Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Һуңғы ҡыңғырау сыңы, тынлыҡ ярып, киләсәккә бирҙе фатиха
  • Тарих менән киләсәкте бәйләй шәжәрә
  • Йондоҙнамә
  • Аҡ йыланды осратһаң – бәхеткә, имеш
  • Беренсе мөхәббәт
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Арҙаҡлы башҡорттар Королтай
    Әхмәтзәки ВӘЛИДИ ТУҒАН (1890 – 1970)
    Күренекле сәйәсмән һәм дәүләт эш­мәкәре, башҡорт мил­ли хәрәкәте етәксеһе. Ғалим, шәр­ҡиәтсе, төркиәт белгесе. Фәлсәфә докторы.
    1917 йылда – башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәте лидеры, тәүге өс башҡорт ҡоролтайының идеологияһын билдәләй. Башҡорт хөкүмәтен һәм ғәскәрен ойоштороу менән етәкселек итә.
    Германияның Бонн, Геттинген, Төркиәнең Истанбул университеттары профессоры, күп кенә Европа һәм Азия университеттарының почетлы докторы.
    «...Беҙ милләтебеҙгә ҡыйыулыҡ, үҙ-үҙеңә ышаныу тойғоһо үлмәүен тәьмин итә алһаҡ ине. Был тойғо үлмәһә, бер көн беҙҙең халҡыбыҙ ҙа бер азат милләт булып йәшәүенә шик юҡ».

    Шәйехзада БАБИЧ (1895 – 1919)
    Башҡорт милли шиғриәтенең классигы. Йәшләй ҡаҙаҡ далаларына китеп, балалар уҡыта. Үҙе 1911 – 1916 йылдарҙа «Ғәлиә» мәҙрәсәһендә уҡығанда әҙәбиәткә ылыға, түңәрәктәргә йөрөй. «Башҡорт» журналы мөхәррире һәм «Тулҡын» башҡорт йәштәре ойошмаһы рәйесе була. 1918 – 1919 йылдарҙа башҡорт ғәскәрендә хәрби хәбәрсе булып эшләй. 24 кенә йәшендә йыртҡыстарса үлтерелә. Уның тәрән фәлсәфәүи әҫәрҙәре әҙәби мираҫ булып, бөгөн дә әһәмиәтле роль уйнай.
    Байрамҡайың, башҡорт, ҡотло
    булһын,
    Шатлыҡ менән тулһын йөрәгең.
    Бер Аллаңдан һора изге көндә,
    Ҡабул ҡыл, тип, башҡорт теләген.

    Шәһит ХОҘАЙБИРҘИН (1896 –1924)
    Революционер, партия һәм дәүләт эшмәкәре, яҙыусы. Беренсе донъя һуғышында рота фельдшеры булып хеҙмәт итә. 1918 йылда РКП (б) ағзаһы була, аҡ чехтар болаһы ваҡытында башҡорт, татар халҡы араһында агитация эштәре алып бара һәм мосолман отряды төҙөй. Шәһит Хоҙайбирҙин Башҡортостандың сәйәси тормошонда әүҙем ҡатнаша. Бик күп съездар, дәүләт комиссияһы делегаты була. 1921 – 1924 йылдарҙа – БашЦИК рәйесе, өлкә комитетының партия секретары, ер эшкәртеү буйынса халыҡ комиссары рәйесе, республиканың эске эштәр наркомы.

    Һәҙиә ДӘҮЛӘТШИНА (1905 – 1954)
    Тәүге башҡорт ҡатын-ҡыҙ яҙыусыларының береһе. Һа­марҙа татар-баш­ҡорт техникумында, Мәскәүҙә китап нәш­риәте мөхәр­рир­ҙәре әҙерләү институтында, Башҡорт дәүләт педагогия институтында уҡый. Ҡанлы 1937 йылда репрессиялана. Аҙаҡтан да эҙәрлекләнә.
    «Ырғыҙ» – яҙыусының иң күренекле әҫәре. Үкенескә күрә, Һәҙиә Дәүләтшина романының тулыһынса баҫылғанын күрмәй үлеп китә. Был әҫәргә Бөтә Союз яҙыусылар съезында Леонид Соболев ҙур баһа бирә.

    Зәйнәб БИИШЕВА (1908 – 1996)

    Башҡортостан­дың халыҡ яҙыусыһы. Прозаик, шағирә, драматург, тәржемәсе. Ырымбурҙа башҡорт педагогия техникумын (халыҡ мәғарифы институтын) тамамлай. Уҡытыусы, мөхәррир булып эшләй. Рәсәй һәм донъя халыҡтары телдәрендә 60-тан ашыу китабы сыҡҡан. З. Биишеваның иң әһәмиәтле әҫәре – «Яҡтыға» трилогияһы. Уға «Кәм­һетелгәндәр», «Оло Эйек буйында», «Емеш» романдары ингән.
    Урал, Урал... Һинең яусан, сапсан,
    Яманлыҡтың юлын быуып ятҡан,
    Бәхет юлын көрәштәрҙә тапҡан,
    Башҡорт атлы батыр халҡың бар.
    авторы: Нур | 10 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Башҡорт йәштәре хәрәкәте тарихының ...
  • Бөйөк шағир рухына бағышлап
  • Зәки Вәлидиҙең көрәштәше
  • Юбилейҙар
  • Йәштәр гәзите тарихынан
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru