Иртәгеһен ишәк ҡайғыртҡан.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • «Төньяҡ амурҙары» – тағы ла еңеүсе!
  • Күҙ ҡурҡа, ҡул эшләй
  • Инвестициялар файҙа килтерергә тейеш
  • Ял да иттек, дуҫтар ҙа таптыҡ
  • Арғымаҡ «Керчь»тың яҙмышы
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Башҡортостан, тиһәм, Урал ҡалҡа, Башҡорт, тиһәм, йырлай Ағиҙел... Королтай
    Башҡорттар – абстракт фекерләүгә һәләтле, зирәк аҡыллы, һөйкөмлө халыҡ, улар сиктән тыш тәьҫирләнеүсән, хыялға бирелеүсән, ҡыҙыу, ләкин тиҙ һүрелеүсән, киң күңелле һәм ҡунаҡсыл халыҡ – уларҙы тик ялҡау ғына таламай һәм иҙмәй.
    Ф. НЕФЕДОВ, урыҫ яҙыусыһы.

    * * *
    Башҡорт урман эргәһенән барһа – урман тураһында, тау буйлап барһа – тау, йылға буйлап барһа, йылға тураһында йырлай. Ағасты, ул һылыу ҡыҙ менән, ҡырҙағы сәскәләрҙе уның күҙҙәре, күлдәгенең төҫө менән сағыштыра.

    Р. ИГНАТЬЕВ,
    этнограф, археолог.


    * * *
    ...Үҙенең йәшәү ғүмерендәге сафлыҡтан сыға ғына башлаған, сәләмәт, ябай һәм боҙолмаған, ниндәй гүзәл халыҡ был башҡорттар.
    ...Был төбәк иҫ киткес бай һәм матур. Тәбиғәттең таң ҡалдырыр гүзәллеге сабый бала сафлығына тиң. Бигерәк тә бындағы халыҡ ябайлығы, керһеҙ күңелле булыуы менән һоҡландыра.

    Л. ТОЛСТОЙ, урыҫ яҙыусыһы.

    * * *
    Башҡорттар, иң беренсе нәүбәттә тәбиғәт балалары булараҡ, үҙҙәрендә кеше булмышының иң яҡшы һыҙаттарын сағылдыра: эскерһеҙлек, киң күңеллелек, ышаныусанлыҡ, ысын күңелдән ярҙам итергә әҙер тороу, яғымлылыҡ, ҡунаҡсыллыҡ. Был сифаттар уларҙың ҡырыҫлыҡтан, уҫаллыҡтан азат булған эскерһеҙ һәм хәйләһеҙ йөҙҙәрендә сағыла.

    С. РЫБАКОВ, урыҫ этнографы
    һәм фольклорсыһы.


    * * *
    Башҡорттар тос кәүҙәле һәм тарамыш, киң яурынлылар йыш осрай, улар иң ҙур ҡыйынлыҡтар­ҙы ла еңел үткәрергә һәләтле; араларында яман сирҙәр һиҙелмәй; ҡалған ваҡ-төйәк ауырыуҙар ҙа, башҡа халыҡтар менән сағыштырғанда, әҙерәк. Был, моғайын, уларға ҡарата тәбиғәт стихияһы тәьҫирен йомшартыу­сы ҡатлам тормошо рәүеше менән бәйлелер.

    В. ЧЕРЕМШАНСКИЙ,
    крайҙы өйрәнеүсе.


    * * *
    Аҡ тамырҙың бер генә киҫәге ерҙә ҡалһа, ваҡыты, уңайлы мәле етеү менән ул бар баҡсаны баҫыр. Беҙҙең халҡыбыҙ ҙа шулай: уңайлы мәле еткәс, ҡалҡыныр, күтәрелер, өҫтөндәге иҙеүселәрҙе алып ташлар...

    Әхмәтзәки ВӘЛИДИ,
    арҙаҡлы башҡорт, шәрҡиәтсе, ғалим.


    Беҙ булғанбыҙ, барбыҙ,
    буласаҡбыҙ,
    Үҙебеҙҙең йырыбыҙҙы йырлап,
    Тарих арбаһында барасаҡбыҙ.

    Мостай КӘРИМ, Башҡортостандың халыҡ шағиры.

    * * *
    Күңелең киң, рухың бөркөткә
    тиң,
    Моңоң тәрән һинең,
    башҡортом.
    Тел ҡеүәһе ниндәй, һүҙ ҡеүәһе! –
    Йөрәгемде шулар яҡтыртты.

    Хәсән Назар, шағир,
    С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.


    Хоҙай мине ололаған,
    Дәрәжәм минең – башҡорт.
    Башҡортлоҡто һаман асам,
    Бөтөрә алмайым асып.
    Факиһа ТУҒЫҘБАЕВА, шағирә,
    С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.


    Башҡорт балаһы мин,
    Ер хәтерендә
    Мең йыл уйылып барған эҙем бар.
    Быуындарға ялғап быуындарҙы,
    Илде тотҡан телем, һүҙем бар.
    Рауил Бикбай,
    Башҡортостандың халыҡ шағиры.



    Үҙендә тәбиғәттең иҫ киткес матурлыҡтарын бергә йыйған, ҡуйынында алтын менән көмөштөң, һәр төрлө аҫыл таштың иҫәпһеҙ хазинаһын һаҡлаған илде, күпереп торған ҡара тупраҡлы ерҙәрҙе миллион-миллион дисәтинә булып һуҙылған, күҙ яуын алып торған матур һәм хуш еҫле сәскәләргә, ҡыҙарып бешкән еләктәргә күмелгән болон һәм туғайҙары әллә ҡайҙа, алыҫҡа йәйрәгән илде беләһегеҙме? Янына барһаң, балыҡтары үҙҙәре килеп ҡабырға торған ҙур һәм ваҡ, әммә һәр береһе үҙенсә йәмле күлдәр һәм йылғалар илен, береһе икенсеһенән мөһабәтерәк булып бейеккә күтәрелгән тауҙар һәм кейектәр донъяһына тулы ирек, хәүефһеҙлек биргән ҡуйы урмандар илен күргәнегеҙ бармы? Был ил – Башҡортостан, донъяның ғәжәп бер мөйөшө!
    Ф. НЕФЕДОВ, урыҫ яҙыусыһы.

    Башҡортостан ысынлап та гөлдәр иле,
    Матурлыҡҡа тиңе булмаҫ илдәр иле.
    Һаҡлайыҡ беҙ, яҡлайыҡ беҙ илебеҙҙе,
    Аҫыл заттар тамыр йәйгән еребеҙҙе.
    Рәшит ШӘКҮР, ғалим, шағир.

    Башҡортостан,
    Ерем,
    Күгем,
    Һандуғаслы үҙ яғым.
    Мин ҡыҙғанам –
    Кем күрмәгән һине,
    Тыңламаған моңло ҡурайың.
    Геннадий МОЛОДЦОВ, шағир.

    Башҡортостан – боронғо әкиәт иле. Халыҡ күңелендә уның хаҡында бик күп йыр, ғибрәтле тарих һаҡлана.
    Хәҙер ҙә был ил тәбиғи байлыҡтары менән һоҡландыра. Ул – Уралда. Иҫәпһеҙ-һанһыҙ йылға-шишмәләре, әҙәм үткеһеҙ ҡалын урмандары тау битләүҙәрен, үҙәндәрҙе биҙәй. Ер ҡуйынында тимер, алтын, аҡ алтын, баҡыр кеүек мәғдәндәре, аҫыл таштары бихисап.
    М. МОРТАЗИН, күренекле дәүләт һәм хәрби эшмәкәр.
    авторы: Нур | 10 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Башҡортостан, тиһәм, Урал ҡалҡа, Башҡор ...
  • Онтмаһын халҡым улдарын...
  • ТӘБИҒӘТ – УЛ БЕҘҘЕҢ ЙОРТОБОҘ
  • Үтте был матур көн
  • Мин – ғүмергә һиңә табынған ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru