Белгән - юлда, белмәгән - түрҙә.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • БР Журналистар союзы идаралығы,
  • Сабый бишектән тәрбиәләнә
  • [b]Милләттәштәр, шөкөр, рухлы әле, Күршеләрҙә йәшәп ятһа ла[/b]
  • [b]Заман менән бергә атлаусы мәктәп[/b]
  • «ТАГАЗ» ҮҘ АВТОМОБИЛДӘРЕН СЫҒАРА
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Аҫаба рухы Королтай
    Иртә. Ҡояштың тәүге нурҙары мөһабәт Урал тауы түбәләрен иркәләй. Яңы көн башлана һәм беҙ уларҙы күкһел төтөн кеүек сорнаған томанға ҡарап һоҡланабыҙ. Кисен тауҙар ҡараңғылана төшә. Ҡышын уларҙың гүзәллеге һөйләп аңлатҡыһыҙ, яҙҙарын йәшәү көсө менән олпатлана, йәйҙәрен ҡеүәтләнеп, көҙҙәрен иһә талсыҡҡандай төҫ ала.
    Кеше лә ошо көн һәм төн, миҙгелдәр алмашыныуы ритмында йәшәй, быға тәбиғәт тә буйһона. Борон халыҡтарҙың да ошо рәүешле йәшәүен белдергән фекерҙәр бар, йәғни уларҙың да йәшлеге, сәскә атҡан сағы, ҡартлығы була.
    Мин – шағир. Оҙаҡ йылдар башҡорт яҙыусыларының әҫәрҙәрен, фольклор өлгөләрен урыҫ теленә тәржемә итеү менән шөғөлләнәм. Мине һәр ваҡыт шундай һорауҙар ҡыҙыҡһындырҙы: халҡым нимәһе менән үҙенсәлекле һуң? Башҡа халыҡтарҙың үҙенсәлеге нимәлә? Ни өсөн халыҡтар һәм кешеләр төрлө-төрлө? Ниңә тарих төрлөсә? Ошо уйҙар нигеҙендә үҙем йәшәү ритмы теорияһы тип атаған ҡарашым барлыҡҡа килде. Минеңсә, ул кешенең тәүге хәтирәһенән йәки халыҡтың беренсе тарихи ваҡиғаһынан йәшәү ритмын билдәләргә булышлыҡ итә.
    Әлбиттә, был тарихҡа яңы ҡараш түгел. Бындай фекерҙәргә немец ғалимы Освальд Шпенглер (айырым тарихи циклда «йәшәгән» һәм үҫешкән мәҙәниәттәр теорияһын алға һөргән), инглиз ғалимы Арнольд Тойнби (кешелек теорияһының берҙәм йүнәлешен кире ҡағып, төрлө халыҡтар мәҙәниәтенең сағыштырыу анализын өйрәнеү менән шөғөлләнгән), урыҫ ғалимы Лев Гумилев (уның теорияһына ярашлы, этностар социаль феномен түгел, ә планетаның биоорганик элементы) мөрәжәғәт иткән. Йыһандан килгән энергия ағымы мутация барлыҡҡа килтерә һәм башҡаларҙан айырылып торған кешеләр – пассионарийҙарҙы тыуҙыра. Улар, үҙ сиратында, билдәле бер биләмәлә урынлашып, яңы халыҡтар барлыҡҡа килтерә.
    Миңә ҡалһа, был уларҙың фекер үҫеше. Һөҙөмтәлелеге хаҡында һеҙгә уйларға ҡала, хөрмәтле гәзит уҡыу­сылар.

    Тормош бәүелсәге
    Эш нимәлә һуң? Ритм теорияһы (тормош көйө, тип алырғалыр, бәлки) раҫлауынса, һәр халыҡ, һәр кеше үҙенә генә хас йәшәү яйына буйһона. Йәғни тормоштоң төрлө мәлендә уларға бер яҫылыҡта ғына һайлау бирелә.
    Сәңгелдәкте күҙ алдына килтерегеҙ әле: ул билдәле бер тәртиптә бәүелә, ике ҡапма-ҡаршы «осо» бар. Бына нәҡ шул кеше, халыҡ теге йәки был нәмәне һайлағанда һайлау нөктәһен хасил итә лә инде.
    Ябай ғына миҫал килтерәм: тәңкәне сөйөп ебәрһәң, ул йә «орел», йә «решка» яғы менән төшә. Башҡа варианттар юҡ. Кеше менән халыҡ та икәүҙән берәүһен генә һайлай ала.
    Билдәле булыуынса, хәҡиҡәттең иң яҡшы критерийы – практика. Башҡорттарҙың Уралға килеп сығыуы тураһындағы легендаға күҙ һалайыҡ. Унда һөйләнеүенсә, халыҡ юлда аҙашҡан һәм уларға бүре тап булған. Кешеләр уның артынан барып, Уралтау буйында туҡ­талған.
    Ошо легенданы тормош ритмы фекеренән сығып ҡарайыҡ. Үҙегеҙҙе шул шарттарға ҡуйығыҙ. Бында юлда, ысынлап та, аҙашҡан халыҡ хаҡында түгел һүҙ, ә уларҙың ғәҙәти йәшәү рәүешен юғалтыуы, аҙыҡтары бөтөүе, ғөмүмән, тормошоноң хәүеф аҫтында булыуы тураһында. Шул саҡта тәбиғәт билдәһе – бүрене күрәләр. Бәлки, бүре лә улар кеүек яҙмыш ағымында аҙашҡан булғандыр? Бында кешеләр төркөмө икегә бүленә: берәүҙәр бүрегә эйәрә, тимәк, яңы тәртипкә буйһона, икенселәр тороп ҡала, уларҙың яҙмышы билдәле түгел, моғайын, һәләк булғандар­ҙыр. Бүрегә эйәреүселәр имен ҡалған һәм башҡорт булып киткән.
    Был башҡа легендалар менән тап киләме? Башҡорттарҙың барлыҡҡа килеүе тураһында тағы бер сығанаҡ бар бит әле. Ул «Урал батыр» эпосында һүрәтләнелә. Ике ул атаһы Йәнбирҙе Урал менән Шүлгәнгә турһыҡтағы ҡанды эсеүҙе тыя. Шүлгән уны тыңламай, Урал иһә тыйыуҙы тота. Һөҙөмтәлә нәҡ Урал башҡорт халҡының етәксеһе була. Бында беҙ ғәҙәти тәртипте күрәбеҙ – һин йә йәшәйеш ҡағиҙәһенә буйһонаһың, йәки уны боҙоп, Шүлгән кеүек ырыуҙан ҡыуылаһың.
    Башҡорттарҙың айырым йолалар­ға, традицияларға, йәшәйеш ҡағиҙәләренә таяныуы хаҡында бихисап миҫал килтерергә мөмкин. Бына шуларҙың береһе, драматург Флорид Бүләковтың дәлиле: «Мине бәләкәй саҡта, башҡа бик күп балаларҙы кеүек үк, бихисап тыйыу уратып алғайны. Һыуға төкөрмә, бысаҡты әйләндереп һал, өҫтәл янында кирелмә, телеңде шартлатма, ишекте шапылдатып япма, төндә һыҙғырма, утҡа төкөрмә, ғәриптән көлмә, кисен тырнаҡ ҡырҡма – әсәйем ошо­ларҙы даими иҫемә төшөрөп кенә торҙо. Өҫтәүенә, тыйыуҙы боҙһам, миңә ниндәй яза буласағы хаҡында ла иҫкәртте. Әммә ҡағиҙәләрҙән тайпылған өсөн ниңә шундай яза биреләсәген аңлатманылар. Мин, мәҫәлән, китап уҡығанда ҡулым менән эйәгемә таянырға ярата инем. Шулай итһәм, башымды тоторға уңайлы кеүек тойолдо. Әсәйем ошо ҡиәфәтемде күргән һайын ҡото осоп ҡысҡыра ине, йәнәһе, атайым үлә. Бер нисә тапҡыр өйләнгән ирҙәр ҡулынан берәй нәмә алыуҙы ла тыя ине ул. Ошондай сәйер тыйыуҙар байтаҡ булды. Уларҙың асылын һаман да аңлап етмәйем». Бына хәҙер Флорид ағай ғына түгел, башҡалар ҙа серҙең нимәлә икәненә төшөнөр, тип ышанам.

    Тарихи тамырҙарыбыҙ
    Ябай ғына һорау – башҡорт халҡы ҡасан һәм ҡайҙа барлыҡҡа килгән? Йәшәү ритмы теорияһы быға яуап бирә аламы? Кешеләр бергә оҙаҡ йәшәгәндән һуң әкренләп бер бөтөн халыҡҡа берләшә, тигән раҫлауҙар хәҡиҡәткә тура киләме? Әгәр ысынлап та шулай булһа, беҙ яңы халыҡтар барлыҡҡа килгәнен үҙ күҙҙәребеҙ менән күрер инек. Әммә бындай күренеш теркәлмәй бит.
    Билдәле булыуынса, бөгөн башҡорттарҙың килеп сығышына бәйле дүрт фараз бар. Уларҙы төрки, фин-уғыр, ҡушма, һинд-иран тип билдәләйҙәр. Ошонан сығып, башҡорт халҡының теге йәки был боронғо халыҡ, йәки бер нисә милләт тоҡомо булыу мөмкинлеге ҡарала. Кешенең ата-әсәһе булған кеүек, халыҡ та буш урында барлыҡҡа килмәй. Әммә бала һымаҡ ата-әсә сифаттарын үҙенә тупламай, ә асыҡ сағылған шәхси сифаттарға эйә була. Халыҡ драматик шарттарҙа донъяға «тыуа». Был процесты юҡҡа ғына тыуыу тип атамайҙар. Милләт барлыҡҡа килһен өсөн өс шарт кәрәк: төрлө катаклизмдар арҡаһында ғәҙәти йәшәү ҡағиҙәләрен юғалт­ҡан кешеләр, теге йәки был сәбәптәр менән шул төркөмгә ярамаған кешеләрҙе «һөҙөп» ҡалдырыусы фильтр һәм яңы халыҡҡа үҫеү, нығыныу мөмкинлеге биреүсе билдәле биләмә, ресурстар.
    Ошоларҙың барыһы ла миңә, башҡорттар ғына түгел, ә барлыҡ боронғо төркиҙәр Уралда формалаш­ҡан, тип раҫларға хоҡуҡ бирә. Фаразымдың нигеҙенә аныҡлыҡ индереү өсөн тағы ла «Урал батыр»ға һәм уның дауамы булған «Аҡбуҙат» эпосына әйләнеп ҡайтайыҡ. Шүлгәндең яҙмышы нисек бөткән һуң? Уға ниндәй йәшәү ритмы хас? Әлбиттә, Уралға ҡапма-ҡаршы булған. Әгәр Урал йәшәйеш ҡағиҙәләренә таянһа, Шүлгән, үҙе теләгәнсә, уларҙы боҙған. Тарихта тап ошондай тормош ритмы менән йәшәгән халыҡ булғанмы? Эйе. Бына һеҙгә уның тарихы – ғалим Лев Гумилевтың «Боронғо төркиҙәр» китабынан өҙөк:
    «Беренсе легенда «Көнбайыш сиктән көнбайышҡа табан Хунну йортоноң тармағы»н белеүе менән әһәмиәтле, йәғни Аттила державаһы тураһында. Был тармаҡ күршеләре тарафынан туҙҙырылған, тик бер малай ғына тере ҡалған. Әммә дошмандар, уның аяҡ-ҡулын ҡырҡып, һаҙлыҡҡа ырғытҡан. Был малайҙан инә бүре йөккә уҙған. Тик малайҙы барыбер үлтергәндәр, ә бүре Алтайға ҡасҡан һәм шунда ун улы тыуған. Ырыу ишәйгән, бер нисә быуындан һуң Әсән-ше тигән берәүһе бөтә аймағы менән мәмерйә­нән сыҡҡан һәм үҙен Жужан ханының вассалы тип иғлан иткән». Ошо легендаға ярашлы, Алтай төркөттәре көнбайыш һундарҙан сыҡҡан. Әммә туранан-тура түгел, ә мистик рәүешле, бүре аша. Көнбайыш һундар 468 йылда юҡҡа сығарылған, ә төркиҙәрҙең, халыҡ булараҡ, 545 йылда килеп сыҡҡанын да билдәләргә кәрәк. Быуындар алмашыныуына, ишәйеү тиҙлегенә хайран ҡалырһың.
    Икенсе легенда буйынса төркиҙәр урындағы Со ырыуынан һәм әлеге лә баяғы бүренән килеп сыҡҡан. Риүәйәткә ярашлы, Со халҡы үҙ аңралығы арҡаһында һәләк була. Тик инә бүренең дүрт ейәне генә ҡала. Тәүгеһе аҡҡошҡа әйләнә, икенсеһе Цигу исеме менән Абу һәм Гянь йылғалары буйына төпләнә, ҡалған икәүһе көньяҡ Алтайҙағы Чуси (Чуе) йылғаһы тирәһенә урынлаша. Н. Аристов аңлатыуынса, Со ырыуы Бие йылғаһы буйында йәшәгән төньяҡ Алтай ҡәбиләһе, беренсе ейән аҡҡоштар ҡәбиләһе – ку-кижи, икенсеһе Абакан (Абу) менән Енисей (Гянь-Кем) тирәһендәге ҡырғыҙҙар менән бәйле. Оло улдың ейәне – Әсән-ше – тәүге легенданан.
    Ҡасаҡтар барып эләккән Монгол Алтайы алдында һундар һәм төркисә һөйләшеүсе­ләрҙән барлыҡҡа килгән ҡәбиләләр йәшәгән. Ошо аборигендар менән Ашин кенәз дружинниктары ҡушылған да уларға «төрки», «төркөт» тигән исем биргән (www.fictionbook.ru/author/lev_gumiliev/drevnie_tyurki).
    Йәшәү ритмы теорияһы ошо риүәйәттәрҙе аныҡларға мөмкинлек бирә. Беҙҙең алда Шүлгәндең тормош ритмы. Был осраҡта Ашин ырыуы үҙен тупаҫ тотҡан, күршеләре менән иҫәпләшмәгән, көстәрен самалап ҡарамайынса уларға һөжүм иткән. Ә ҡеүәтле күршеләре уларҙы пыран-заран килтергән, бары тик юлбашсылары ғына ҡасып ҡотола алған. Аҙаҡтан ул бер ҡәбиләгә һыйынған, өйләнгән һәм нәҫел ҡалдырған. Әммә дошмандары уны барыбер эҙләп табып үлтергән, тик балаларына теймәгән. Балалар үҫкән, исемдәрен алмаштырған, әммә йәшәү ритмын үҙгәртмәгән. Әйткәндәй, бында ҡатнаш ғаиләләр­ҙе миҫалға килтерергә мөмкин: бала ата-әсәһенең кемеһенең тормош ритмын үҙләштереүгә ҡарап, шуның милләтен ҡабул итә.

    Урал һәм Шүлгән балалары
    Эпостан күреүебеҙсә, Урал батыр менән Шүлгәндең ҡараштары төрлөсә. Берәү өсөн яҡшы булған нәмә икенсеһе өсөн мотлаҡ насар булған. Быға дәлилдәр бармы? Бар. Боронғо төркиҙәр һәм боронғо башҡорттар­ҙың мифологияһын ҡарайыҡ. Быға тиклем уны берәү ҙә ныҡлап өйрәнмәгән, был – асыш. Минеңсә, борон­ғо төркиҙәр менән башҡорттарҙың ҡараштары ҡапма-ҡаршы булған. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, башҡорттар Уралды, ыңғай герой, ти, Шүлгән уларса – кире образ, ә төркиҙәрҙә – киреһенсә. Башҡорттар, донъя Уралдан башлана, тиһә, төркиҙәрҙә – Шүлгәндән. Әйткәндәй, төркиҙәр Уралды «Эрлик», Шүлгәнде «Ульген» ти. Шуның менән бергә төркиҙәрҙең уйынса, Урал тауҙарҙы барлыҡҡа килтергән һәм уның биләмәләре көнбайышта. Шулай уҡ Урал Шүлгән «тыуҙырған» йорт этенән бүрене барлыҡҡа килтергән, тип тә уйлағандар. Төркиҙәр өсөн өйрәк Шүлгәнде һүрәтләүсе һанала.
    Төрлө халыҡтарҙа донъяның төрлөсә сағылғанын иҫәпкә алһаҡ, берҙәмлектең тик бер генә шарт менән тәьмин ителгәнен күрәбеҙ – кешелектең бер бөтөндән килеп сығыуынан. Бында мөһим бер нәмәне өҫтәргә кәрәк. Эш шунда: Урал менән Шүлгәндең тормош ритмы, йәшәү рәүеше бер үк, тик ул тирбәлеү фазаһы менән генә айырыла. Билдәле булыуынса, фаза – тирбәлгән есемдең торошон ҡылыҡһырлай. Ҡыҫҡаһы, фаза хәрәкәт ҡайҙан башланыуын билдәләй – уңданмы, һулданмы? Шуға ла мин, боронғо төркиҙәр тап Уралда барлыҡҡа килеп, башҡорттар улар араһынан айырылып сыҡҡан, тип фараз итәм. Был нисегерәк булған икән? Бер аҙ тарихты тергеҙеп ҡарайыҡ.
    Бер төркөм кеше Урал батырҙы һынлан­дырған бүре артынан тауҙарға киткән. Унан аша сығып, күлдәр биләмәһенә килеп сыҡҡан. Бында өйрәктәр күп булған. Халыҡ, бүре кеүек, өйрәктәргә һунар иткән һәм үрсегән. Ошонан кешеләрҙең ни өсөн күл һыуын эсмәүе, йыландар менән көрәшеүе аңлашыла. Ырыу ишәйгәс, һыу етмәй башлаған, етмәһә, ул һайыҡҡан, ҡороған. Артабан Уралдың балалары йылғаларҙы барлыҡҡа килтергән.
    Шуныһы ҡыҙыҡ: бер халыҡта, ваҡыт үтеү менән, ҡапма-ҡаршы фазала йәшәүсе кешеләр төркөмө барлыҡҡа килә. Улар күбәйгәс, Уралдан китә һәм башҡа төрки милләттәргә «ғүмер» бирә.
    «Аҡбуҙат» эпосы быға дәлил. Ул – Урал батыр үлгәндән һуң күл батшалығына хакимлыҡ итеүсе Шүлгәндең тарихы. Шүлгәнде бында Һәүбән тар-мар итә. Әлеге күлдең Арал диңгеҙе булыуы мөмкин. Эпоста Һәүбәндең Шүлгәнде гөбөргәйелгә әйләндереүе (үрҙә телгә алынған аяҡ-ҡулы ҡырҡыл­ған малай хаҡындағы легенда менән сағыштырығыҙ), уның балаларының (тәүге легендала – инә бүренең) Уралдан ҡасыуы һүрәтләнелә. Шул уҡ эпоста башҡорттарҙың бер төркөмөнөң әсиргә эләгеүе лә (диңгеҙ аръяғы батшаһында ҡоллоҡта булған ете батыр тураһында һүҙ бара) һөйләнелә. Шуға ла беҙ Башҡортостан биләмәһенә төрлө ҡәбиләләрҙең килеүен күсенеү түгел, ә халыҡтың ядроһы булған ергә кире ҡайтыуы тип фаразлай алабыҙ. Бында тарихсыларға уйланырға урын бар.
    Әйткәндәй, боронғо башҡорттар­ҙың төркиҙәрҙән сығыуын айырып ҡарауҙың йәнә бер серҙе асыуы мөмкин. «Башҡорт» һүҙе нимәне аңлата һуң? Минең уйымса, ул «башҡа», «айырылып торған» (особый) тигәнгә «рт» аффиксы, кешеләр төркөмөн аңлатыусы ялғау ҡушылыу­ҙан килеп сыҡҡан. Әкренләп «башҡа»ның «а»-һы «о»ға әйләнеп, әлеге атама барлыҡҡа килгән. Боронғо яҙмаларҙа «паскатир», «баскард» исемдәре йыш осрай. Быға милләтебеҙ атамаһының «башҡа» + «йорт» (ил) һүҙҙәренән килеп сығыуын раҫлаған гипотезалар ҙа ҡаршы килмәй.
    Шулай уҡ «башҡорт» – «баш» (главный) һәм «ҡор» (кешеләр, ҡәбилә), күплекте белдереүсе «т» (иран, монгол телдәренән алынған) ҡушымтаһынан барлыҡҡа килгән, «баш ырыу»ҙы аңлата, тигән фаразлау ҙа үрҙәгегә тура килә.
    Нәҡ шунлыҡтан Мең ырыуы башҡорттары урыҫтар менән тәүге осрашҡанда үҙҙәрен аҫаба – «особые» тип атаған. Йәғни был һүҙҙе бары тик урыҫсаға тәржемә итеп кенә әйткән.
    Тарихҡа ҡушымта
    Хәҙер башҡорттарҙың беҙгә яҡшы билдәле тарихына байҡау яһайыҡ. Минеңсә, башҡорттар ҡатнашлығында иң мөһим дүрт килешеү – Сыңғыҙхан, Иван Грозный, Ленин һәм Ельцин менән – ни өсөн төҙөлгән һәм әһәмиәте ниндәй булыуы аңлашыла. Уларҙы башҡорттар бер ҡасан да боҙмаған!
    Башҡорт ихтилалдарының ни өсөн тоҡаныуын йәшәү ритмдары аңлата: халыҡ икенсе яҡтың үҙ бурыстарын боҙоуы арҡаһында баш күтәргән. Был ихтилалдар яҡтарҙың хоҡуҡтары тергеҙелеү, килешеү талаптары яйланыу менән туҡтатылған.
    Миҫалға Америка индеецтарын алайыҡ. Улар аҡ тәнлеләр менән бер ҡасан да һыйышып йәшәмәгән, бер-береһенә һөжүм итергә әҙер генә торған. Башҡорттар иһә бер ҡасан да баҫып алыу өсөн һуғышмаған. Уларға башҡалар кеүек бөтә ҡеүәт менән күршеләренә һөжүм итергә нимә ҡамасаулаған һуң? Яуап ябай: башҡорттарҙың үҙҙәрен башҡалар­ҙан айырып торған тормош тәртибен ихтирам итеүе. Нәҡ закондарҙы хөрмәт итеү сәбәпле башҡорттар хоҡуҡ һаҡлау органдарында күп, уның «теге» яғында юҡ.
    Рәсәйҙә «закондағы бур»ҙар араһында башҡорттар юҡ кимәлендә. Ошо хаҡта уйланмау мөмкин түгел. Шуға ла Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында (ике һуғышта ла) башҡорттар тулыһынса (әрме йәшендәге ирҙәр) Рәсәй азатлығы өсөн көрәшкә күтәрелгән.
    Беҙҙең көндәрҙә лә халҡыбыҙ вәкилдәре намыҫ менән хеҙмәт итә, хатта «ҡыҙыу» нөктәләрҙе һайлай. Мәҫәлән, дуҫым, отставкалағы подполковник, Чечня һуғышы геройы, инвалид Мәхмүт Сәлимов тап шулай эшләгән. Ул бөгөн Ростовта тыныс ҡына йәшәй, республикала уның тураһында бер нәмә лә белмәйҙәр тиерлек. Бына бит башҡорттоң баҫал­ҡылыҡ һыҙаты – шым ғына үҙ эше менән булыу!

    Үткәнһеҙ киләсәк юҡ
    Йылдар үтеү менән аҡыллыраҡ та була барабыҙ, ғилемебеҙ ҙә арта. Бурысыбыҙ – ошо белемебеҙҙе донъяның берҙәм картинаһына берләштереп, беҙгә генә түгел, ә киләһе быуындарға ла алдағы көндәре асыҡ китап кеүек булһын өсөн донъя кимәленә сығарыу. Юлһыҙлыҡ, хәүефтән алыҫайып, ҡот булған киләсәккә.
    Бына шуның өсөн дә башҡорт халҡының ҡайҙан килеп сыҡҡанын асыҡлау мәсьәләһе мөһим. Ҡайҙа, ҡасан, ниндәй шарттарҙа барлыҡҡа килгәнебеҙҙе аңлап, беҙ үҙ-үҙебеҙҙе, эшмәкәрлегебеҙҙе, баҫҡан аҙымдарыбыҙҙы, ҡылыҡ-ғәҙәттәребеҙҙе яҡшыраҡ төшөнәсәкбеҙ. Тимәк, ата-бабаларыбыҙ тарафынан формалаштырылған киләсәгебеҙ ҙә аңлайышлыраҡ буласаҡ. Эйе, беҙҙең боронғолар мираҫ иткән йәшәйеш картинабыҙ бар. Бары тик уны халҡыбыҙҙың фекерләүе аша сисеү генә кәрәк.
    Шуларҙан иң мөһиме – башҡорт халҡы өсөн теге йәки был ҡарарҙы бөтә халыҡ менән берҙәм рәүештә ҡабул итеү. Нәҡ шуға ҡала башҡорттары мәҙәниәтен үҫтереү булһынмы ул, ауыл яҙмышымы, милли мәғариф йә иҡтисадты нығытыумы – берәүҙең дә иғтибарынан ситтә ҡалырға тейеш түгел.
    Бер нәмәне онотмаҫҡа кәрәк: башҡорттар үҙенең тарихи миссияһын, үҙен бар иткән миссияһын үтәргә тейеш – Уралын, тыуған төйәген, ерен һаҡлау. Һәм таҙа йылға-күлдәрен, ҡалын урмандарын, ҡырҙарын. Был бөгөн «экология» тип тә йөрөтөлә. Һәр башҡорт үҙ еренең иҫ киткес ҡәҙерле, изге икәнен йөрәге менән тоя. Ер тураһында ата-бабаларыбыҙ йырлаған, беҙ йырлайбыҙ, беҙҙең ейәндәр ҙә йырлаясаҡ:
    Ай, Уралым, Уралым,
    Күгәреп ятҡан Уралым.
    Нурға сумған түбәһе,
    Күккә ашҡан Уралым,
    Ил һаҡлаған ҡоралым.
    Атам кейәү булған ер,
    Әсәм килен булған ер,
    Кендегемде киҫкән ер,
    Тәмле һыуын эскән ер.
    Бүреһе күп Уралтау,
    Ҡыҫҡа ҡойроҡ, шеш ҡолаҡ
    Ҡуяны күп Уралтау.
    Алпан-толпан йөрөгән
    Айыуы күп Уралтау.
    Һылыу ҡыҙҙай биҙәнгән
    Төлкөһө күп Уралтау...

    Айҙар ХӨСӘЙЕНОВ.
    авторы: Нур | 15 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар, бик боронғо ха ...
  • Башҡорт халҡының этник тарихы(Фәлсәфә&# ...
  • Төрки-башҡорт этногенезы мәсьәләһе
  • Башҡорттарҙың килеп сығышы: бәхәсле  ...
  • Башҡорттарҙың килеп сығышы: бәхәсле  ...
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru