Иҫәрҙе яҡлама, ялҡауҙы маҡтама.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Профсоюз берләштерҙе
  • Беренсе мөхәббәт
  • Йондоҙнамә
  • Дайджест
  • «Төньяҡ амурҙары» – тағы ла еңеүсе!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Һин ҡот булып килдең, Ҡоролтай! Королтай
    «Аттар етер ергә ат ебәреп,
    Хаттар етер ергә хат ебәреп»,
    Ҡор саҡырҙы тағы Башҡорт иле,
    Йыйын йыйҙы тағы Башҡорт ере.

    Маҡсат изге – тыуған ерҙе
    һаҡлап,
    «Аҡ тамыр»ын уның ҡоротмау,
    Өмөттәрҙе һиңә бағлағанбыҙ,
    Һин ҡот булып килдең, Ҡоролтай!

    Евразия атлы ҙур ҡитғала
    Йәйрәп ятҡан башҡорт ерҙәре.
    Байлығы һәм гүзәллеге менән
    Ымһындырмаған һуң кемдәрҙе?!

    Мөнтәгәндәр уны сама белмәй
    Урыҫ байы, батша һарайы.
    Шуға Бальзак яҙған күн тиреләй*
    Бөтөнләйгә ҡалған тарайып.

    Уныһын да сәйнәп йотмаҡ булып,
    Тешен ҡайрай Мәскәү байҙары.
    Ни эшләргә беҙгә бындай хәлдә,
    Хәҡиҡәткә юлдар ҡайҙа ул?

    Дүрт күҙ менән һине көтөп
    алдыҡ,
    Һин ҡот булып килдең,
    Ҡоролтай.
    Хаҡ һүҙеңде һөйлә бар донъяға
    Ишетелерлек итеп, Ҡоролтай!

    Яҡлау тапһын бөтә ер шарында
    Башҡорт халҡы һинең һүҙеңдән.
    Күрһен Кремлдә ултырғандар
    Ил ҡарашын һинең күҙеңдән.

    Ҡарарҙарың сағылдырһын ине,
    Халҡың теләктәрен, уйҙарын,
    Яҡтыртыусы маяҡ булһын ине,
    Киләсәккә барыр юлдарын!

    Һуғар әйҙә, үҫентеләр бирһен,
    «Аҡ тамырҡайҙар»ҙы ҡоротма!
    Һин һут булып килдең, Ҡоролтай!
    Һин ҡот булып килдең, Ҡоролтай!

    Таһир ЛАТИПОВ.
    Өфө ҡалаһы.

    *О. Бальзактың «Шагреневая кожа» романындағы геройҙың һәр теләге үтәлгән һайын серле тире тарая бара.
    авторы: Нур | 10 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • «Хаттин ашҡан аҡсаға ла Милләтемде һатмайым!»
  • «Сәсән һүҙе – бер алтын, Күмәк к& ...
  • «Үҙ телен белмәгән башҡорт, Һау тү ...
  • Таҡмаҡтар бәйгеһе
  • «Һин ҡот булып килдең, ҡоролтай!»
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru