Иртә торған ир уңыр.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • АУЫЛҒА ҠАЙТ ТА АҠСА АЛ!
  • Серле платина һәм мөғжизәле терегөмөш
  • Ғәйепһеҙме? Улайһа, ҡабаланма
  • ТАКСИ ЭШЕ ТӘРТИПКӘ ҺАЛЫНА
  • Наркоманияға – юҡ!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Һәр яҡлап ҡеүәтле булайыҡ Королтай
    Зөлфиә ҒӘЛИӘНОВА, Белорет районы хакимиәте мәғариф бүлегенең башҡорт теле буйынса методисы:
    – Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаты булараҡ, башҡорт халҡының социаль, мәҙәни тормошон һәм тел мәҙәниәтен үҫтереүгә ҡағылышлы программамда түбәндәгеләргә баҫым яһауҙы маҡсат итеп ҡуйҙым:
    Башҡортостанды донъя кимәлендә танытыу өсөн этнокультурологик үҫеш программаһын халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм төбәк милли ойошмалары менән берлектә төҙөү; сит илдең төрлө фән өлкәләре менән хеҙмәттәшлекте киңәйтеү; республиканың юғары квалификациялы интеллектуаль потенциалын донъя кимәлендә танытыу.
    Башҡортостаныбыҙҙа йәштәр сәйәсәте өҫтөнлөклө йүнәлеш алған. Был юҫыҡта башҡорт йәштәрен сит илдең абруйлы уҡыу йорттарында уҡытыу, стажировка үткәреү һәм сит ил тәжрибәһен өйрәтеүҙе лә мөһим тип билдәләйем. Ауыл йәштәрен эшҡыуарлыҡ нигеҙҙәре программаһы, технологияһы менән таныштырыу ҙа – өлгөрөп еткән мәсьәлә. Башҡорт эшҡыуарҙарына етештергән продукцияһын һатыуҙа, ер пайын алыуҙа, фермер хужалығын ойоштороуҙа ярҙам күрһәтеү зарурлығы ла бар.
    Мәғариф системаһына килгәндә, үҙем дә ошо өлкәлә эшләүсе белгес булараҡ, беҙҙең алда башҡорт телен балалар баҡсаһында, мәктәптә, вуздарҙа уҡытыуҙы камиллаштырыу, милли-төбәк компонентын бөтөрөүгә, ауыл милли мәктәптәрен оптималләштереүгә юл ҡуймау бурысы тора. Шулай уҡ милли мәктәптең сығарылыш уҡыусыларына башҡорт теленән мотлаҡ берҙәм төбәк имтиханын индереү, республика вуздарында башҡорт теленән БДИ һөҙөмтәләре буйынса ҡабул итеүҙе лә ҡарарға кәрәк.
    Үҙебеҙҙең Белорет районын үҫтереү саралары исемлегенә туған тел өйрәнелгән балалар баҡсалары, башланғыс мәктәптәр селтәрен киңәйтеү (Инйәр ауылында), Я. Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы өсөн интернат асыу, башҡорт телен, әҙәбиәтен, мәҙәниәтен, тарихын өйрәнеүҙә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешкән балалар өсөн йәйге этномәҙәни һәм лингвис­тик лагерь ойоштороу, урындағы ҡоролтайҙа һәләтле балалар, йәштәр һәм студенттарға стипендия булдырыу кеүек эштәрҙе индерер инем. Бынан тыш, беҙҙең төбәктә «Китап» нәшриәтенең башҡортса китаптарын һатыу нөктәһе бул­дырыл­һа, һис шикһеҙ, бик күптәр рәхмәт әйтәсәк.
    авторы: Нур | 10 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Балалар ҙа битараф түгел
  • Һәр бала туған телендә белем алырға хоҡ ...
  • Халҡым теле миңә – хаҡлыҡ теле, унан башv ...
  • Белгестәр сит илдә әҙерләнәсәк
  • Программа раҫланды
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru