Бейә эштә йөрөп тирләһә, ҡолон бушҡа йөрөп тирләй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Дәрестә
  • Хәләл ризыҡ тураһында
  • Инвестициялар файҙа килтерергә тейеш
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • «Башҡортостан» алдынғы булырға бурыслы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Күңел зарын хәл итһен Ҡоролтай Королтай
    Ғүмер – аҡҡан һыу. 1995 йылдың 1 июнендә асылған Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына ла 15 йыл ваҡыт үткән. Мин, был ҙур форумдың ойоштороусыларының береһе һәм делегаты булараҡ, уның рухты күтәреүсе сара булыуын яҡшы хәтерләйем.
    Ҡоролтай башҡорттарҙы донъяның төрлө тарафтарынан йыйҙы. Уларҙы бер нәмә берләштерә – дөйөм рух, Тыуған ил, ер. Оло йыйындағы доклад, сығыштарҙан сығып, «Башҡорт халҡын тергеҙеү һәм үҫтереү» программаһы ҡабул ителде. Уның нигеҙенә түбәндәгеләр индерелде:
    – башҡорт халҡын үҫтереү һәм тергеҙеү процесын фәнни-методик, хоҡуҡи, мәғлүмәти, матди-техник һәм финанс яҡтан тәьмин итеү;
    – башҡорттарҙың этномәҙәни үҫеше өсөн шарттар булдырыуға йүнәлтелгән милли сәйәсәт нигеҙҙәрен формалаштырыу буйынса ойоштороу сараһы;
    – башҡорт халҡы ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн киң мәғлүмәт саралары инфраструктураһын, мәҙәниәт, мәғариф, тәрбиә, һаулыҡ һаҡлау учреждениеларын булдырыу.
    Шулай уҡ башҡорттоң милләт булараҡ үҫешенә иҡтисади, сәйәси, идеологик шарттар тыуҙырыу, телде, йолаларҙы, мәҙәниәтте үҫтереү кеүек мөһим маҡсаттар билдәләнде.
    Мин ҡоролтайҙа «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы. Ғаилә һәм балалыҡ» секцияһында әүҙем ҡатнаштым. Сығышым балалар сәләмәтлеге торошона арналғайны. Тәҡдим­дәрем (тыуымдың кәмеүенә, ғәрип балалар тыуыуына, аллергик сирҙәргә, балалар һәм үҫмерҙәр енәйәтселегенә ҡаршы саралар тураһында) секцияның резолюцияһына ла индерелде. Бында шулай уҡ Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға мөрәжәғәт тә ҡабул ителде. Ул түбәндәгенән ғибәрәт ине:
    – «Башҡортостан Республика­һында бала хоҡуҡтары тураһында» Закон ҡабул итеү;
    – «Башҡортостан Республика­һында ғаиләне, әсәлек һәм балалыҡты һаҡлау тураһында» Законды бойомға ашырыу һәм дәүләт ғаилә сәйәсәте концепцияһын төҙөү һ.б.
    Бөгөн Беренсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының тарихи әһәмиәтен тулы ышаныс менән белдерә алам. Был йыйын башҡорт ырыуҙарын тергеҙергә, бөтә донъяға башҡорттарҙың барлығын белдерергә, халыҡ рухын, шул иҫәптән республиканан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙ рухын да күтәрергә булышлыҡ итте. Ҡоролтай башҡорт теленә дәүләт теле статусы биреү тураһында закон ҡабул итергә өлгәшеү мөмкинлеген дә бирҙе.
    Үкенескә күрә, бөгөн БР суверенитеты принциптарынан, Рәсәй һәм Башҡортостан араһындағы килешеү мөнәсәбәттәренән ситләшеү күҙәтелә. Өсөнсө ҡоролтай алдынан Башҡортостанға юғалтылған хоҡуҡтарын кире ҡайтарыу буйынса мөһим бурыстар ҡуйырға кәрәк. Бигерәк тә ер менән файҙаланыу мәсьәләһен күтәреү мотлаҡ. Башҡорттар үҙ аҫаба ерҙәре менән файҙаланған. Октябрь революцияһынан һуң В. Лениндың декреты менән дәүләт милкенә, унан һуң колхоздарға күскән. Бөгөн иһә ер менән сауҙа итәләр. РФ Конституцияһы буйынса урман, йылға-күлдәр, ер аҫты байлыҡтары федераль милек иҫәпләнә. Ә аҫаба халыҡҡа ни ҡала? Үҙебеҙҙең ерҙәр­ҙә алтын, баҡыр табыуҙан башҡорт­ҡа ни файҙа? Нефттән? Уларҙы халыҡҡа нисек ҡайтарырға? Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетында ер мәсьәләһе буйынса махсус үҙ аллы комиссия булдырырға кәрәк.
    Рәсәйҙә федерализм мәсьәләһе лә хәл итеүҙе талап итә. Милли республикаларҙы өлкә, крайҙар менән тиң ҡуйыу дөрөҫ түгел. Тағы бер мөһим нәмә: «төбәк-донор» тигән төшөнсә мәсьәләһе. Ни өсөн Башҡортостан Мәскәүгә килеменең 70 проценттан ашыуын бирергә тейеш? Унан килеп, ниндәй закон нигеҙендә Башҡортостан халҡын республика Президентын һайлау­ҙан мәхрүм иттеләр? Был мәсьәләне беҙ дөйөм халыҡ референдумына сығарырға тейешбеҙ.
    Көн үҙәгендә хәл итәһе проблемалар етерлек. Өсөнсө оло йыйыныбыҙ делегаттары ошо турала ентекле фекер алышһын ине.
    Әйткәндәй, мин 2002 йылдағы Икенсе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ла ҡатнашып, «Тирә-яҡ мөхит һәм БР халыҡтары сәләмәтлеген һаҡлау» секцияһын етәкләнем. Әле башҡарма комитеттың экология, һаулыҡ һаҡлау, ғаилә, әсәлек һәм балалыҡ проблемалары буйынса комиссияһын етәкләйем.

    М. ЮЛДАШЕВ,
    Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, медицина фәндәре докторы, БДМУ профессоры.
    авторы: Нур | 1 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Һәр БЕРЕһЕНДә етди мәсьәләлә ...
  • 10 – 12 июндә Өфөлә III Бөтә донЪя баш& ...
  • Оло ҡорҙа әйтер һүҙең булһы ...
  • Оло маҡсаттар билдәләп
  • Эште әүҙемлештерегә кәрәк
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru