Күренгәндең алыҫы юҡ, күтәргәндең ауыры юҡ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • [b]ИҒлан[/b]
  • Нуриманда күлдәр ҡорой
  • Ҡояш кеүек, ул ергә белем-нур сәсә!
  • Йондоҙнамә
  • Тарих менән киләсәкте бәйләй шәжәрә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Оло йәштәгеләр күберәк Королтай
    Демография үҫеше проблемалары Рәсәй Федерацияһы Президенты һәм Башҡортостан Республикаһы Президентының Мөрәжәғәтнамәләрендә өҫтөнлөклө булараҡ билдәләнгән. Әлбиттә, Рәсәй ҡатындарының Көнбайыш Европа илдәрендә йәшәүсе гүзәл заттарға ҡарағанда – 10, ирҙәребеҙҙең 16 йылға аҙыраҡ йәшәүе менән килешеп, проблемаларға ҡул һелтәп, артабан да бер ни ҙә эшләмәй йәшәү мөмкин түгел.
    Башҡортостанда ла, Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендәге кеүек үк, дөйөм халыҡ араһында оло йәштәге кеше­ләр­ҙең арта барыуы күҙәтелә. Республикала халыҡ һаны 1989 – 2005 йылдарҙа 3,1 процентҡа артҡан. Ә инде ошо арауыҡта хеҙмәткә яраҡһыҙ йәштә булған ҡарттарҙың, 12 процентҡа артып, 2006 йылдың башына 763,8 мең кешегә етеүе күҙәтелә. Билдәле булыуынса, оло йәштәгеләр ярҙамға, йәмғиәттең иғтибарына мохтаж.
    Демография өлкәһендәге ошо тенденциялар һөҙөмтәһендә 2006 йылда республикала оло йәштәгеләрҙең һаны балаларҙыҡынан артып китте. 2006 йылдың башына 16 йәшкә тиклемге 1000 балаға пенсия йәшендәге 1010 кеше тура килде. Мәҫәлән, 2002 йылда мең балаға – 910, 1989 йылда 648 оло кеше тура килгән булған. Фаразлауҙар буйынса, республикала пенсия йәшендәге кешеләрҙең һаны артабан да артасаҡ.
    Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк: Башҡортостанда был тармаҡта билдәләнгән күрһәткестәр Рәсәй Федерацияһы, Волга буйы федераль округыныҡына ҡарағанда күпкә яҡшыраҡ. Күрше төбәктәрҙә, дөйөм Рәсәйҙә балаларҙың оло йәштәгеләргә ҡарағанда аҙыраҡ булыуы 1999 йылдан уҡ билдәләнә башлағайны. 2006 йылдың башына Волга буйы федераль округының бөтә төбәктәрендә лә ололарҙың балаларҙан артығыраҡ булыуы күренә. Дөйөмләштереп алғанда, был төбәктәр араһында Башҡор­тостан һәм Удмурт Респуб­ликаларында хәл сағыштырмаса һәйбәт. Ә бына Нижегородка һәм Пенза өлкәләрендә проблемалар бик күп. Унда балалар ҙа әҙерәк тыуа.
    Билдәле булыуынса, Баш­ҡортостанда даими йәшәүсе халыҡтың 40,4 проценты ауыл ерендә көн күрә. Республика, һәр ваҡыттағыса, Рәсәйҙең ауылда йәшәүсе халҡы күп булған төбәктәре иҫәбенә инә. Сағыштырып ҡарағыҙ: уртаса алғанда, Рәсәй буйынса был күрһәткес 27,1 процент тәшкил итә, ҡалған кешеләр ҡалаларҙа йәшәй булып сыға. Йыйылған мәғлүмәттәр буйынса, оло йәштәгеләрҙең күпселеге ауылдарҙа йәшәй, ә инде йәштәр ҡалаларҙа көн күрә. Улай ғына ла түгел, ауылда йәшәүселәрҙең күпселеге ҡарттар тип әйтергә лә була.
    Райондар буйлап ҡараһаң, шуны билдәләргә була: республиканың Борай, Туймазы, Яңауыл, Йәрмәкәй, Дүртөйлө, Балтас, Саҡмағош райондарында пенсия йәшендәгеләр күп. Ҡалалар араһында был тәңгәлдә Белорет, Дәүләкән, Салауат лидер булып тора.
    Ҡартлыҡ йылдан-йыл «ҡатын-ҡыҙҙарҙың үҙенсәлеге» була бара: оло йәштәгеләрҙең өстән ике өлөшөн (70,3 процент) әбей­­ҙәр тәшкил итә. Шун­лыҡтан оло йәштәге ҡатындар­ҙың күпселеге, тол ҡалып, яңғыҙ ғүмер кисерә.
    Республикала демографик фондың Рәсәйҙең башҡа төбәктәре менән сағыштырмаса рәүештә һәйбәтерәк булыуын билдәләү менән бер рәттән, проблемаларҙы ла күрмәү мөмкин түгел. Демографик тенденцияларҙы фаразлағандан һуң эшләнгән һөҙөмтәләр буйынса шул аңлашыла – оло йәштәгеләрҙе социаль яҡлау буйынса дәүләт сәйәсәтен тағы ла камиллаштырырға кәрәк. Һәм, әлбиттә, бәпестәрҙе күберәк табып, уларҙы бәхетле, сәләмәт итеп үҫтереү ҙә матур һәм бөтәбеҙ өсөн дә кәрәкле ғәмәл!

    М. ӘХМӘТОВА әҙерләне.
    авторы: admin | 18 мая 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Индексация көтөлә
  • ПЕНСИОНЕРҘАР «ҠАРТАЯ»
  • Демография һәм миграция бер-береһенә бәйле
  • ӘСӘЛЕК капиталы артты
  • Төклө аяғың менән, сабый
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru