Ҡабат эшләнгән эш һабаҡ булыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Тағы төштәргә ҡайта әйләнеп
  • Йондоҙнамә
  • [b]Шәкәр[/b]
  • Ғәйепһеҙме? Улайһа, ҡабаланма
  • Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө менән!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Аралар алыҫ булһа ла Королтай
    1995 йылда үткән I Бөтә донья башҡорттары ҡоролтайы ҡарарҙарын тормошҡа ашырыу маҡсатында Башҡор­тос­тандың башҡорттар күпләп йәшәгән райондарын сит өлкәләрҙә милләттәштәребеҙ күпләп йәшәгән райондарына шефлыҡ итеү өсөн беркеткәйнеләр. Шефлыҡ итеү, башлыса, рухи-мәҙәни өлкәгә ҡағыла. Беҙҙең райондың өлөшөнә Ырымбур өлкәһенең Новосергиевка районы тура килде. Инде бына 1996 йылдан Ғафури – Новосергиевка дуҫлығы йәшәп килә. Апрель аҙағында район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ғәлинур Ҡалмырҙин етәкселегендәге 17 кешенән торған делегация Ырымбур ерендә булып ҡайтты.
    Беҙҙең делегацияны Новосергиевка районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Лариса Плужкова бик йылы ҡаршы алды ( хакимиәт башлығы Сергей Балыкин Ырымбурға кәңәшмәгә киткәйне). Уның менән бер аҙ әңгәмәләшеп алырға ла форсат сыҡты.
    Новосергиевка ауыл хужалығы районы булып иҫәпләнә. Унда 35 ауыл хужалығы предприятиеһы, 300 крәҫтиән-фермер хужалығы, 13,5 мең шәхси хужалыҡ ауыл хужалығы продукцияһы етештереү менән шөғөлләнә. 73 мәғариф, 53 медицина- профилактика учреждениеһы, 33 китапхана, 53 мәҙәниәт йорто халыҡҡа хеҙмәт итә. Төбәктән 16 Советтар Союзы Геройы сыҡҡан, бер кеше Рәсәй Геройы исеменә лайыҡ. Район үҙәге булған Новосергиевка ауылында дүрт урта мәктәп, Ырымбур аграр университетының, Ырымбур дәүләт университетының филиалдары эшләй. Шулай уҡ спорт, музыка мәктәптәре бар. 2006 йылда сафҡа индерелгән спорт комплексы 18х36 м ҙурлыҡ майҙандағы спорт залын, донъя стандартына ярашлы итеп төҙөлгән көпләүле боҙ майҙансығын (йәйен дә, ҡышын да эшләй ), теннис залын үҙ эсенә ала. 8 мең дана менән таралған “Голос глубинки “ район гәзите аҙнаһына өс тапҡыр сыға. Райондың Әхмәр, Электрозавод, Мерәҫ, Ҡотош, Зөлҡәрнәй, Әүкәнәс мәктәптәрендә аҙнаһына өс сәғәтлек программа менән балалар башҡорт телен өйрәнә. Шуныһын да әйтеп китергә кәрәк: 2008 йылғы эш һөҙөмтәләре буйынса Новосергиевка ра­йоны Ырымбур өлкәһенең 46 районы араһында “Баһалама һөҙөмтәлелеге“, буйынса юғары күрһәткескә өлгәшеп, 1 миллион 300 мең һумлыҡ грантҡа эйә булған. Лариса Анатольевна белдереүенсә, был аҡса ауылдарҙы төҙөкләндереүгә йүнәлтелгән. Төҙөкләндереү тигәндән, район ауылдары күптән инде 100 проценты менән газ яғыулығы ҡуллана. Сөнки, дала яғы булараҡ, ағасҡа ҡытлыҡ кисерелә. Шуға ла йорттарҙың күбеһе таштан, йә булмаһа самандан (балсыҡты киптереп эшләнә) һалынған. Ағас йорттар һирәк. Ғөмүмән, район үҙәгендә лә, ауылдарҙа ла беҙҙәге кеүек ҙур йорттар аҙ. Уларҙың күбеһе 6х7 , 5х9 ҙурлығында һалынған. Был инде халыҡтың нисек көн итеүен күрһәтеп тороусы бер дәлил. Бына шулайыраҡ йәшәп ята ут күршеләребеҙ.
    Беҙҙең район делегацияһы был юлы мәҙәни программа менән барҙы. Бынан алдағыларында милли көрәшкә, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа өйрәтеү өсөн дә барып ҡайтҡайнылар. Ырымбурҙар Ғафури делегацияһын ололап, икмәк-тоҙ менән ҡаршы алды. Район мәҙәниәт һарайындағы осрашыуҙа Ғәлинур Ҡалмырҙин Башҡортостан халҡынан ҡайнар сәләм еткерҙе, бындай хеҙмәттәшлектең ике яҡ өсөн дә отошло булыуын билдәләп, ырымбурҙарға иҫтәлекле бүләк тапшырҙы. Һуңынан иһә яҡташтарыбыҙ бай йөкмәткеле концерт программаһы менән сығыш яһаны. Рәмил Ҡотдосов, Зилара Бикбова, Фәнил Кинйәғолов, Хызыр Нәзиров, Әнүәр Ғәзизов, Рәзилә Хәбибуллина, Алик Шәмситов, Елена Рябоваларҙың йыр-моңдары, Илшат Хәбибуллин, Виолетта Сидорова, Рәфис Ғәйнетдинов, Альбина Сираеваларҙың дәртле бейеүҙәрен халыҡ оҙаҡ алҡышланы. Милләттәштәребеҙҙең туған телгә, йыр-моңға сарсағаны ошондай осрашыуҙарҙа күренә лә инде.
    – Төрлө милли байрамдар, дини йолалар­ҙы ҡулдан килгәнсә матур итеп уҙғарырға тырышһаҡ та, милли сәнғәттең кимәле бик түбән. Шуға ла Башҡортостан делегацияһын һәр саҡ көтөп алабыҙ. Һеҙҙең килеүегеҙ беҙҙең өсөн оло байрам, һеҙ килеп ҡайтҡандан һуң рухи күтәрелеш кисерәбеҙ, рәхмәт! – тине Новосергиевка районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ғәйәр Ғайсин. Ошондай рәхмәт һүҙҙәрен Новосергиевканың үҙендә лә, аҙаҡ Ҡотош ауылында ла ишеттек. Ҡотош ауыл мәҙәниәт йортонда ла халыҡ яҡташтарыбыҙҙың сығыштарын ҡарап кинәнде. Айырыуса талантлы егетебеҙ Илшат Хәбибуллиндың бейегәнен яратып ҡабул иттеләр.
    – Милли көрәшкә, ҡурайҙа, ҡумыҙҙа уйнарға өйрәттегеҙ, инде беҙгә бейеүсегеҙҙе командировкаға ебәрегеҙ, – тине тамашасылар.
    Ҡотош ауыл биләмәһен районда “Башҡорт ауыл биләмәһе” тип тә йөрөтәләр, сөнки был ауыл биләмәһенә ҡараған Ҡотош, Ҡараяр, Ғүмәр ауылдарында йәшәүсе 600 кешенең барыһы ла башҡорттар.
    – Бергә-бергә һәүетемсә генә йәшәп ятабыҙ. Йыл һайын һабантуй уҙғарабыҙ. 2008 йылда Ырымбур өлкәһендәге Башҡортостан көндәренең төп мәҙәни саралары беҙҙең ауыл биләмәһендә үтте. Башҡортостан һәр яҡлап ярҙам итергә тырыша. Тик шуныһы күңелде ҡыра: ауылда йәштәр ҡалмай. Ҡалаға сығып китһәләр, телдәрен оноталар, – ти, әсенеп, Ҡотош ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Айрат Татлыбаев. Уның һүҙҙәренә мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыһы Жеүәйрә Ғүмәрова ла ҡушыла: “Мәктәптә 1992 йылдан башлап өс сәғәтлек программа менән башҡорт теле уҡытабыҙ, тик рус мөхите, рус йоғонтоһо көслө булғас, балалар урамда, тәнәфестә лә русса һөйләшә. Башҡортостан китап-әсбаптар, күргәҙмә материалдар менән ярҙам итә. Бының өсөн бик рәхмәтлебеҙ. Заманса дәрестәр үткәреү өсөн башҡортса компакт-дискылар юҡ кимәлендә. Киләсәктә улары ла булыр тип өмөтләнәм”, – тине.
    Эйе, бында милли китаптар, башҡортса йыр-моң яҙҙырылған дискылар етешмәй, Башҡортостанда сыҡҡан милли баҫмалар­ҙы алдырып уҡыусылар бик аҙ. Дөрөҫ, Ырымбур өлкәһендә аҙнаһына бер тапҡыр “Каруанһарай” гәзите сығып килә сығыуын. Әммә ул ғына халыҡтың милли ихтыяжын ҡәнәғәтләндерә алмай. Шуға ла ошондай осрашыуҙарҙы халыҡ көтөп ала. Киләсәктә лә беҙҙең район делегацияһы Ырымбур ерендә көтөп алынған ҡунаҡ булыр, үҙ-ара хеҙмәттәшлек даирәһе киңәйер, башҡа өлкәләрҙе лә (ауыл хужалығы, иҡтисад, туризм һ.б. ) солғап алыр, тип ышанғы килә.

    Самат ҒӘЛИУЛЛИН.
    Ғафури районы.
    авторы: Нур | 3 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Киләсәккә ҡарап
  • Өс һөйләм менән
  • Берҙәмлектә – беҙҙең көс!
  • Халыҡ арҙаҡлы улын онотмай
  • «Өфөләргә китәм, башҡортома, унда мине& ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru