Алда булһа ҙур теләк, эштән ял таба йөрәк.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Еребеҙ йәмле улар менән
  • Ҡоншаҡтар тыуған ерендә донъя көтә
  • Ниңә шулай?
  • Былар ҡыҙыҡлы
  • «Мин – көслө, ә һин – таһыллы»
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Болгариянан – һөйөү менән Королтай
    Неля Мәргән ҡыҙы Мырҙабәкова (псевдонимы Корнелия Марган) – Болгарияла йәшәүсе милләттәшебеҙ, билдәле рәссам, Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына арнап, Өфөлә күргәҙмә ойошторҙо. Бөгөн ул «Урал» халыҡ ижады галереяһында тантаналы рәүештә асылды.
    Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған талантлы яҡташыбыҙ Дунай буйҙарында йәшәһә лә, рухы һәм ижады менән беҙҙең ватандаш булып ҡала. Неля Мырҙабәкова Тыуған иле тәбиғәтен йыш төшөрә. «Мәскәү йылғаһы», «Невала ҡыш», «Кремль. Ҡояш байыған саҡ» кеүек картиналары авторҙың иленә йылы һөйөү тойғолары менән йәшәүен сағылдыра.
    Башҡортостан нисек ситтә ҡалһын инде?! Рәссамдың «Ағиҙел ярында» тигән махсус әҫәрҙәр серияһы бар. Әлеге күргәҙмәлә лә уларҙың бер нисәүһе урын алған. Халҡыбыҙҙың милли батыры Салауат Юлаев бик күптәрҙең ижадында һүрәтләнә. Корнелия Маргандың эшендә лә үҙенсәлекле образ булып мәңгеләштерелгән ул. «Башҡорт ҡатын-ҡыҙы» картинаһы иһә гүзәл, аҡыллы, тыныс һәм бер ни тиклем шаян ҡатын-ҡыҙҙы берләштергән дөйөм образ.
    – Рәсемдәрҙе өйгә алып ҡайтҡанда, беҙ уларҙы ижад итеүсенең кәйефен дә бергә алабыҙ, – ти Неля Мәргән ҡыҙы. – Шуның өсөн дә әҫәрҙәрем аша кешеләргә шатлыҡ, бәхет, яҡшы кәйеф бүләк итергә ынтылам.

    А. АҠБУЛАТОВА.
    авторы: Нур | 10 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Йәш быуынды илһөйәр итеп үҫтерәйе ...
  • Улы – йырсы, үҙе – рәссам
  • Эштәрендә – милли колорит
  • Ижадында – уның булмышы
  • «Тауҙар оҫтаһы» иленә рәхим итегеҙ!
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru