Балыҡты йөҙөргә, үгеҙҙе һөҙөргә өйрәтмәйҙәр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Улар Көнбайышты шаулата
  • ҮӘТ, ШЕШЛЕК!
  • Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә...
  • Илдә булмаған ат
  • [b]Афарин, Иршат![/b]
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Йәштәр киләсәккә юл яра Королтай
    Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә башҡорт йәштәренең Беренсе ҡоролтайы үтә. Мөһим сарала Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән ете йөҙҙән ашыу делегат ҡатнашасаҡ. Делегаттар өсөн бик ҡыҙыҡлы программа әҙерләнгән: йәштәр бөгөн баш ҡала буйлап сәйәхәт ҡылғандан һуң милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың һәйкәленә сәскәләр һала. Ошонда уҡ митинг ойоштороу ҙа ҡаралған. Кискә Беренсе башҡорт йәштәре ҡоролтайы делегаттарын «Башҡорт халҡына хат» тип исемләнгән концерт программаһы көтә. Ә инде иртәгәһенә, йәғни 11 июндә, Конгресс-холда пленар ултырыш асыла. Сарала республика етәкселеге, төрлө министрлыҡ һәм ведомство, ижтимағи йәштәр ойошмалары вәкилдәре ҡатнашасаҡ. Ҡоролтайҙар тарихында беренсе тапҡыр үтәсәк Йәштәр ҡоролтайы, унда күтәреләсәк проблемалар хаҡында ҡыҙыҡһынып, беҙ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтай Башҡарма комитетының йәштәр советы рәйесе вазифаһын башҡарыусы Рәмил Рәхмәтов менән аппарат белгесе Фәнзил Әхмәтшинға мөрәжәғәт иттек.
    Р. РӘХМӘТОВ:
    – Халҡыбыҙҙың тарихына күҙ һалһаҡ, элек-электән йәштәр ил, ер, киләсәк мәсьәләләрен хәл итеүҙә әүҙем ҡатнашҡан. Әйтәйек, автономия яулаған йылдарҙа халҡыбыҙҙың бөйөк улы Зәки Вәлидигә ни бары утыҙ ғына йәш булған. Сәйәси боролоштарға бай булған туҡһанынсы йылдарҙа ла йәштәр бар ваҡиғалар­ҙың уртаһында ҡайнаған. Был шулай булырға тейеш тә. Сөнки ил, киләсәк тураһында фекер йөрөткәндә, мөһим ҡарарҙар ҡабул иткәндә йәш быуын төп хәрәкәт итеүсе көс булыр­ға тейеш. Был йәһәттән мөһим йыйыныбыҙҙа йәштәр тормошона ҙур иғтибар бүленеүен, хатта айырым ҡоролтай үтеүен беҙгә – йәштәргә ышаныс күрһәтеү, тип аңларға кәрәк. Оло сарала беҙ иң элек тәрбиә мәсьәләһенә йөҙ борорға бурыслыбыҙ. Йәштәребеҙ рухи һәм физик тәрбиә хаҡында онотмаһын.
    Ф. ӘХМӘТШИН:
    – Мин һуңғы йылдарҙа йәш быуындың дингә ылығыуын ҡыуаныслы күренеш тип ҡабул итәм. Бөгөн дин беҙҙең өсөн проб­лема түгел, юл булырға тейеш. Әлбиттә, бөтә проблеманы ҡара-ҡаршы ултырып барлау мөмкин дә түгел. Әгәр беҙ уларҙың бөтәһен дә белеп бөтһәк, бәлки, һөйләшеүҙең дә кәрәге булмаҫ ине. Ҡоролтай делегаттары пленар ултырышта һәр береһе үҙен борсоған мәсьәләне күтәрәсәк, уларҙы хәл итеү юлдарын бергәләп эҙләйәсәкбеҙ. Беҙҙең төп бурыс – йәштәрҙе ишетеү, мәсьәләләрҙе хәл итеү механизмдарын билдәләү. Һөйләшеүҙә төп иғтибар демография мәсьәләләренә йүнәлтеләсәк.
    Үткән ҡоролтайҙарҙа ер, суверенитет кеүек күп мәсьәлә ҡаралған, был йүнәлештәр буйынса эш дауам итә. Әммә, минең уйымса, бөгөн демография мәсьәләһен үткән ҡоролтай бер нисек тә хәл итә алмай. Шуға күрә ошо йәһәттән проблема күтәреү урыны тип йәштәр ҡоролтайын күрәм. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ: ерең дә, телең дә булырға мөмкин... Әммә, шул ерҙә йәшәүсе милләтең булмаһа... Был турала уйлауы ла ҡурҡыныс. Телебеҙ ҡасан да бөгөнгө латин теле көнөнә төшмәһен, тимәксемен.
    Р. РӘХМӘТОВ:
    – Шуға күрә бөгөнгө йәштәр милләтебеҙҙе һан яғынан арттырыуҙы ҡайғыртырға тейеш. Ауылдар бушай, ә ҡалаларҙа башҡорттар артмай. Егет һәм ҡыҙҙарҙы ошо мәсьәлә борсой. Билдәле, был халҡыбыҙҙы кәмеүгә алып килеү ҡурҡынысы менән янай. Шуға күрә лә был проблема ҡоролтайҙа күтәреләсәк төп мәсьәләләр рәтенә индерелде. Кеше балалары менән бай булырға тейеш. Һәр башҡорт ғаиләһендә өс, хатта, биш бала үҫһә, ҡайһылай ҙа шәп булыр ине...
    Ф. ӘХМӘТШИН:
    – Йәнә бер төп мәсьәләләрҙең береһе – ауыл йәштәре тормошо. Уларҙың үҙҙәренә генә хас проблемалары бар. Оло йыйында беҙ республика һәм Рәсәй биргән мөмкинлектәрҙе файҙаланып, тормошто нисек итеп яҡшыртыу мөмкинлектәре хаҡында һөйләшергә иҫәп тотабыҙ. Уйлап ҡараһаң, бөгөн тормош көтөр, карьера эшләр өсөн бөтә шарттар бар кеүек. Тик уны дөрөҫ файҙалана белергә кәрәк. Шуға күрә беҙ Ҡоролтайҙы илау-һыҡтауға ҡорорға теләмәйбеҙ. Ә төп маҡсатыбыҙ – киләсәккә юл билдәләү. Шулай ҙа ҡыҙғаныс... бөгөн йәштәребеҙ рухи ҡиммәттәрҙе юғалтып, насар ғәҙәттәр артынан эйәрә. Әгәр ҙә бындай аҙғынлыҡты туҡтатмаһаҡ, манҡортлоҡ көсәйәсәк.
    Р. РӘХМӘТОВ:
    – Өсөнсө бөтә донъя ҡоролтайы сиктәрендә йәштәргә ышаныс күрһәтелеүенә рәхмәт. Беҙгә күп кенә йәштәр ойошмалары үҙ программаларын, фекерҙәрен тәҡдим итте. Уларҙың иң ҡыҙыҡлылары, лайыҡлылары хаҡында йәштәр ҡоролтайында һүҙ буласаҡ. Йәштәрҙең ил, милләт мәнфәғәтенә битараф ҡарамауы ҡыуаныслы.
    Пленар ултырышта төп доклад менән Тимур Лоҡманов, Арсен Еникеев сығыш яһаясаҡ. Мин үҙем дә һүҙ тотасаҡмын. Сығыштар дүрт блок буйынса: милли суверенитет, демография, социализация, ауыл йәштәре тормошо буйынса бүленгән.
    Ф. ӘХМӘТШИН:
    – Беҙҙең резолюция өлкәндәр ҡоролтайына индерелә. Унда быға тиклем үткәрелгән «түңәрәк өҫтәл»дәрҙә күтәрелгән төп темалар, йәштәр ойошмаларының теләктәренең барыһы ла урын аласаҡ. Бер һүҙ менән әйткәндә, башҡорт йәштәренең алдағы йөҙ йылға программаһы буласаҡ ул. Быға тиклем беҙ резолюция ҡабул итеп, уны тормошҡа ашырыуҙы дәүләт органдарына йәкмәтергә күнекһәк, әле яуап­лылыҡтың ҙур өлөшөн үҙебеҙгә алырға теләйбеҙ.
    Р. РӘХМӘТОВ:
    – Бөгөн йәмғиәтебеҙ алдында яңырыу бурысы тора. Туған телебеҙҙе, милли ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе һаҡлауҙа, мәғарифты, мәҙәниәтте үҫтереүҙә, башҡорт халҡының социаль-иҡтисади именлеген тәьмин итеүҙә йәштәр төп көс булырға тейеш. Алдыбыҙҙа, телебеҙҙе, илебеҙҙе һаҡлай алырбыҙмы икән, тигән икеләнеүҙәр булырға тейеш түгел. Уларҙы мотлаҡ һаҡлаясаҡбыҙ. Ошо хәҡиҡәтте яҡлау өсөн йыйылабыҙ ҙа инде беҙ башҡорт ҡоролтайына. Алдынғы ҡарашлы башҡорт йәштәре булыуы һөйөндөрә, киләсәккә яҡты өмөттәр уята. Шуға ла Беренсе башҡорт йәштәре ҡоролтайы юғары кимәлдә үтер, һөҙөмтәләре булыр, тип тулы ышаныс белдерәм.
    авторы: Нур | 10 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Йәштәр тарихҡа һәм киләсәккә ...
  • Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡор ...
  • Оло маҡсаттар билдәләп
  • Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡор ...
  • Эште әүҙемлештерегә кәрәк
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru