Ир ҡоралы - ҡамсылыр, ҡулда барҙа ҡәҙере юҡ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Матбуғатҡа яҙылыу хаҡтары үҙгәрмәйәсәк
  • Тойғоларым толпар булһа, фекер – нуҡта
  • Хорау-яуап
  • «Төньяҡ амурҙары» – тағы ла еңеүсе!
  • Дәрестә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йөрәктәрҙә йондоҙ балҡыта Ишәй «йондоҙ»ҙары Королтай
    Торатау билендә Юрматы ырыуы йыйыны тәүге тапҡыр 1993 йылда үткәрелгәйне. Уны урындағы башҡорт халыҡ үҙәге активистары ойошторғайны. Тап ана шул көндө юрматылар үҙҙәренең данлы улын, арҙаҡлы шәхесебеҙ, оло әҙип, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Булат Рафиҡовты ырыу ханы итеп күтәрҙе лә инде. Шул сарала йыл һайын яҙғы баҫыу эштәре тамамланғас билдәләнгән һабантуй байрамын Торатауҙа үткәреү тураһында ҡарар ҡабул ителһә лә, ул тормошҡа ашырылмай ҡалды. Һәм, ниһайәт, быйыл 12 июндә Торатау билендә «Салауат йыйыны» байрамы уҙғарыласаҡ. Ул июнь башында баш ҡалабыҙ Өфөлә буласаҡ III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арнала. Салауат йыйынына юрматылар ғына түгел, ә Ҡоролтай эшендә ҡатнашҡан барлыҡ делегаттар, сит өлкәләр вәкилдәре, ете диңгеҙ аръяғынан саҡырылған ҡунаҡтарҙың да килеүе көтөлә. Әлеге ваҡытта Ишембайҙың барлыҡ халҡы мәртәбәле сараға әҙерлек эштәре менән мәшғүл. Райондың Ишәй ауылы мәҙәниәт йортонда ла байрамға яңы программа хәстәрләйҙәр.
    – Был тарихи ваҡиғаға бик етди әҙерләнәбеҙ, – ти мәҙәниәт усағы етәксеһе Сүриә Раҡаева. – Сөнки беҙҙең коллективҡа хөрмәтле Прези­дентыбыҙ Мортаза Ғөбәйҙул­ла улы Рәхимовты ҡаршылау бурысы йөкмәтелгән.
    Республика етәксеһен ҡаршы алыу һәр кемгә лә ышанып тапшырылмай ул. Тимәк, Ишәй һәүәҫкәрҙәре быға ысынлап та лайыҡ.
    – Туҡһанынсы йылдар аҙағында, халыҡ хужалығының башҡа тармаҡтарындағы кеүек, мәҙәниәттә лә хәл насарайып киткәйне, – ти мәҙәниәт йортоноң худо­жество етәксеһе Гөлфиназ Әхмәтйәнова. – биш йыл элек район етәкселәре директор итеп Сүриә Ғаяз ҡыҙын тәғәйенләне. Ул эшкә килгәс, һүнеп барған мәҙәниәт усағыбыҙ ҡабаттан дөрләп алып китте. Әлеге ваҡытта беҙҙә «Хазина» халыҡ фольклор ансамбле, театр, бейеү, халыҡ инструменттары түңәрәктәре уңышлы эшләй. Шәмбе һайын, йәштәрҙең ялын файҙалы үткәреү маҡсатында, түләүле дискотекалар үткәрәбеҙ.
    «Хазина» фольклор ан­самбленә олоһо ла, кесеһе лә теләп йөрөй. Кол­лективтың иң өлкән ҡатнашыусыһы – Сажиҙә инәй Жданова һигеҙенсе тиҫтәне ауыҙлыҡларға йыйына. Иң кескәй артистарға биш-алты йәш кенә. Улар – ауылдың «Йәйғор» балалар баҡсаһына йөрөүсе сабыйҙар. Әйткән­дәй, Сажиҙә инәй, быйыл Ғафури районында Зәки Мәхмүтов иҫтәлегенә арнап үткәрелгән республика бәйгеһендә ҡатнашып, «Иң оло башҡарыусы» номинацияһында еңеү яулаған.
    Исемдәре Башҡортостан тамашасыһына киң билдәле таланттар бихисап бында. «Байыҡ» республика телевизион бейеү конкурсында уңышлы сығыш яһаған һәм «Башҡорт бейеүенә тоғролоҡ» номинацияһында еңгән Фәйзелғаян ағай Ғималет­динов­ты кем генә белмәй? Уның алты йәшлек ейәне Нурислам Шәрипов та ошо уҡ бәйгелә еңеүгә ирешкәйне. Фәрзәнә Ниғмәтуллина, Ғә­лиә Йосопова, Нәфисә Зөбә­йе­рова, Фәймә Шәнгәрәева, Сабира Нәбиуллина, Зөлфиә Мисюкова, Гөлсинә Исмәғи­ле­валар билдәләй бөгөн «Хазина»ның йөҙөн. Суфия апай Ғөбәйҙуллина хаҡында айырым һөйләп китке килә. Ул, үҙе әйтмешләй, алтмыш өсөнсө йылдан алып мәҙәниәтенә тоғро хеҙмәт итә. Заманында оҙаҡ йылдар ошо мәҙәниәт йортоноң директоры булып та эшләгән. Хәҙер килеп, хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, фольклор ансамбленә йөрөй.
    – Ул – беҙҙең коллективтың йөҙөк ҡашы, – ти бер тауыштан Суфия ханым тураһында әхирәттәре.
    Ансамблдең репертуары «Әбейҙәр сыуағы», «Ҡарға бутҡаһы», «Ҡатыҡ тәмләү» кеүек халыҡ йолаларына нигеҙләнеп ҡоролған. Ике йыл рәттән ансамбль ағзалары ауылда матур итеп «Шәжәрә байрамы»н әҙерләп күрһәткән. Халҡыбыҙҙың милли үҙаңын үҫтереүҙә, онотолоп барған ырыу- тамырҙарыбыҙҙы тергеҙеүҙә баһалап бөткөһөҙ был сараны быйыл да үткәрергә йыйына ишәйҙәр. Ул октябрь – ноябрь айҙарына планлаштырылған. Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығын билдәләгән көн­дәрҙә Ишәй ауылы һәүәҫкәрҙәре «Ҡояш һәм йондоҙҙар» тип аталған театрлаштырылған композицияны тамашасы хөкөмөнә сығарған. Уның нигеҙенә Зөбәйеровтар ғаиләһенән дәһшәтле һуғышҡа китеп, барыһы ла яу яланында ҡаһармандарса һәләк булған биш бер туған егеттең тарихы һалынған.
    Һүҙ ыңғайында мәҙәниәт йортонда уңышлы эшләгән театр коллективы хаҡында ла әйтеп үтеү урынлы булыр. Былтыр коллектив район кимәлендә үткәрелгән «Театр яҙы – 2009» фестивалендә Нәжип Асанбаевтың «Йөрәк­тәр ҡушҡас» пьесаһын сәхнәләштереп, уңышлы сығыш яһаған һәм икенсе урынды яулауға ирешкән. Ә театрҙың ветераны Асия апай Кудинова Әсә образын оҫта асҡаны өсөн беренсе дәрәжә диплом менән бүләкләнгән. Быйыл Ишәй артистары яңы әҫәр өҫтөндә эшләй. Әле Роза апай Теләүғолова, Радмир Рәхмәтов, Салауат Баһауетдиновтар Флорид Бүләковтың «Шомбай»ын сәхнәләштерергә йыйына.
    – Район хакимиәте башлығына, мәҙәниәт идаралығы етәкселәренә рәхмәтебеҙ сикһеҙ, – ти Сүриә Ғаяз ҡыҙы Раҡаева. – 2008 йылда ҡиммәтле музыка ҡорамалдары һатып алып бирҙеләр. Бына тигән баяныбыҙ, ҡурайҙарыбыҙ бар, ҡумыҙҙар ҙа етерлек. Иң мөһиме, ауылдың талантлы кешеләрен йәлеп итеп, ең һыҙғанып эшлә лә эшлә генә. Ә йыр-моңға ғашиҡ һәләтле кешеләр етерлек беҙҙең Ишәй ауылында.

    Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ,
    «Йәшлек»тең үҙ хәбәрсеһе.

    Ишембай районы.

    Автор фотоһы.
    авторы: Нур | 3 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Торатауҙа – гүзәл байрам, Дуҫлығыңа, ха ...
  • Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡор ...
  • Батыр егет – ил күрке, Матур ҡыҙҙар – йорт кү ...
  • Салауат Башҡорт Драма театрына - 75 йыл!
  • Сибай хәбәрҙәре
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru