Изге эштә ашығыу хәйерле.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Юлдарыбыҙ булһын имен
  • Гөлләмәнең сағыу биҙәге
  • Кер һәм күңел таҙалығы
  • Харамдан тыйыла беләбеҙме?
  • [b]Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле,
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Башҡорт бул! Королтай
    Башҡортлоҡто нимә әйтеп бирә?
    Милләт йөҙөн ни һуң билдәләй?
    ... Ялпаҡ йөҙ ҙә түгел, ҡыҫыҡ күҙ ҙә түгел,
    Бөҙрә сәс тә түгел... Түгел кәүҙә бик ҙур күбәләй.
    Ысын башҡорт яратырға тейеш
    Илен, телен, халҡы күңелен
    Һәм йәшәргә Урал батыр кеүек,
    Мәңге бөтмәҫ данға күмелеп.
    Моң килгәндә ул йырларға
    тейеш,
    Оҙон һуҙып халыҡ йырҙарын,
    Сәсән булһа башҡорт – тағы
    яҡшы,
    Әйтеп бирер иле зарҙарын...
    Көй килгәндә ул көйләргә тейеш
    Ил тарихы булған көйҙәрҙе,
    Мәжлестәргә йәм өрөргә тейеш,
    Булһын, әйҙә, маҡтап һөйләрлек.
    Яу килгәндә башҡорт –
    атылған уҡ,
    Йәшен уты, Урал бөркөтө.
    Күпме яуҙа беҙҙең арыҫландар
    Дошман ғәскәрҙәрен өркөттө?!
    Уралтауҙа тыуһаң, башҡорт бул
    һин,
    Һоҡлана бел шишмә-телеңә.
    Яҡлаусы бул халҡың яҙмышына
    Һәм ҡалҡан бул Тыуған илеңә!

    Ғәҙел ИШМОРАТОВ.
    Әбйәлил районы.
    авторы: Нур | 10 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Сыңғырлатып ҡына аттар кешнәй, Йондоҙло т ...
  • Тимерлектән сыҡтым...
  • Рус мәктәбендә – Шәжәрә байрамы
  • Үҙ телемде яҡлар көсөм бар
  • Башҡорт «Урал»ды һөйләһә — көс ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru