйғы, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә, Ишембай райондарында, Салауат, Күмертау ҡалаларында – өс, Сибай ҡалаһында ике тапҡырға кәмеүе, 100 меңдән ашыу башҡорт йәшәгән баш ҡалабыҙҙа ла йәштәр баҫмаһының әҙ булыуы күңелде шомландыра.

    авторы: admin | 21 ноября 2009 | Фекерҙәр (0) | Тотош уҡырға
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru