Дәрт биргәнгә дарман бирер.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Хәҙистәр
  • ХӘҘИСТӘР
  • Тиҙ ышаныусан булмағыҙ
  • Ураҙа ғәйете ҡотло булһын!
  • Металл һәм таш
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Сәсән һүҙе – бер алтын, Күмәк кәңәш – мең алтын» Королтай
    Һин ҡот булып килдең, Ҡоролтай,
    Был төш түгел, өн икән.
    Барса башҡорт күҙен терәп
    Көтөп алған көн икән.

    Ҡоролтайға барам, тиеп,
    Һатып алдым күн итек.
    Унда ҡатнашыусыларға
    Беҙҙән сәләм кү-ү-п итеп.

    Ҡоролтайға барырғамы,
    Долго-долго думала.
    Һүҙ һүҙ түгел, беҙ, башҡорттар,
    Күп булмағас Думала.

    Ҡоролтайға хат яҙырға
    Алдым ҡәләм, бумага.
    Муниципаль түрәме ни
    Ынтылмағас Думаға?!

    Өфөләргә барған саҡта
    Бөрйән ҡала ситтәрәк,
    «Башҡорт – урман хужаһы!» – тип
    Һөрәнләргә иртәрәк.

    Ҡайҙа булған ҡалын урман,
    Унда-бында бер ағас....
    Башҡорт урманы ҡырыла,
    Үҙ хужаһы булмағас.

    Ағастар сит яҡҡа «оса»,
    Беҙгә ҡала тапсығы...
    Ҡасан ғына тулыр икән
    Федерализм ҡапсығы?!

    Арендаға алған булып,
    Таптылар эштең уңын,
    Тәгәрәтеп урман тунап,
    Сисәләр ете тунын...

    Башҡорт, хәҙер «папа» булдың.
    Өләсәң булды «баба»...
    Балаң башҡорт телен белмәй,
    Ауыҙға бармаҡ ҡаба.

    «Урыҫлашып», «татарлашып»,
    Ҡырҡҡа теленгән телем,
    Тел бөтмәһә, халыҡ бөтмәҫ,
    Йәшәһен тыуған илем!

    Данлы, йырлы тарихым бар,
    Шәжәрәм – ете быуын.
    «Башҡорт бөтә!» – тиһәләр ҙә.
    Үлемде еңгән тыуым.

    Сәсән һүҙе – бер алтын,
    Күмәк кәңәш – мең алтын.
    Гөрләп үтһен ҡоролтайҙар,
    Йәшәһен туған халҡым!

    Ҡоролтайға йыйылғандар
    Барса ерҙең башҡорто.
    Умарталай гөжләп торһон
    Башҡортомдоң баш йорто!
    Фәнүзә БИКТИМЕРОВА
    Әйбәлил районы.
    авторы: Нур | 10 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • «Хаттин ашҡан аҡсаға ла Милләтемде һатмайым!»
  • «Үҙ телен белмәгән башҡорт, Һау тү ...
  • Таҡмаҡтар бәйгеһе
  • Таҡмаҡтар бәйгеһе
  • «Һин ҡот булып килдең, ҡоролтай!»
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru