|
 |
|
lll Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланыу уңайы менән Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Йөрәктәрҙә ҡалды моң булып» тип аталған музыкаль драма күрһәтелгәйне. «Башҡортостан» гәзитендә күренекле драматург Наил Ғәйетбаев биргән интервьюны уҡығас, тамаша көнөн йөрәкһеп көтөп алдым. Халҡы өсөн йәнен фиҙа ҡылған ялҡынлы шағир Шәйехзада Бабич тураһындағы тамашаны тиҙерәк күргем килде. Үткән быуат башында күпме ҡыҙҙы ғашиҡ иткән, Өфө, Троицк, Ырымбур һәм башҡа тарафтарҙы үҙенең ялҡынлы сығыштары, мәрәкә һүҙҙәре менән тәгәрәткәнсе көлдөрөп таң ҡалдырған уникаль кеше бит ул! Башҡорт халыҡ йырҙарын йырлап, ҡурай моңон тыңлап күңеле тулған, бер мандолинаһы аша тотош оркестр тауышы бирә алған тиҙәр бит уны. Әлеге көндә даһи Бабичты сәхнәлә уйнай алырлыҡ кеше юҡтыр кеүек. Ҡабатланмаҫ үҙенсәлекле шәхес икәнлеге шунан да күренеп тора. |
|
|
|
Күп милләтле Башҡортостан lll Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы кеүек оло йыйынды матур итеп үткәреп ебәрҙе. Ошо ҡорға бағышлап, БР-ҙың М. Кәрим исемендәге милли йәштәр театрының башҡорт труппаһы һәм Стәрлетамаҡ дәүләт башҡорт драма театрының бер төркөм артистары Краснодар ҡалаһында 20 июндә үткән һабантуйҙа ҡатнашып ҡайтты. Милли колорит менән һуғарылған, йыр-моңға, матур йолаларға бай байрам Краснодар өлкәһендә йәшәгән милләттәштәребеҙ күңеленә хуш килде. Рәсәйҙең гөрләп үҫеүендә Башҡортостан Республикаһы һәм Краснодар өлкәһенең өлөшө ҙур. Ә инде Краснодар халҡы менән беҙҙең аралағы дуҫлыҡ һәм үҙ-ара татыулыҡ барыбыҙға мәртәбә генә өҫтәй. Беҙ унда йәшәгән милләттәштәребеҙ өсөн ҡыуанып, ғорурланып ҡайттыҡ. Ә. ҠӘЙЕПҠОЛОВА.
|
|
|
 |
Башҡорт милли хәрәкәтенең халыҡты үҫтереүҙәге һәм бергә туплауҙағы РОле |
Королтай |
|
Сығышымдың башында уҡ ике тарихи датаны иҫегеҙгә төшөрөп үтәм: улар – башҡорт халҡының бөйөк улы, билдәле ғалим-төркиәтсе, йәмәғәт эшмәкәре Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тыуыуына 120 йыл һәм Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул итеүенең 20 йыллығы. Был ваҡиғалар үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән, башҡорттар һәм Башҡортостан халыҡтары өсөн генә түгел, ә бөтә Рәсәй өсөн дә тәрән тарихи һәм символик әһәмиәткә эйә. Илебеҙҙә федерализм төҙөлөшөндә, халыҡтарҙың үҙбилдәләнеше идеялары үҫешендә Әхмәтзәки Вәлидиҙең роле баһалап бөткөһөҙ. Башында нәҡ ул торған башҡорт милли хәрәкәте етәкселәренең әүҙем эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә тәүге автономиялы республика барлыҡҡа килгән, Башҡортостан дәүләтселеге үҫешенә нигеҙ һалынған, Рәсәй Федерацияһының милли-территориаль дәүләтселеге ҡоролошо принцибы раҫланған. |
|
|
 |
Торатауҙа – гүзәл байрам, Дуҫлығыңа, халҡым, хайран ҡалам! |
Королтай |
|
Ишембай районында «Салауат йыйыны» республика фольклор байрамы гөрләп үтте Донъя кимәлендәге уникаль тәбиғәт ҡомартҡыһы Торатау бер юлы үҙенә тиҫтәләгән мең кешенең һоҡланыуына шаһит булды. «Салауат йыйыны – 2010» республика фольклор байрамына килгән һәр кемдә: «Их, иң үренә менеп кенә ҡараһаң...» – тигән уй тыуғандыр. Күптәргә ундай бәхет тейҙе, әммә ҡайһы берәүҙәр мөһабәт тауға яландан ғына ҡарап һоҡланды. Әүлиәләр төбәге, башҡорттоң изге тауы ул Торатау. Борондан бында, ырыу-ырыу булып, халҡыбыҙ әҙ йыйылған тиһеңме ни?! «Ырыуҙар ташы» мемориал комплексы төҙөләсәк был ерҙә. Юҡ, ырыуыбыҙ тураһында тарихты мәңгеләштереү өсөн генә түгел, ә тауыбыҙҙы замандың хәүеф-хәтәренән һаҡлау маҡсатында ла. |
|
|
|
йәки Салауат Юлаев майҙанында йыр-моң аша әйтер һүҙҙәр яңғыраны III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә уҙғарылған «Башҡорт халҡына хат» исемле был концерттан Салауат Юлаев майҙаны шау-гөр килеп торҙо. Башҡорт эстрадаһының сағыу «йондоҙ»ҙары ҡатнашлығында ойошторолған концерт башҡорт йәштәренең беренсе ҡоролтайына бағышланды һәм унда республикабыҙҙың район һәм ҡалаларынан йыйылған 700-ҙән ашыу делегат, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм хатта сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтар ҙа булды. Байрам, исеменән үк күренеүенсә, башҡорт халҡына мөрәжәғәт – хат рәүешендә ойошторолғайны.
|
|
|
 |
Йәш быуындың сәләмәтлеген нығытыу өсөн бөтә шарттар бар |
Королтай |
|
Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Рәлиҙә Шакирова «Республика халҡының сәләмәтлек торошо» тип исемләнгән доклад менән сығыш яһап, ҡатын-ҡыҙҙар, әсәләр һәм балаларҙың һаулығы тотош милләт һаулығы күрһәткесе ул, тип билдәләне. Мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, һуңғы йылдарҙа республикала халыҡ һанының тәбиғи артыуы күҙәтелә. Тыуым күрһәткесе биш йыл эсендә 27 процентҡа үҫкән, ә бер йәшкә тиклемге балалар һаны 19,5 процентҡа күбәйгән. 2010 йылда ун һигеҙ йәшкә тиклемге балалар һаны 839 мең бала иҫәпләнә. Шулай уҡ һуңғы йылдарҙа сабыйҙар араһында үлем осраҡтары кәмегән. |
|
|
 |
Иртәгәбеҙҙе күҙаллап, ҡоролтайҙа һүҙ әйттек |
Королтай |
|
Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының йомғаҡлау пленар ултырышында секция эштәренә ҡыҫҡаса туҡталып кителде, ул делегаттарҙың сығыштары менән байытылды. Бында ла БР Президенты Мортаза Рәхимов, Хөкүмәт Премьер-министры Раил Сарбаев, башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.
|
|
|
|
|
|