Бер тырышлыҡ унлата ҡайта.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡайһыбыҙ иренмәй, ҡайһыбыҙ....
  • Арғымаҡ «Керчь»тың яҙмышы
  • [b]Йәш эшҡыуарҙар мәктәбе[/b]
  • Яҡты иҫтәлеге йөрәктәребеҙҙә мәңге һаҡланыр
  • Берҙәмлектә – көс
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • «Хаттин ашҡан аҡсаға ла Милләтемде һатмайым!» Королтай
    Һин ҡот булып килдең, ҡоролтай!
    Төклө булһын аяғың.
    Башҡортома хеҙмәт итеү
    Булһын һинең маяғың.

    Эй, ҡоролтай, ҡоролтай,
    Тарих аша елгән тай.
    Аяҙ булһын көндәрең,
    Яҡты торһон төндәрең.

    Милләтемә ҡуй ҡанат та,
    Бул башҡортҡа парлы ат,
    Яҡшы эштәр, матур һүҙҙәр,
    Илгә игелек тарат.

    Милләт башы – ауыл, тиҙәр,
    Ауылдарҙы ҡаҡмайыҡ.
    Балалар ҙа тик ятмаһын –
    Телебеҙҙе һаҡлайыҡ.

    Башҡорттарым, артыу кәрәк,
    Һанлап түгел, сифатлап.
    Әйҙә, еңгә, ең һыҙған да,
    Бәпәйләйек сиратлап.

    Ир-ат китә эштәр эҙләп
    Себер тарафтарына.
    Ҡайтарайыҡ беҙ уларҙы
    Баҫыу караптарына.

    Бейә һауам, ҡымыҙ бешәм –
    Үҙем дә тик ятмайым.
    Ҡоролтайға бармаһам да
    Милләт ҡотон һаҡлайым.

    Арсен, Марсель түгел улым,
    Исем ҡуштым – Азамат.
    Ысын башҡорт булып үҫә,
    Илен һөйгән патриот.

    Һеҙгә, ҡыҙҙар, кәңәшем бар
    Уны теүәл үтәйек.
    Шәжәрәһен яттан белгән
    Ир-егет үҫтерәйек.

    Башҡортса ғына һөйләшәм –
    Башҡа телдә һүҙ ҡушма.
    Теракттан, хоҙай, һаҡла –
    Ҡайғы беҙгә не нужна!

    Илем матур, тыныс торһон,
    Нурлы булһын һәр таңы.
    Кешеләре мул йәшәһен,
    Күтәрелһен үҙ аңы.

    Һүҙең булһа – миңә һөйлә,
    Мин серҙәрҙе һаҡлайым.
    Хаттин ашҡан аҡсаға ла
    Милләтемде һатмайым!

    Башҡорт булыу ғына аҙ бит,
    Башлы булырға кәрәк.
    Ерен, телен, илен һаҡлар
    Ир-егеттәр әҙерәк.

    Балитәкле күлдәк кейгән,
    Сәсен икенән үргән.
    Сулпыларын сылтыратып
    Делегат килә икән.

    Милли кейем кейгән ине,
    Матурланды Сәлимә.
    Башҡорт ҡыҙы майҙан сыға
    Әйтә бер һүҙ кәлимә:

    – Сәләм әйтәм ҡорсоларға,
    Һау-сәләмәт торһондар!
    Ҡоро һүҙҙәр ҡуйыртмайса,
    Матур эштәр ҡорһондар!

    Ҡоролтайға йыр йырлайым,
    Данлап илем туймайым.
    Оҙон таҡмаҡ яҙҙым бына,
    Әле нөктә ҡуймайым.
    Гөлшат РӘХМӘТУЛЛИНА.
    Күгәрсен районы,
    Ураҡай ауылы.
    авторы: Нур | 12 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • «Сәсән һүҙе – бер алтын, Күмәк к& ...
  • «Үҙ телен белмәгән башҡорт, Һау тү ...
  • Таҡмаҡтар бәйгеһе
  • «Һин ҡот булып килдең, ҡоролтай!»
  • «Тамырҙарым башҡорт ерендә»
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru