Йүгергәндән бурҙайҙың табаны туҙмай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Беҙ Молдавияла ла булырға тейешбеҙ
  • [b]Шәкәр[/b]
  • «Төндә атыр гөл»
  • Изгелектә ярышыр ай
  • Тағы төштәргә ҡайта әйләнеп
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Беҙ – ауылды үҫтереүселәр Королтай
    Арабыҙҙа әүҙем, алдынғы ҡарашлы йәш замандаштарыбыҙ булыуы, уларҙың йәмғиәтебеҙҙә ҡайнап йәшәүе ҡы­уандыра. Әйткәндәй, Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡо­ролтайына һайланған делегаттар араһында ла нәҡ шундай­ҙар булыуына иманым камил.
    Күгәрсен районында юғары белем алып, лайыҡлы һөнәр һайлап, үҙ ауылына ҡайтып эшләп йөрөүселәр байтаҡ. Бында район хакимиәте алып барған сәйәсәт, йәштәр менән эшләү йүнәлештәре лә роль уйнамай ҡалмайҙыр. Төбәккә юл төшкәндә Диана Әбсәләмова исемле һылыу менән танышыу ҙа ошоға дәлил ине.
    Диана Рәшит ҡыҙы – район хакимиәтендә баш юристконсульт. Мораҡ ауылында тыуған, ошондағы башҡорт гимназияһын уңышлы тамамлап, баш ҡалабыҙҙа юғары белем алған. Үҙ эшен ихлас яратыусы, ярҙам һорап килеүселәрҙе иғтибар менән тыңлап, файҙалы кәңәштәр биреүсе белгес. Уның Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат булып һайланыуына ла аптырарға түгел – ҡыҙ урындағы Йәштәр советын да етәкләй, «Рәсәй ауыл йәштәре союзы» ойошмаһында ағза ла булып тора. Ҙур форум алдынан, төп эшенән тыш, йәмәғәт эштәре менән дә әүҙем шөғөлләнгән Диана Әбсәләмова уй-ниәттәре хаҡында һөйләне.
    – БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағында Йәштәр йәмәғәт палатаһын булдырыу – республикала алып барылған аҡыллы сәйәсәткә бер дәлил. Сөнки йәштәр, йәғни беҙ, Башҡортостаныбыҙҙың киләсәге. Беҙҙең йәшәйеш менән ҡыҙыҡһынмау мөмкин түгел. Мин палатаның беренсе саҡырылыш ағзаһы булдым. Ауыл ерендә йәшәгәнлектән, аграр мәсьәләләр һәм экология комиссияһы составына индем. Районыбыҙҙа ла Йәштәр советы булдырылғас, миңә ҙур ышаныс күрһәтеп, уны етәкләү бурысын ҡуйҙылар. Ойошманың маҡсаты – үҙидара органдарына йәштәрҙең яҡынайыуын тәьмин итеү, властарға уларҙың проблемаһын еткереү һәм хәл итеү юлдарын эҙләшеү. Шуныһы ҡыуаныслы: Рәсәйҙә хәҙер ауыл йәштәре берлеге лә бар. Күгәрсен районында ла төбәк бүлексәһе эшләй. Уның да маҡсаты – ауыл йәштәренә булышлыҡ итеү. Союз бигерәк тә белем алып ҡайтҡан йәш белгестәрҙе эшле, торлаҡлы итеү мәсьәләһенә иғтибар бирә. Унда ағза булып тороуым да йәштәр тормошона битараф булмауым һөҙөмтәһе. Мәктәптең өлкән синыф уҡыусылары менән эш алып барабыҙ. Уларға һөнәр һайлағанда нимәләргә иғтибар итергә кәрәклеген төшөндөрөү шарт. Ғөмүмән, ауылдың абруйын күтәреү маҡсатын ҡуйғанбыҙ. Үҙ миҫалыбыҙҙа үҫмерҙәргә һәм йәштәргә беҙгә – ауылға эшкә ҡайтҡан белгестәргә – ауыл ерендә уңайлы икәнен күрһәтеү ҙә бурыс булып тора. Йәмәғәт эштәрендә, ойошмалар­ҙа ҡатнашырға ынтылыусы әүҙем йәштәр күп.
    Үҙем Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегат булып һайланыуыма ғорурланам. Яҡташтарым миңә ышаныс күрһәтте, тимәк, алда әле яңы бурыстар ҡуйыласаҡ. Әйткәндәй, Күгәрсен районы делегацияһын Президентыбыҙ Мортаза Рәхи­мов етәкләүе лә ҙур мәртәбә өҫтәй. Мин иһә, Йәштәр советы рәйесе булараҡ, йәштәргә ҡағылышлы мәсьәләләргә нығыраҡ иғтибар итәсәкмен. Ҡоролтайҙан ҙур тәжрибә туплап, аныҡ маҡсаттар менән ҡайтып, районыбыҙ йәштәре мәнфәғәтенә тәғәйен эштәр башҡарасаҡмын. Башҡа замандаштарым, йәштәштәр ҙә шундай уй-ниәттәр менән баралыр оло йыйынға. Уңыштар улар­ға!

    А. ИШЕМҒОЛОВА.
    Ю. КӘРИМОВ фотоһы.
    авторы: Нур | 10 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • «Көслөнөкө түгел, белемленеке замана»
  • Улар – ауылдың киләсәге
  • Оло маҡсаттар билдәләп
  • Һеҙҙә ҡасан үтәсәк?
  • Көслөнөкө түгел, белемленеке замана
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru