Алдын бер уйла, артын биш уйла.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Спортлы Башкортостан
Башҡорт порталы
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
  • Ҡасан башҡорт йәнһүрәте булыр?
  • Тормош күренештәре
  • Бәхил бул, шағир һәм журналист!
  • МАШИНАҒА ЛА ЭҪЕ
  • Йырып сыҡҡыһыҙ түгел!
  • Халыҡ-ара документтарҙа нимә яҙылған?
  • Ниндәй йәй ул рәхәтләнеп һыу инеп, ҡомда ҡыҙынмағас!
  • Көләмәстәр
  • ...Иҫ киткес ымhындырғыс донъя
  • Бөйөк Еңеү көнө менән!



  • Иртәгәбеҙҙе күҙаллап, ҡоролтайҙа һүҙ әйттек Королтай
    Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының йомғаҡлау пленар ултырышында секция эштәренә ҡыҫҡаса туҡталып кителде, ул делегаттарҙың сығыштары менән байытылды. Бында ла БР Президенты Мортаза Рәхимов, Хөкүмәт Премьер-министры Раил Сарбаев, башҡа ҡунаҡтар ҡатнашты.
    Донъя башҡорттарын йыйған был форум мөһим мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеүгә, булған проблема­ларҙы берҙәм хәл итеүгә, тәҡдимдәр һәм фекерҙәргә ҡоролдо. Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 11 секция һәм Башҡорт йәштәре ҡоролтайы эшләне. Пленар ултырышта улар буйынса секция етәкселәре һөйләне, мөһим, әһәмиәтле сығыштар билдәләнде. Әйткәндәй, секция ултырыштарында яңғыраған докладтарҙың иң фекерлеләре гәзит биттәрендә донъя күрәсәк.
    Ҡағиҙәгә ярашлы, Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы делегаттары резолюция, Рәсәй Президентына, Башҡортостан халыҡтарына, башҡорт халҡына мөрәжәғәттәр ҡабул итте. Шулай уҡ Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының яңы составы, яңы рәйес һайланды. Башҡарма комитетта 74 кеше эшләйәсәк, уға Германия, Пермь, Төркиә, Латвиялағы милләттәштәр ҙә инде. Элекке рәйес Азамат Ғәлинға иһә тағы ла ҙур ышаныс күрһәтелде.
    – Ҡоролтай башҡарма комитеты алға ҡуйылған бурыстарҙы үтәр өсөн бөтә көсөн һаласаҡ. Башҡорт халҡына хеҙмәт итәм! – тине Азамат Зәки улы.
    Ҙур форумда төп яңылыҡ – Башҡортостаны, халҡы мәнфәғәтенә үҙен аямай көрәшкән шәхестәребеҙгә ҡоролтай башҡарма комитетының «Алтын ҡурай» ордены тапшырылды. Тәүге наградалар үлгәндән һуң йәмәғәт эшмәкәрҙәре Әхмәтзәки Вәлиди Туғанға, уның көрәштәштәре Юныс Бикбовҡа һәм Муллайән Халиҡовҡа бирелде. Сүбидәй Туған менән Наилә Юныс ҡыҙы Сәлихова награданы алғанда аталарының эше дауам ителеүен, исемдәре онотолмауын тойоп, тулҡынланды. М. Халиҡовҡа тәғәйен орден уның исемендәге йәмәғәт фонды етәксеһе Фәнил Шәриповҡа тапшырылды.
    Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимов форумдың уңышлы үтеүен билдәләне. Башҡорт халҡын артабан үҫтереүгә йүнәлтелгән етерлек материал тупланыуы ла әһәмиәткә эйә. Ҡоролтай демократик рухта уҙып, унда делегаттар һәм ҡунаҡтар үҙ фекерен милләттәштәренә еткерә алды. Киҫкен проблемалар буйынса ла сығыштар булды. Республика етәксеһе быны, «ҙур йыйынға хас», тип баһаланы.
    – Форумда күтәрелгән мәсьәләләрҙе өс төркөмгә бүлергә мөмкин, – тине Мортаза Рәхимов. – Беренсенән, былар – башҡорт халҡының үҫешенә, тел, рухи-мәҙәни, демография, иҡтисад проблемалары буйынса тәҡдимдәр. Икенсе төркөмгә илдең иң алдынғы төбәге һаналған Башҡортостанды артабан үҫтереүгә бәйле киң пландағы фекерҙәр һәм күҙаллауҙарҙы индерергә була, өсөнсөһөнә иһә – федератив мөнәсәбәттәрҙе камиллаштырыуға, илдәге милли-мәҙәни, мәғариф сәйәсәтенә, Рәсәй федерализмының Конституция принциптарын бойомға ашырыуға ҡағылышлы өлгөрөп еткән мәсьәләләр.
    Әлбиттә, бөтә бурыстар республика тарафынан ғына хәл ителә алмай, күбеһе федераль власть органдары менән тығыҙ бәйләнештәргә ҡайтып ҡала. Президенттың белдереүенсә, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, республика халыҡтары ассамблеяһы, милли-мәҙәни берекмәләр, тарихи-мәҙәни үҙәктәр кеүек көслө ойошмалар, барлыҡ йәмәғәтселектең берҙәм эшмәкәрлеге йыйында күтәрелгән мәсьәләләрҙе атҡарып сығыуға булышлыҡ итәсәк.
    Шулай итеп, Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшен йомғаҡланы. Алда тағы етдиерәк бурыс – уның ҡарарҙарын үтәү. Делегаттар был юҫыҡта иңенә икеләтә яуаплылыҡ ала.

    Алһыу ИШЕМҒОЛОВА

    Нияз Мәжитов, тарих фәндәре докторы:

    – Беҙ тулы суверенитетҡа дәғүә итмәйбеҙ, ә Рәсәй Федерацияһы составында иҡтисади бойондороҡһоҙ республика ғына булырға теләйбеҙ. «Хәҙерге шарттарҙа башҡорт халҡының үҫеш нигеҙе булараҡ, тарихи һәм рухи мираҫ» секцияһы ултырышында ҡатнашыусылар иғтибарына тәҡдим ителгән төп тема ентекле өйрәнеүҙе талап иткән киң мәсьәләләр спектрын билдәләне. Уларҙың күбеһе III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына әҙерлек барышында бер нисә тапҡыр тикшерелде лә инде.
    Халҡыбыҙ сифат яғынан яңы үҫеш кимәленә күтәрелә, беҙ үҙ тарихыбыҙҙы тергеҙеү өсөн сығыш яһайбыҙ, башҡорт халҡының ихтыярын асыҡ сағылдырабыҙ. Һуңғы ваҡытта федераль дәүләт власы органдарының айырым вәкилдәренең илдең төп халыҡтарының тарихын һәм мәҙәниәтен юҡ итеүгә, уларҙың милли байлығын тарҡатыуға килтерерлек аҙымдар яһауы борсой.
    Мәҫәлән, билдәле бер әҙәмдәр яғынан мәғрифәтселәребеҙҙең, атап әйткәндә, хеҙмәттәре һәм идеялары ватан федерализмы нигеҙенә һалынған Әхмәтзәки Вәлидиҙең исеменә ҡара яғырға маташыуҙар бик хәүефле булып тойола.
    Шулай уҡ йыйында ҡатнашыусыларҙы мәғариф системаһында төбәк компонентын ҡыҫырыҡлауҙары бик борсой.
    Әгәр бөтә төбәктәр ҙә Рәсәй балаларына белем биреү, «Урал батыр» кеүек эпостарҙың әһәмиәтен, Мифтахетдин Аҡмулла, Шәйехзада Бабич кеүек мәғрифәтселәрҙең ижадын һанға һуҡмайынса, рус әҙәбиәте, тарихы һәм мәҙәниәте менән генә сикләнһә, ватандың мәғариф системаһы бик күпте юғалтасаҡ. Һәм бынан тотош Рәсәй тарихы отоласаҡ.

    Азамат Рыҫкилдин, Ҡаҙағстандағы «Ағиҙел» башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе:
    – Аллаһы Тәғәлә башҡорт халҡын күп һынау­ҙар аша үткәргән. Изге ерҙәр, сал Урал, икһеҙ-сикһеҙ байлыҡтар биргән. Беҙ дөрөҫ юлдан барабыҙмы һуң? Халҡыбыҙ һәм еребеҙ байлыҡтары кемдең ҡулында? Ялған индивидуализм ҡиммәттәре һәм шәхси байығыу артынан ҡыуып, ата-олатайҙарыбыҙ ҡан ҡойоп яулаған коллектив ҡаҙанышыбыҙҙы саҡ юғалтмай ҡалдыҡ. Уҙған 20 йылда беҙ барыбер ҙә «Беҙҙең юлыбыҙ нимәлә? Беҙҙең законыбыҙ ниндәй? Беҙҙең кон­куренцияға һәләтлелек нимәлә?» кеүек көнүҙәк һорауҙарға яуап таба алманыҡ.
    Һуңғы йылдарҙа башҡорт милли үҙаңына ҡаршы агрессив мәғлүмәт һуғышы алып барыла, халыҡтың тарихына бысраҡ ташлана, милләттең иң яҡшы вәкилдәре мыҫҡыл ителә. Башҡорт халҡының һәм уның республикаһының барлығы факты шик аҫтына ҡуйыла. Башҡорт халҡының идеологияһы һәм тарихы хаҡында яҙа башлаған башҡорттарға ҡайһы бер сайттарҙа ғәйеп тағыла.
    Бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла үҙенең инаныуҙары өсөн дүрт йыл батша төрмәһендә ултырған. Ләкин беҙ бөгөн, ХХI быуатта, милли инаныуҙары өсөн башҡорттарҙы эҙәрлекләү алып барылмай, тип раҫлай алабыҙмы? Беҙ нисек ошондай хәлдә ҡалдыҡ? Пассивлыҡ, икеләнеп ҡалыу ахыр килеп ҡоролтайҙың үҙен дә милләтсе орган тип иғлан итеүҙәренә килтерәсәк. Һәм уны бөтөрәсәктәр, ябасаҡтар.
    Ҡоролтай лидеры яуаплы сәйәсмән булырға, ә ҡоролтайҙың эшмәкәрлеге конституцион әүҙем булырға, бөтә кимәлдә лә, сәйәси влас­тың бөтә тармаҡтары менән дә эшләй белергә тейеш. Тап башҡорттар ҡоролтайының башҡорт халҡының юғары органы булыуы кәрәк.


    Фирҙәүес ХисамИтдинова, Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел, әҙәбиәт институты директоры:
    – Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының пленар ултырышында яңғыраған тәүге ике доклад – БР Президенты Мортаза Рәхимовтың һәм ҡоролтай башҡарма комитеты рәйесе Азамат Ғәлиндың – башҡорттар­ҙың быға тиклемге ҡоролтайҙары арауығында бик күп эш башҡарылыуын күрһәтте. Беренсенән, форумда туған телен белмәүселәр әҙ. Был яҡшы күрһәткес. Икенсенән, аралашыуҙар күрһәтеүенсә, кешенең психологияһы үҙгәргән. Тәүге ҡоролтайҙарҙа тел һәм мәҙәниәтте һаҡлауҙа кемдәндер ярҙам көтөү өҫтөнлөк итһә, хәҙер иһә телебеҙҙе, милли менталитетты, мәҙәниәтте яҡлау һәм һаҡлау өсөн үҙ өҫтөнә яуаплылыҡ алырға әҙер булыу­сылар бихисап. Әгәр халыҡта ошондай ойоштороу принциптары барлыҡҡа килә икән, тимәк, уҙған йылдар бушҡа үтмәгән – милләт алға бара.


    Спартак Ильясов, Учалы районы делегаты:

    – Беҙ бөгөн Рәсәй федерализмы системаһының ҡыҫылыуына шаһитыбыҙ. Башҡорт халҡына Башҡортостандың Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул ителгәндән һуң яуланған ҡаҙаныштарын һаҡлау мөһим. Быға федераль үҙәк сәйәсәте ярайһы ғына аяҡ сала. Республикабыҙҙың эре, килемле предприятиелары Мәскәү тарафынан контролләнә, төбәктә йәшәгән халыҡтар тир түгеп алған емештәрҙән мәхрүм – улар­ҙы үҙәк «йота». Һөҙөмтәлә халыҡтың үҫешкә өмөтө һүнә. Бындай сәйәсәт менән беҙ бер урында оҙаҡ тапанған совет заманына кире ҡайтасаҡбыҙ.
    Ни өсөн республиканың яғыулыҡ-энергетика комплексы Мәскәүҙең спорт командаларын финанслай? Ниңә табыш өсөн яуаплы етәкселәр республика спортын үҫтереүгә булышлыҡ итмәй? Беҙ еребеҙҙе, халыҡтарыбыҙҙы табыш алыуҙа ғына файҙаланыуға юл ҡуймаясаҡбыҙ. Беҙҙең балаларға был ерҙә йәшәргә. Башҡорттар һәм Башҡортостанда йәшәүсе башҡа халыҡтар үҙ ерҙәренә хужа булыу хоҡуғын талап итәсәк.
    Шуныһы ла борсоуға һала: федераль органдарға тәғәйенләгән вазифалы етәкселәр араһында бер генә башҡорт та, урындағы йолаларҙы, менталитетты яҡшы белгән урыҫ, татар һ.б. юҡ. Беҙҙең федераль үҙәк менән мөнәсәбәттәрҙе тамырынан үҙгәртергә кәрәк. Беҙ Рәсәй Федерацияһы Мәскәү өсөн генә түгел, ә төбәктәре өсөн дә икәнен федераль властың иҫенә төшөрөрбөҙ. Төбәктәр ни тиклем көслө булһа, ил шул кимәлдә ҡеүәтле буласаҡ.


    Наил Хәйруллин, Башҡор­тостандың Яҡутстан (Саха) Республикаһындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле, ҡоролтай делегаты:

    – Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы эшлекле шарттарҙа һәм юғары кимәлдә үтте. Был тарихи форумда милләтебеҙҙең генә түгел, тотош Башҡортостаныбыҙҙың, унда йәшәгән башҡа халыҡтарҙың үҫеш стратегияһы билдәләнде, алдағы йылдарға аныҡ маҡсаттар ҡуйылды.
    Мәғрур Торатау итәгендә «Салауат йыйыны» үтте. Бөтөн халыҡ шатланып байрам итте. Был сарала, хөрмәтле Президентыбыҙ Мортаза Рәхимовтың зирәк сәйәсәте арҡаһында, башҡорттарға ла, рустарға ла, татарҙарға ла, сыуаштарға ла, башҡа милләттәргә лә телдәрен, мәҙәниәтен, йолаларын камиллаштырыу, артабан үҫтереү өсөн республикабыҙҙа берҙәй үк мөмкинлектәр бирелгәнлеге асыҡ сағылды. Шуға күрә Башҡортостаныбыҙҙа дуҫлыҡ, туғанлыҡ сәскә ата, милләт-ара татыулыҡ нығый.


    Наилә Сәлихова, йәмәғәт эшмәкәре, Вәлидиҙең көрәштәше Юныс Бикбовтың ҡыҙы, Үзбәкстан ҡунағы, ҡоролтайҙа ҡатнашыусы иң өлкән милләттәштәребеҙҙең береһе (84 йәш):

    – Республиканың ни тиклем үҫешә барыуын күреү ҡыуандыра. Был – Президенттың һәм Башҡортостандың уңған халҡының ҡаҙанышы. Минең тамырҙарым ошо төйәк менән бәйле. Әле Башҡортостандың бөгөн Европаса төҙөкләнеүен нисек юғары ҡаҙаныш тимәйһең! Был төбәктә йәшәгән халыҡ бәхетле.
    Теләгем бар: йәшнәп йәшәгеҙ, милләттәштәр, үрсегеҙ. Башҡорт халҡы сабыр һәм түҙемле бит ул, ҡуйған маҡсаттарына ирешеүсән.


    Тимур Әйүпов, Ҡырғыҙстан делегаты, Ош ҡалаһынан, тарихсы:

    – Мин Урта Азия тарихын өйрәнеүсе өс ғалим – Әхмәтзәки Вәлиди, Абдулҡадир Инан һәм Әбүбәкир Диваев хеҙмәттәре буйынса очерк яҙам. Үҙем Ҡырғыҙстанда тыуһам да, тамырҙарым менән Ырымбурҙан, ҡарт олатайым күсеп килгән (милләттәшебеҙ матур итеп башҡортса һөйләшергә тырыша – авт.). Әле башҡорттар өсөн ғорурланып йөрөйөм. Телде белеүем – үҙемде халҡым улы итеп тойоуым һөҙөмтәһе. Башҡортостан менән аралар яҡын булмаһа ла, күңел башҡортлоғомдо оноттормай.
    Беҙ, яҡшы яҡҡа аҙымдар көслө булыр, тип өмөтләнәбеҙ. Форум киләсәкке үҫеш өсөн импульс булырға тейеш.



    авторы: Нур | 15 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
    Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Күңел зарын хәл итһен Ҡоролтай
  • Тамырҙарыбыҙ тәрәндән барлана, киләс ...
  • Оло маҡсаттар билдәләп
  • Ҡоролтай, үткән йылды йомғаҡлап, яңы ...
  • Эште әүҙемлештерегә кәрәк
  • + Новости Баш-портала

    Новости, история, культура и политика Башкортостана. Каталог статей, фотохостинг, создание аватар

    добавить на Яндекс
    Эҙләү

      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru