Ҡоралһыҙ оҫта булмаҫ, теҙгенһеҙ нуҡта булмаҫ.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Беренсе мөхәббәт
  • Белем – хазина, уға асҡыс – хеҙмәт
  • Йондоҙнамә
  • Сентябрь Иҫтәлекле даталар һәм байрамдар
  • БАЛ МЕНӘН ҠЫМЫҘ
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Башҡортостанға сәйәхәт күңелдә һаман йәшәй Королтай
    Уҙған яҙҙа беҙ, Краснодар крайында йәшәүсе бер төркөм башҡорт, Стәрлетамаҡҡа ҡунаҡҡа килдек. Беҙҙе ҡалалағы башҡорт драма театры директоры Таһир Искәндәров саҡырғайны. Был сәфәребеҙгә йыл үтһә лә, шул хистәрҙән айный алмайым.
    Мин үҙем Башҡортостан менән сиктәш Ырымбур өлкәһендә тыуып үҫтем, был яҡтарҙа булғаным юҡ ине. Беҙҙе нисек ҡаршы алыуҙарын, беренсе осрашыуҙарҙы һис тә онотаһым юҡ! Шулай үҙ күреп, туғандар ғына ҡаршы ала. Республикала биш көн булдыҡ, иҫ китмәле тәьҫораттар менән ҡайттыҡ. Ҡайҙа ғына булманыҡ беҙ: ул химия технологияһы техникумы, башҡорт лицей-интернаты, китапхана, мәсет, театр, картиналар галереяһы һ.б. Иҫтәлекле осра­шыуҙарҙың береһе яҙыусы, композитор, Стәрлетамаҡ башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе, техникум директоры Риф Дәминев менән булғандыр. Башҡорт лицей-интернатында иҫ киткес һәләтле балалар уҡый. Ундағы «Ҡомартҡы» ансамбленә йөрөүсе йәш таланттар йөрәк өҙгөс башҡорт моңдарын, дәртле бейеүҙәрен бүләк итте. Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрында арҙаҡлы шәхес – Мостай Кәримдең «Ҡыҙ урлау» спектаклен ҡарап кинәндек, Фирзинә Абдуллина, Физалия һәм Илһам Рәхимовтарҙың йырлауына ғашиҡ булдыҡ.
    Стәрлене юҡҡа ғына Рәсәйҙең «алтын ҡалаһы» тип йөрөтмәйҙәр икән. Шул тиклем күркәм. Кешеләре лә бик көләс һәм ҡунаҡсыл. Башҡортса һөйләшеүҙәренә лә һоҡланып туймаҫлыҡ.
    Башҡортостанға сәйәхәт күңелдә һаман йәшәй
    Ишембай районының Ҡарайған ауылында булыуыбыҙ хаҡында ла әйтеп үткем килә. Бында моңло йырҙары менән күҙҙәребеҙҙе сылатҡан Рәшиҙә апайҙы, алтын ҡуллы хужалар Гөлсөм ханым менән Ришат әфәндене, беҙгә дебет шәлдәр бүләк итеүсе Алһыу һәм Фәнүзә туғандарыбыҙҙы мәңге онотмаясаҡбыҙ.
    Башҡортостанға килеп тә Өфөнө күрмәйенсә китә булабыҙмы! Бында тәүге тапҡыр булыуыма ҡарамаҫтан, мин үҙемде ысын башҡорт итеп тойҙом. Ғашиҡ булдым был аҡ ҡалаға. Тыуған йортома ҡайтҡандай рәхәт ине миңә. Бындағы осрашыуҙар ҙа күңелдә уйылып ҡалды. Конгресс-холда, «Йәшлек» гәзите редакцияһындағы осрашыуҙарҙы әле һаман һағынып хәтерләйем.
    Ошо сәйәхәттән бик тәьҫирләнеп ҡайттым. Әсәйем нәҫелендә башҡорт ҡаны булыуына ҡыуандым. Башҡортостанға тыуған илкәйебеҙҙе, телебеҙҙе, халҡыбыҙҙы һағынып килгәйнем. Ундағы биш көн күңелемә мәңге онотолмаҫ тарихи ваҡиға булып уйылды. Үҙем тыуған ауылыма ла йыш ҡайтам. Атай-әсәйем күптән был донъяла юҡ инде. Ҡайтып, үләндәр киптереп, еләктәр йыйып алып китәм. Өҫтәлебеҙҙәге башҡорт балы, тәмле үлән сәйҙәре көн дә атайсалыма алып ҡайтҡан кеүек була.
    Әлеге көндә Краснодар крайының Абинск исемле бәләкәй генә ҡалаһында йәшәйем. Бында беҙ «Йондоҙ» исемле башҡорт-татар ойошмаһы ойошторҙоҡ. Былтыр беренсе тапҡыр һабантуй уҙғарғайныҡ. Байрамға Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театры артис­тары килде. Улар иҫ киткес матур тамаша бүләк итте. Шулай Башҡортостан менән край араһында дуҫлыҡ бәйләнеше нығый. Рәхмәт милләттәштәребеҙгә! Киләсәктә лә ике арала сәфәрҙәр булыр әле.
    Фәнүзә ЛЮТОВА,
    Абинск ҡалаһының «Йондоҙ» тарихи-этнографик клубы рәйесе.

    Краснодар крайы.
    авторы: Нур | 10 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Күңелдәрен күреп ҡайттыҡ
  • Салауаттар һынау тота
  • КРАСНОДАР БАШҠОРТТАРЫ БАШҠОРТОСТАНДА ҠУНАҠТА
  • Краснодарҙа башҡорт бармы?
  • Сәхнә, тип йәшәгән йәштәр
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru