Бер ҡул менән төйөн бәйләнмәй.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Әсә абруйы
  • Рәсәй көнө менән!
  • Хужалары булғас башлы, эштэре бара яҡшы
  • Яңылыҡтар
  • Һәләтле етәксе, тәжрибәле табип
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Беҙҙе, алыҫта, тимәгеҙ... Королтай
    Халҡыбыҙ илдең, хатта яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙең төрлө тарафтарына һибелгән. Ҡайҙа ғына булмаһындар, берләшеп, аралашып йәшәү мөмкинлеген таба улар. Күп кенә төбәктәрҙә, ҡан ҡәрҙәштәребеҙ – татар­ҙар менән милли-мәҙәни ойошмалар төҙөп, йолалар­ҙы, йыр-моңдо ҡәҙерләп һаҡларға тырышалар.
    Белоруссияла ла 1000-дән ашыу башҡорт (1999 йылғы халыҡ иҫәбен алыуҙа – 1091) көн күрә, татарҙар – 10 мең самаһы. Уның баш ҡалаһында 12 йылдан артыҡ «Шишмә» ойошмаһы уңышлы эшләп килә. Ойошма рәйесе урынбаҫары, Баш­ҡортостан ҡыҙы Гөлсинә Аброськина (Шәрипова) әйтеүенсә, унда Рәсәй төбәктәренән, республикабыҙҙан, Татарстандан сыҡҡан 200-ҙән ашыу кеше йөрөй. Барыһын да халҡы мәҙәниәтенә, йолаларына, теленә булған һөйөү берләштерә.
    – Үҙем Кушнаренко районының Сәйет ауылынанмын. Яҙмыштыр инде – Белоруссияла йәшәүемә лә 18 йыл булды, – тип һөйләй Гөлсинә ханым. – Үҙебеҙҙең халыҡты туплаған ошондай үҙәккә йөрөү хыялым ине. Аллаға шөкөр, ун йыл элек үк «Шишмә»не килеп таптым. Уның рәйесе урынбаҫары булыуыма ла ике йыл. Ойошма ағзалары бергә йыйылһаҡ, һөйләшеп һүҙебеҙ бөтмәй, бик һағынышып осрашабыҙ. Йыр-моң, ижад кисәләрен даими ойошторабыҙ. Балаларыбыҙ ҙа теләп килә. Өлкән милләттәштәребеҙ – иң әүҙемдәре.
    Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: Белоруссияның Гродно ҡалаһында ике йылға бер тапҡыр милли мәҙәниәттәр фестивале уҙа. Ниндәй генә халыҡ вәкилдәре ҡатнашмай унда!
    Дәртле, берҙәм «Шишмә»ләр бындай саранан нисек ситтә ҡалһын, ти. Мәҫәлән, үткән йылдарҙағы фестивалдә үҙебеҙҙең «Бөрйән ҡыҙҙары»н бейеп, барыһын да хайран ҡалдырғандар.
    Гөлсинә Аброськина милли кейемдәр менән ярҙам итеп торған Беларусь хөкүмәтенә лә рәхмәтле. «Ғөмүмән алғанда, бында татар-башҡорттар хәлле генә йәшәй, – ти ул,– ойошмаға йөрөүселәрҙең барыһы ла тиерлек юғары белемле. «Шишмә»не етәкләгән Эльвира Левшевич (Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты), Кушнаренко районы ҡыҙы, мәҫәлән, Беларусь дәүләт иҡтисад университетында уҡыта, Салауат ҡалаһынан килгән Альберт Тайыпов – адвокат, Флүрә Хәбибуллина – оҫта йырсы. Әйткәндәй, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Әнүәр Рамаҙанов (86 йәш) менән Ярулла Ғәйфуллин да (87 йәш) – бик әүҙем, ололарса дәртле бабайҙар. Әнүәр бабай Башҡортостанға ҡайтыу хыялы менән йәшәй. Ҡыҫҡаһы, ойошмаға йөрөүселәрҙең һәр береһе – шәхес, һәр береһе йәнтөйәген һағына, тамырҙарын онотмай».
    Белоруссияла ла гөрләп һабантуйҙар уҙа. Өс дәүләт флагы елберләй унда йыш ҡына – Беларусь Республикаһыныҡы, Башҡортостан һәм Татарстандыҡы. Дуҫлыҡ, берҙәмлек билдәһелер инде был. Оҙаҡ йылдар шулай дауам итһен.

    Алһыу ИШЕМҒОЛОВА.
    авторы: Нур | 10 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Ойошманы тергеҙергә ярҙам кәрәк
  • Йөрәктәр артабан да бергә типһен
  • «Төп бурысыбыҙ – Башҡортостан халыҡтарының ми ...
  • Маҡсат бер – дуҫлыҡты нығытыу
  • Йәшнәп йәшәүҙең йәме – ду&# ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru