Кем эшләмәй, шул ашамай.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Фәһемле лә, күңелле лә үтте
  • Һөйҙөргән дә, көйҙөргән дә...
  • Йондознамэ
  • Ике тапҡыр донъя чемпионы Александр Радулов Өфөлә уйнауына бик шат
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Башҡортостан, тиһәм, Урал ҡалҡа, Башҡорт, тиһәм, йырлай Ағиҙел... Королтай
    Хоҙай мине ололаған,
    Дәрәжәм минең – башҡорт.
    Башҡортлоҡто һаман асам,
    Бөтөрә алмайым асып.
    Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА, шағирә, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

    * * *
    Башҡорт балаһы мин,
    Ер хәтерендә
    Мең йыл уйылып барған
    эҙем бар.
    Быуындарға ялғап
    быуындарҙы,
    Илде тотҡан телем, һүҙем бар.

    Рауил Бикбай,
    Башҡортостандың халыҡ шағиры.


    * * *
    Үҙендә тәбиғәттең иҫ киткес матурлығын бергә йыйған, ҡуйынында алтын менән көмөштөң, һәр төрлө аҫыл таштың иҫәпһеҙ хазинаһын һаҡлаған илде, күпереп торған ҡара тупраҡлы ерҙәрҙе миллион-миллион дисәтинә булып һуҙылған, күҙ яуын алып торған матур һәм хуш еҫле сәскәләргә, ҡыҙарып бешкән еләктәргә күмелгән болон һәм туғайҙары әллә ҡайҙа, алыҫҡа йәйрәгән илде беләһегеҙме? Янына барһаң, балыҡтары үҙҙәре килеп ҡабырға торған ҙур һәм ваҡ, әммә һәр береһе үҙенсә йәмле күлдәр һәм йылғалар илен, береһе икенсеһенән мөһабәтерәк булып бейеккә күтәрелгән тауҙар һәм кейектәр донъяһына тулы ирек, хәүеф­һеҙлек биргән ҡуйы урмандар илен күргәнегеҙ бармы? Был ил – Башҡортостан, донъяның ғәжәп бер мөйөшө!

    Ф. НЕФЕДОВ,
    урыҫ яҙыусыһы.


    * * *
    Башҡортостан, ысынлап та,
    гөлдәр иле,
    Матурлыҡҡа тиңе булмаҫ
    илдәр иле.
    Һаҡлайыҡ беҙ, яҡлайыҡ беҙ
    илебеҙҙе,
    Аҫыл заттар тамыр йәйгән
    еребеҙҙе.

    Рәшит ШӘКҮР,
    ғалим, шағир.


    * * *
    Башҡортостан,
    Ерем,
    Күгем,
    Һандуғаслы үҙ яғым.
    Мин ҡыҙғанам –
    Кем күрмәгән һине,
    Тыңламаған моңло ҡурайың.

    Геннадий МОЛОДЦОВ, шағир.

    * * *
    Башҡортостан – боронғо әкиәт иле. Халыҡ күңелендә уның хаҡында бик күп йыр, ғибрәтле тарих һаҡлана.
    Хәҙер ҙә был ил тәбиғи байлыҡтары менән һоҡландыра. Ул – Уралда. Иҫәпһеҙ-һанһыҙ йылға-шишмәләре, әҙәм үткеһеҙ ҡалын урмандары тау битләүҙәрен, үҙәндәрҙе биҙәй. Ер ҡуйынында тимер, алтын, аҡ алтын, баҡыр кеүек мәғдәндәре, аҫыл таштары бихисап.

    М. МОРТАЗИН,
    күренекле
    дәүләт һәм хәрби эшмәкәр.
    авторы: Нур | 10 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Башҡортостан, тиһәм, Урал ҡалҡа, Башҡор ...
  • Онтмаһын халҡым улдарын...
  • Гүзәл премияға лайыҡлы
  • ТӘБИҒӘТ – УЛ БЕҘҘЕҢ ЙОРТОБОҘ
  • Мин – ғүмергә һиңә табынған ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru