Ҡәҙерле дуҫтар! «Йәшлек» гәзитенә яҙылыу хаҡы кәмене, һәм ул йәйҙән яңыса, «ҡалынайып», аҙнаһына ике тапҡыр – шишәмбелә 8 битлек, ә шәмбелә 16 битлек булып сығасаҡ.
«Йәшлек»кә хәҙер ике индекс буйынса яҙылырға була: ул өйөгөҙгә аҙнаһына ике тапҡыр – шишәмбе һәм шәмбе көндәрендә килһен тиһәгеҙ – 80148 индексы (ярты йылға яҙылыу хаҡы – 337 һум 86 тин), шәмбе һанын ғына алдырып уҡырға теләһәгеҙ (ярты йылға яҙылыу хаҡы – 278 һум 10 тин), 16414 индексы буйынса яҙыла алаһығыҙ.
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Журналистарыбыҙҙың блогтары асылды!
Яңылыҡтар
Ҡәҙерле гәзит уҡыусыларыбыҙ!
Сер итеп кенә әйтәбеҙ - беҙҙең журналистарыбыҙҙң блогтары асылды! Уларҙаң үҙҙәре хаҡында, шулай уҡ шәхси фекерҙәрен уҡырға һеҙ беҙҙең яңы сайтҡа инә алаһығыҙ. Блогтарҙың иһә адресы бына ошолай:
www.blog.ye02.ru
по муниципальному району Абзелиловский район АГЗАМОВА Амина Зиннатовна – домохозяйка, 5 детей ГИБАДАТОВА Земфира Фиркатовна – домохозяйка, 5 детей ТАГИРОВА Зульфия Сабитовна – домохозяйка, 5 детей ШАРАФУТДИНОВА Амина Фаритовна – санитарка муниципального учреждения Аскаровская центральная районная больница, 5 детей по муниципальному району Альшеевский район ГИМАЕВА Сабина Эрфановна – домохозяйка, 5 детей КРИВОШАПКО Лилия Рахимьяновна – оператор обособленного структурного подразделения Раевский почтамт, 6 детей ФЕДОРОВА Лена Герасимовна – учитель муниципального бюджетного общеобразовательного учреждения средняя общеобразовательная школа с. Воздвиженка, 5 детей
Ҡәҙерле редакция! Бер насар холҡомдан нисек ҡотолорға кәңәш бирһәгеҙсе? Мин кеше менән аралашырға яратам, еңел танышам, дуҫтарым да етерлек. Тик йыш ҡына эргәмдәгеләрҙең кире яҡтарын тиҙ генә күреп, үҙҙәренә сатнатып әйтеп, үпкәләтә лә ҡуям. Быны һиҙмәй ҙә ҡалам хатта. Үҙемә лә уңайһыҙ, тегеләр ҙә минән ситләшә. Нимә эшләргә һуң? Был ғәҙәттән арыныу сараһы бармы икән? – Эйе, Айгөл, һинең кеүек холоҡло кешеләр байтаҡ ҡына шул. Дөрөҫ тәнҡит ҡамасауламай, ә бына һиңә әйләнгән һайын урынлы-урынһыҙ иҫкәрмәләр эшләһәләр, ысынлап та, еңел түгел. Уйлап ҡара әле – үҙеңдең дә кире яҡтарың барҙыр. Шуға иң тәүҙә үҙеңә тәнҡит күҙлегенән ҡара. Кешегә бик тә иҫкәртеү яһағың килһә, уны йомшаҡ итеп, дуҫтарса ғына әйт. Иң дөрөҫө – кире яғын әйтерҙән алда ыңғай яғын билдәләп маҡтап алыу.
Петр Дранга – мөләйем һәм йәш «йондоҙ». Атаһы ла, әсәһе лә аккордеонсылар. Егеткә һөнәр һайлау тип баш ҡатырырға ла кәрәкмәгән. Әйткәндәй, уның ике апаһы – пианисткалар. Петрға 12 йәшендә тәүге уңыш йылмая: Мәскәүҙә һәм Италияла аккордеонсылар конкурсында лауреат була. Артабан уның тығыҙ ижад мәле башлана, конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнашыу, еңеүҙәр яулау менән бер рәттән, панк-рок стилендә йырлай. 16 йәшендә, йәғни 2000 йылда, Петр үҙен үҙ аллы итеп тоя һәм ата-әсәһенән айырым йәшәргә ниәтләй. Уҡыу, музыка менән шөғөлләнеүҙән тыш, аҡса еткерер өсөн кинотеатрҙа йыйыштырыусы булып эшләй. Тап шул эше егеттә эшҡыуарлыҡ һәләтен аса.
Йылайыр районының Һабыр ауылы ҡыҙы бәләкәйҙән шиғриәткә ғашиҡ булып үҫә, яҡшы уҡый, олимпиадаларҙа һынау тота, «Йәш хәбәрселәр» түңәрәгенә лә йөрөй. Ошонда таныша ул гәзит сығарыу донъяһы менән. Артабан «Йәншишмә» гәзитенең йәш хәбәрсеһе була, ошо баҫма мөхәрририәте уға Ғәбиҙулла Зарипов исемендәге премияны тапшыра. Шулай уҡ Хәйҙәр Тапаҡов, Хәй Мөхәмәтйәров премиялары лауреаты ла ул. Һуңғыһына «Илһам шишмәләре – 2007» фестивалендә әүҙем яҙышыусы ижадсы булараҡ лайыҡлы тип табыла.
Был һорауға ҡапыл ғына яуап биреп тә булмай. Элек йүнәлеш буйынса ебәргәндәр бит. Күбеһе ике-өс йылдан һуң үҙе теләгән яҡҡа киткән, бик һирәктәр генә ҡалған. Ҡалала ҡалыу хәстәрен күрергә тырышыусылар ҙа күп булғандыр. Хәҙер ҙә ошо хәл ҡабатланасаҡ. Шунлыҡтан йәш белгес эшкә үҙе теләп барһын. Ә икенсе яҡтан ҡараһаң, бөгөн эш табыуы бик еңелдән түгел, был юҫыҡта йүнәлеш менән китеү һәйбәтерәк һымаҡ. Ҡайһы төбәккә ебәрәләр бит әле? Әгәр унда уңайлы торлаҡ менән тәьмин итмәһәләр? Проблемалар менән эшләп булмай ҙа инде. Мин үҙем, мәҫәлән, йүнәлеш буйынса ебәреү яҡлы түгелмен.