Алдынғылыҡ - тәхеткә, иремтәлек - ләхеткә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Оҙаҡламай электромобилдә йөрөрбөҙ әле...
  • Һабантуйҙы мәскәүҙәр ҙә көтөп ала
  • АТТАР ДОНЪЯҺЫНДА
  • Хужалары булғас башлы, эштэре бара яҡшы
  • Ғәйепһеҙме? Улайһа, ҡабаланма
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Телебеҙҙе һаҡлау сараларын әүҙемләштерергә кәрәк Королтай
    Гөлсәсәк ЗАРИПОВА, Туймазы районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе:
    Хөрмәтле ватандаштар, ҡунаҡтар, мәртәбәле йыйыныбыҙ – ҡоролтай делегаттары!
    – Борондан килгән яҡшы ғәҙәт буйынса, илебеҙ именлеге, еребеҙ бөтөнлөгө тураһындағы мөһим мәсьәләләрҙе халҡыбыҙ һәр саҡ уртаға һалып һөйләшеп, уртаҡ фекер туплап, кәңәшләшеп хәл иткән. Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында ҡараласаҡ мәсьәләләр ҙә бик етди һәм мөһим.
    Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһындағы федераль закон Рәсәй биләмәләрендә йәшәүсе этностарҙың телдәрен милли ғорурлыҡ һәм мәҙәни мираҫ тип иғлан иткән. Һәр тел үҙендә үҙенсәлекле тарих һәм мәҙәни тәжрибәне һаҡлай. Ни өсөн туған телебеҙҙә аралашыу, уны ҡулланыу даирәһе мәктәп һәм ғаиләнән алыҫ китә алмай?
    Тимәк, телебеҙҙе һаҡлау сараларын әүҙемләштерергә, уны ҡулланыу даирәһен киңәйтергә, башҡорт мәктәптәрен һаҡлап, һанын арттырып, унда уҡытыу сифатын күтәрергә, юғары уҡыу йорттарында ла өйрәнеүҙе талап итергә кәрәк.
    Тел һәм мәҙәниәт мәсьәләләре үҙ-ара тығыҙ бәйләнгән – үҙ халҡының тарихи үткәнен һәм бөгөнгөһөн, батырҙарын, йыр-бейеүҙәрен, ер-һыу атамаларын, улар­ға бәйле тарихты белмәгән кешене ысын илһөйәр тип атап буламы?! Унан илебеҙ өсөн файҙалы кеше сығырмы?
    Данлыҡлы мәҙәниәт хеҙмәткәр­ҙәренә лайыҡлы алмаш үҫтереү өсөн кластан тыш тәрбиәүи саралар үткәреүҙе, төрлө түңәрәктәр эшен ойоштороуҙың матди яғын нығытыу­ҙы иғтибар үҙәгендә тотор­ға кәрәк.
    Илем, телем, ерем, тип быуаттар буйы көрәшеп, ҡанын түккән башҡорт илһеҙ, ерһеҙ, телһеҙ ҡалмаҫмы?
    Хеҙмәт тәрбиәһе алмай үҫкән балала ниндәй өмөт булһын? Илебеҙгә кәрәкле йәш эшҡыуарҙар, ер эшкәртеп иген игеүсе, мал, ҡош-ҡорт үҫтереүсе фермерҙар әҙерләүҙе мәктәптән үк башлау кәрәк.
    Еребеҙҙең бөтә байлығын дөрөҫ һәм файҙалы ҡулланыуҙы ойоштороу өсөн белемле йәштәрҙе сәнәғәт өлкәһенә ылыҡтырыу ҙа мөһим.
    авторы: Нур | 10 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Күңел зарын хәл итһен Ҡоролтай
  • Республиканы донъяға танытыу өсөн
  • Телебеҙҙе һаҡлайыҡ!
  • Киләсәккә ҡарап
  • МИЛЛӘТТӘР КЕМГӘ ҠАМАСАУЛАЙ
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru