Кеше икмәгенә ауыҙыңды асма, үҙең тап.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Бер стакан еләк – 60 һум
  • «Мин – көслө, ә һин – таһыллы»
  • Йондоҙнамә
  • ЭШЕ БАРҘЫҢ – КӨСӨ БАР
  • Тарих менән киләсәкте бәйләй шәжәрә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Телебеҙҙе һаҡлайыҡ! Королтай
    Тел, аралашыуҙың бер ысулы булараҡ, кешелек тормошонда иң мөһим роль уйнай. Ысынлап та, һөйләшергә өйрәнеп кенә кешеләр бер-береһе менән аралаша ала, коллективта йәшәү өсөн кәрәкле тормош тәжрибәһе туплай – үҙҙәрен йәмғиәттең, милләтенең тулы хоҡуҡлы шәхесе итеп тоя. Әлбиттә, уртаҡ тел генә бөтә халыҡтарҙы ла бер милләткә берләштерә алмай. Һәр халыҡтың үҙенең тарихы, мәҙәниәте, рухи ҡиммәттәре, теле бар. Телдә, көҙгөләге һымаҡ, теге йәки был халыҡтың күңеле, уның рухи донъяһы асыҡ сағыла. Шуның өсөн дә төрлө дәүләттәрҙә йәшәгән бөтә халыҡтар ҙа үҙҙәренең телен һаҡлау, үҫтереү, пропагандалау өсөн күп көс һала.
    Халыҡ яҙмышы менән тел яҙмышы айырылғыһыҙ. Береһе бөтһә, икенсеһе лә юғала. Илбаҫарҙар һәм тирандар баҫып алған илдә иң тәүҙә милләттең уҡымышлы кешеләрен үлтергәндәр, китаптарҙы яндырғандар, телдәрен бөтөрөргә тырышҡандар. Был кешеләрҙе аптырашта ҡалдырған, киләсәккә булған өмөттәрен һүндергән, көсһөҙләндергән. Александр Македонский, Сыңғыҙ хан, фашис­тар шулай эшләгән.
    Ошондай ҡот осҡос алымдарҙы оҙаҡ йылдар буйы беҙҙең элекке тыуған илебеҙ СССР-ҙа ла ҡулландылар. Мәктәптәрҙә туған телдәр уҡытылманы, хатта өйҙә лә әсә телендә һөйләшеү мәҙәниәтһеҙлек һаналды. Күңелдәрҙә бушлыҡ, ҡурҡыу, киләсәккә ышанмау яралды, манҡорттар­ға әйләндерелгән, рухи тамырҙары киҫелгән күпме кеше, тормошта үҙ урынын таба алмай, юғалды. Шул осорҙа беҙҙең милләтебеҙ ҙә башҡорт рухлы булған күпме аҡыл эйәһен, сәйәсмәнен, шағирын, композиторын, ғөмүмән, Башҡортостаныбыҙға файҙалы булған байтаҡ кешеһен юғалтҡанын бер ҡасан да белә алмаясаҡбыҙ.
    Халҡыбыҙҙың үҙаңы үҫеүе бындай хәл менән килешмәүсәнлек тыуҙырҙы, һәм мөстәҡил Башҡортостан Республикаһы иғлан ителде. Башҡорт халҡы һәм республикала йәшәүсе төрлө милләт кешеләре үҙ туған телдәрен өйрәнеүгә, рухи хазиналарын тергеҙеүгә, үҫтереүгә мөмкинлек алды. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаев «Халҡыма ант», «Һыуһаным, һыуҙар бирегеҙ!» исемле поэмалары менән иң тәүҙә телебеҙ, халҡыбыҙ яҙмышын, илебеҙҙәге тиҙ арала хәл ителә торған көнүҙәк мәсьәләләрҙе күтәреп сыҡты. Башҡорт теленең статусы үҫте – ул дәүләт теле итеп иғлан ителде. 2006 йылдың 1 сентябренән республикалағы дөйөм белем биреү мәктәптәрендә, башланғыс һәм урта махсус урта уҡыу йорттарында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ мотлаҡ уҡытыу индерелде. Һәм был дөрөҫ тә! Һәр зыялы, мәҙәниәтле кеше (ниндәй милләт вәкиле булыуына ҡарамаҫтан) үҙе йәшәгән илдең тарихын, ғөрөф-ғәҙәтен, мәҙәниәтен белергә тейеш. Ә тел быларҙың барыһын да үҙ эсенә ала. Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы етәксеһе Рамаҙан Абдулатипов әйтеүенсә, әгәр ҙә халыҡ үҙ телен, мәҙәниәтен һаҡламаһа, өйрәнмәһә, үҫтермәһә, бер кем дә быны уның өсөн эшләмәйәсәк.
    Башҡорт теле менән Рәсәй халыҡтары ғына түгел, сит илдәрҙә лә ҡыҙыҡһыналар. Был йәһәттән күптәргә һабаҡ биргән, башҡорт тарихын, мәҙәниәтен, йолаларын өйрәнгән, башҡортса һөйләшкән немец студенттары Антония Вилке, Зибилла Тура, Себастьян Цвиклинский, Берлин университеты доценты Маргарет Эрсен-Раш менән нисек һоҡланмай­һың! Антония менән Зибилла Берлиндан Бөрйән районына хаттарын ғына түгел, хатта конверттарының тышына адрестарын да ғәмәлдә башҡортса яҙған. Был беҙгә ғибрәтле өлгө, фәһем. Маргарет Эрсен-Раш Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында башҡорт телендә сығыш яһап, ошо ҡоролтайҙа урыҫса телмәр тотҡан ҡәрҙәштәребеҙгә һабаҡ бирҙе. «Тел йәшәһә, халыҡ йәшәй, – тине ул, – телегеҙҙе һаҡлағыҙ. Шул осраҡта башҡорт халҡы мәңге йәшәр!»
    Был һүҙҙәр айырыуса беҙгә, башҡорт теле уҡытыусыларына, заң булып яңғырап, уяу булырға саҡырып торорға тейеш. Сөнки ярты быуат буйына бөтөү сигенә еткерелгән телебеҙ һәм халҡыбыҙ яҙмышы өсөн борсолоуҙар әле лә бөтмәгән. Мәскәү чиновниктары тарафынан Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» законынан белем биреү стандарттарындағы милли-төбәк компонентының алып ташланыуы – быға миҫал. Президентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов үҙенең ошо мәсьәләгә ҡағылышлы сығышында Мәскәү чиновниктарының Рәсәй Конституцияһының «Һәр республика дәүләт телен үҙе һайлап алырға хоҡуҡлы» тигән 68-се статьяһын күрмәмешкә һалышыуын тәнҡитләне.
    Рәсәй – күп милләтле дәүләт. Уның көсө лә, матурлығы ла ошо милләттәр гөлләмәһендә. Башҡорт халҡы һәм башҡорт теле ошо гөлләмәнең иң гүзәл сәскәләренең береһе булып тора! Вайымһыҙ чиновниктар шуны онотмаһын ине!

    Рафаэль НИҒМӘТУЛЛИН,
    Өфө ҡалаһының 115-се гимназияһының башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
    авторы: admin | 22 апреля 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Минең ҡоролтайға мөрәжәғәте ...
  • Телебеҙҙе йәшәйештә ҡулланырғамы, ...
  • Тел яҙмышы – ил яҙмышы
  • Башҡорт теленең көсө
  • Программа раҫланды
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru