Еләк берәмләп йыйыла.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Йондоҙнамә
  • КҮГӘРСЕНДӘР ЭШЛӘЙ ҘӘ, БАЙРАМ ДА ИТӘ БЕЛӘ
  • Хәҙистәр
  • Хәүефһеҙлек – төп бурыс
  • Йондоҙнамә
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Үҙ телен белмәгән башҡорт, Һау түгел ул – инвалид!» Королтай
    Һай, был башҡорт шундай инде,
    Торғаны бер баш бүре.
    Тыуған иле өсөн уның
    Һис йәл түгел ғүмере.

    Һай, был башҡорт, ысын
    башҡорт,
    Йәнен аямаған яуҙа.
    Башҡорт дошмандың аяғын
    Баҫтырмаҫ Уралтауға.

    Һай, был башҡорт шундай инде,
    Уйнай ҡурай, ҡумыҙҙа.
    Илде яҡлап һыбай сапҡан
    Хатта башҡорттоң ҡыҙы.

    Һай, был башҡорт шундай инде,
    Буҙаһы бар, ҡымыҙы.
    Иле өсөн йәнен бирер
    Һәр егете, һәр ҡыҙы.

    «Төньяҡ амуры» – башҡортом
    Илен, ерен һаҡлаған.
    Парижда ла, Берлинда ла
    Дошманды тураҡлаған.

    Өс йәшендә атҡа менеп,
    Елдән етеҙ елгән ул.
    Юхаларҙан, ҡурҡаҡтарҙан
    Әсе итеп көлгән ул.

    Тик шуныһы үкенесле,
    Арала бар шундайҙар.
    Белер-белмәҫ теле менән
    Урыҫса бытылдайҙар.

    Үҙ телен белмәгән башҡорт,
    Һау түгел ул – инвалид!
    Ана шул башҡортто күреп,
    Йөрәк яна, йән болит!
    Зәғиф башҡорт ҡына шулай
    Аңлайышһыҙ говорит.

    Һәр халыҡ үҙ телен белһен,
    Һаҡлаһын телен, илен.
    Шул сағында көрәштәрҙә
    Ныҡ булыр башҡорт биле!

    Ҡот булып килдең, ҡоролтай,
    Башҡортомдоң йыйыны.
    Башҡорт рухын һаҡлап тора
    Уралымдың ҡуйыны.

    Ҡот булып килдең, ҡоролтай,
    Ҡот өҫтә һин илемә.
    Уралымда ҡот уйнаһа,
    Дошмандар беҙгә нимә?..

    Ҡот булып килдең, ҡоролтай,
    Юл ас изге динемә.
    Алла бирһә, ҡот өҫтәлһен,
    Башҡортостан – илемә!

    Был донъялар тыныс булһын,
    Ҡор йыйһын башҡорт халҡы.
    Башҡортостан сәскә атһын,
    Күк йөҙө торһон балҡып!

    Йәғәфәр ЙӘНӘЛИН.
    Баймаҡ районы,
    Йомаш ауылы.
    авторы: Нур | 10 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • «Хаттин ашҡан аҡсаға ла Милләтемде һатмайым!»
  • «Сәсән һүҙе – бер алтын, Күмәк к& ...
  • Таҡмаҡтар бәйгеһе
  • Таҡмаҡтар бәйгеһе
  • «Һин ҡот булып килдең, ҡоролтай!»
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru