Иртә торған бай булған, һуңлап торған хур булған.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле,
  • Ураҙа байрамы менән!
  • Рәсәй йәштәре – беренсе
  • Бәхетленең бөтәһе бер юлы
  • ҮӘТ, ШЕШЛЕК!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Ҡотло башҡорт ҡыҙының ҡот өләшеү байрамы Королтай
    Әҙәм әҙәмде түгел,
    Береһен ишетмәгәндә,
    Йән ҡәҙере киткәндә,
    Һүҙ ҡәҙере бөткәндә,
    Иман, илһам атын түгел,
    Аҡса атын еккәндә –
    Сәсән булыу еңелме?!
    Еңел түгелдер. Сөнки берҙән-бер ҡоралы һүҙ бит уның. Еңел булмаһа ла, майҙанға сығып, үҙ һүҙен әйтмәй ҡалмаҫ сәсән. Борон-борондан халҡыбыҙҙың таянысы, йыуанысы, аҡыллы һүҙен әйтеүсе ил ҡарттары булған бит сәсәндәр. Үҙ заманы өсөн борсолоп, халыҡ яҙмышын һүҙ көсө менән еңеләйтеп, кәрәк саҡта яуға ла әйҙәп, ҡобайыр әйткән улар. Бөгөнгө тормош, элекке ваҡыттар менән сағыштырғанда, еңелерәк тиһәк тә, һәр замандың үҙ ҡыйынлыҡтары, проблемалары бар. Халыҡтың аңын уятыу, дөрөҫлөктө аңлатыу, аҡ һәм ҡараны айырырға өйрәтеү мәсьәләләрен хәл итеү бөгөн дә сәсәндәрһеҙ мөмкин түгелдер ул.
    Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы ҡыҙы, М. Аҡмулла һәм Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге премиялар лауреаты, С. Юлаев ордены кавалеры, сәсәниә Розалия Солтангәрәева, Республика йылына, Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арнап, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында ойошторған «Белем ҡото» исемле байрамға дуҫтарын, йәш быуын вәкилдәрен йыйҙы. Йәштәрҙең күңелдәренә үтеп инеп, бәлки, тыуған илгә,тәбиғәткә, туған телгә һәм милләткә һөйөү, күптәрендә йоҡлап ятҡан манҡортлоҡҡа, вайымһыҙлыҡҡа нәфрәт тойғоһон уятырҙай сәсән һүҙен еткерҙе ул.
    Сәсәниәне уратып алған тамашаны алып барыусы студенттарының да уҡытыусыларына торошло икәне күренеп тора. Башҡорт йолаһын күрһәтеүҙәре, «Сулпан» ҡумыҙсылар ансамбленең сығышы, «Һаҡмар һылыуы» бейеүе, Өфө дәүләт сәнғәт академияһынан килгән думбырасылар ансамбле, Розалия Солтангәрәеваның улы Илшат Мөслимовтың скрипкала һыҙҙырыуы, ҡыҙы Гөлнәзирә Мөслимованың «Урал батыр» эпосынан өҙөктәр һөйләүе бер кемде лә битараф ҡалдырмағандыр.
    Быйыл Розалия Солтангәрәева 55 йәшлек юбилейын билдәләй. Шуға ла байрамға уны тәбрикләргә килеүселәр ҙә күп ине. БДПУ коллективы, БР Мәғариф министрлығы, Башҡорт дәүләт академия драма театры, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте ағзалары – һәр береһенән Розалия Әсфәндиәр ҡыҙына рәхмәт һәм һоҡланыу һүҙҙәре яуҙы.
    – Розалияның башҡорт ҡатынын, башҡорт халҡын сит илдәрҙә лә лайыҡлы күрһәтеүенә шатланабыҙ ҙа, һоҡланабыҙ ҙа. Был бит милләткә хеҙмәт, милләткә дан, милләткә биҙәк, тигән һүҙ. Илеңә хеҙмәт итеү ошолай тамсынан йыйыла. Данлыҡлы сәсәниә, ике бала тәрбиәләп үҫтереүсе әсә, йәмәғәт эшмәкәре – бөтәһенә лә бер юлы өлгөрә ул. Ҡыҙҙар, бына ниндәй булырға тейеш ысын башҡорт ҡатын-ҡыҙы, унан өлгө алығыҙ, – тип баһаланы сәсәниәне Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте етәксеһе Гүзәл Ситдиҡова.
    Байрам аҙағында Розалия Солтангәрәева студенттар менән ҡот ҡайтарыу йолаһын күрһәтте. Еребеҙгә, телебеҙгә, аңыбыҙға ҡот ҡайтарыуҙың бер аҙымы булып торҙо был байрам.
    Руфина ДӘҮЛӘТОВА.
    авторы: admin | 6 мая 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Белем ҡото»на рәхим итегеҙ!
  • Башҡорт ғалимдары Рәсәй фольклорсылары конгресында ...
  • Конкурстан һуң уйланыу
  • “Күберәк таҡмаҡ йырлаһаң, бөтм ...
  • Ҡорҡот Ата аманаты – башҡорт сәхнәһенд ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru