Белгән - юлда, белмәгән - түрҙә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡотлайбыҙ!
  • «ИҒТИБАР: БАЛАЛАР!»
  • АУЫЛЫБЫҘҒА ИМАН КИЛТЕРҘЕ
  • Хужабикә
  • УРАҘА
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Үәт, исмаһам, күршеләр! Королтай
    Күңел түремдән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен 15 йылға яҡын тормоштоң шатлыҡтарын да, ҡайғыларын да уртаҡлашып йәшәгән күршеләрем Айгөл менән Ринат Сафиуллиндарға әйтер инем.
    Айгөл беҙгә алыҫтан, Ҡаҙағстандан, килен булып төштө. Шул тиклем уңған, тәртипле, татлы телле, бөтмөр ҡатын ул. Элек-электән, ниндәй байрам булһа ла, бергәләп ойошторабыҙ, бер-беребеҙҙе ҡотлайбыҙ. Һыйыры быҙаулаһа, һөтөн индерә, берәй ҡамыр ашы өлгөртһә лә саҡыра һала. Баҡсаһындағы емеш-еләк, йәшелсәһе менән дә бүлешә. Ул үҫтергән сәскәләр бөтә тирә-яҡты нурға күмеп тора. Үҙе лә, күңеле лә матур шул! Дауаханаға ятаһыңмы, берәй ергә китәһеңме – балалар, мал-тыуар өсөн күңел тыныс – Айгөл бөтәһен дә яйға һаласаҡ, ҡараясаҡ. Ауылда ҡунаҡ булғанда да күптәр уға килә, ҡулдары алтын күршемдең! Килен булып төшкәндә башҡортса бер ауыҙ һүҙ әйтә алмай ине, хәҙер телде генә түгел, бөтә йолаларыбыҙҙы ла ҡайһы бер башҡорттарҙан шәберәк белә.
    Ә инде Ринат күршебеҙ мәктәптә уҡыта, тренер. Уның тырышлығы менән беҙҙең малайҙар Рәсәйҙең байтаҡ ҡалаһына ярыштарға йөрөп, ер-һыу күреп ҡайтты. Тура һүҙле, әйткәнен үтәй торған кеше ул. Улым әрмелә саҡта: «Физик тәрбиә биргәне, ныҡышмал булырға өйрәткәне өсөн Ринат ағайға рәхмәт!» – тип хаттар яҙҙы.
    Ошондай күршеләр насип булып, рәхәтләнеп йәшәп ятабыҙ! Рәхмәт һеҙгә, Айгөл һәм Ринат күршеләребеҙ!
    Гөлдәр АЙЫТБАЕВА.
    Әбйәлил районы,
    Таштуй ауылы.
    авторы: Нур | 3 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Үәт, ҡыҙыҡ!
  • Силәбе өлкәhендә Йосоповтар милли көрәш ...
  • Һөйөү сәғәте һуҡv ...
  • Ринат, Хәлиҙә Чембарисовтар
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru