Йөк ауырын наркүтәрер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Алсаҡ кеше ул еңгәбеҙ
  • Тантана
  • [b]Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле, Күршеләрҙә йәшәп ятһа ла[/b]
  • Илдә булмаған ат
  • АУЫЛЫБЫҘҒА ИМАН КИЛТЕРҘЕ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Урманһыҙ ғына түгел, ерһеҙ ҡалыуыбыҙ ҙа бар Королтай
    Урмандарыбыҙ яҙмышына бәйле апрель урталарында үткәрелгән «түңәрәк өҫтәл»дә ҡатнашыусылар Әбйәлил урман хужалығының элекке директоры Ә. Әбүшаһмановтың сығышына артыҡ иғтибар бирмәне, фекеренә ҡолаҡ һалманы. Ә кәрәк ине.
    Сөнки Әҡсән Әхәт улы был проблеманы, урмандарыбыҙға кемдәр ҡул һуҙыуын яҡшы белә. lll Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы алдынан ул үҙенең фекерен гәзит уҡыусылар менән уртаҡлашырға булды:
    – Әбйәлил һәм күрше райондарҙың меңәрләгән гектарҙағы иң яҡшы урмандарының «Селена» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә 49 йылға ҡуртымға бирелеүе ерле халыҡта, һис шикһеҙ, урынлы борсолоу тыуҙыра. Тик шуныһы ғәжәп: урмандарыбыҙҙы ҡуртымға алған ойошма тураһында бер кем дә хәбәрҙар түгел. Күптәр уны Мәскәүҙеке тип уйлай. Кем белгән дә, кем күргән уның хужалары Мәскәүҙән икәнен! Бер кем дә белмәй. Эйе, ойошма, бәлки, Мәскәүҙә теркәлгәндер. Ә етәкселәренең Магнито­горскиҙан булыуы ла ихтимал. Ошолай уйларға нигеҙ бар. Беҙҙең урмандарға Магнит кешеләренең элек-электән күҙҙәре ҡыҙҙы. Бынан бер нисә йыл элек, мин урман хужалығында директор булып эшләгәндә, беҙҙең Ирәндекте Магни­тогорск ҡалаһының металлургия комбинатына һунарсылыҡ итеү өсөн бирергә документтар әҙерләнде, уға беҙҙең район етәкселеге ҡул ҡуйҙы. Бөтә эш минең ҡултамғала тороп ҡалды. Мин документҡа ҡул ҡуймағас, ғауға, ҡурҡытыуҙар башланды. Беҙ тауыш күтәргәс, был турала хәбәр БР Президентына барып етә һәм ул урмандарҙы сит ҡулдар­ға биреүҙе тыйҙы. Әгәр шул ваҡытта Ирәндек беҙҙең ҡулдан киткән булһа, бөгөн беҙ уның урмандарына инеп, бесән сабып, мал көтә алмаҫ инек.
    Тағы ла бөгөн «Селена»ның Магнитогорскиҙа эшләүен фаразлаған тағы бер дәлил бар. Металлургия комбинатына ағас күп кәрәк һәм уны элек эшелондар менән Себер яҡтарынан ташынылар. Урмандарҙың федераль милеккә күсерелеүе уларға ағасты яҡында әҙерләү мөмкинлеге бирә. Шул уҡ Башҡортостан, уның урманлы райондары эргәлә генә, ниңә мөмкинлекте файҙаланмаҫҡа? Ошо уйҙар менән йәшәй бөгөн күршеләр.
    «Селена» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең йәшерен һәм ҡараңғы уйын алып барыуына уның ҡуртымға алған биләмәләрҙә бер ниндәй ҙә эш алып бармауы тағы бер дәлил булып тора. Килешеү төҙөлөүгә ике йылға яҡын ваҡыт үтте, ләкин ҡуртымсы ағас сығармай, эшкәртмәй, диләнкәләрҙе тәрбиәләмәй, урман үҫтермәй. Ошонан сығып та ҡуртым килешеүен өҙөргә була. Шул уҡ ваҡытта, урмандарҙы ҡуртымға алған беҙҙең егеттәрҙең, ҡуртым килешеүен теүәл үтәп барыуына ҡарамаҫтан, министрлыҡ яғынан ҡаты ҡыҫым, уларҙан урманды нисек тә тартып алыу буйынса эш барыуы бер ниндәй ҙә ҡалыпҡа һыймай. Улар өсөн тамырҙағы ағастың бер кубометрына хаҡтың 3000 һум күләмендә ҡуйылыуы быға асыҡ миҫал. Бер кубометр таҡтаның 2500 – 3000 һум тороуын иҫәпкә алғанда ла, эшҡыуарҙарҙың ҡулдарына нисек һуғыуҙарын аңларға мөмкин.
    «Селена» беҙҙең урмандарҙа ҡалһа, бының тағы бер ҡурҡыныс яғы бар: Рәсәй закондарына таянып, урмандарҙы шәхси милеккә күсереүҙәре ихтимал. Бындай осраҡта беҙҙең урмандарһыҙ ғына түгел, ерһеҙ ҙә ҡалыуыбыҙ бар.
    «Нимә эшләргә һуң?» – тигән урынлы һорау тыуа. Минеңсә, урмандарыбыҙҙы һаҡлап алып ҡалырға әле һуң түгел. Беренсенән, БР Хөкүмәтенең 2007 йылда халыҡтың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү маҡсатында урмандарҙы резервҡа ҡуйыу тураһындағы ҡарарын күтәреү зарур. Сөнки ошо ҡарарҙы юҡҡа сығармайынса, урмандарҙы ҡуртымға биреү мөмкин түгел. Икенсенән, Белорет, Әүжән яҡтарынан ағас бирелеү менән тынысланырға ярамай (бер йылдан уныһы ла булмаясаҡ), көрәшергә кәрәк. Халыҡ яҙмышын билдәләгән был мәсьәләне lll Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы трибунаһына сығарыу зарур. Илебеҙгә, халҡыбыҙға оло бәлә янауын онотмайыҡ.

    Зөлфәр АМАНГИЛДИН
    яҙып алды.

    Әбйәлил районы.
    авторы: Нур | 5 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Халыҡ байлығы халыҡҡа булырға тейеш!
  • Урман бөтәбеҙгә лә кәрәк
  • «Ҡыҙыл әтәс» янай урманға
  • Тәбиғәттең үҙе кеүек гүз ...
  • «Йәшел ҡалҡан»ға һаҡсыл мөнә ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru