Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайында Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Рәлиҙә Шакирова «Республика халҡының сәләмәтлек торошо» тип исемләнгән доклад менән сығыш яһап, ҡатын-ҡыҙҙар, әсәләр һәм балаларҙың һаулығы тотош милләт һаулығы күрһәткесе ул, тип билдәләне. Мәғлүмәттәргә күҙ һалһаҡ, һуңғы йылдарҙа республикала халыҡ һанының тәбиғи артыуы күҙәтелә. Тыуым күрһәткесе биш йыл эсендә 27 процентҡа үҫкән, ә бер йәшкә тиклемге балалар һаны 19,5 процентҡа күбәйгән. 2010 йылда ун һигеҙ йәшкә тиклемге балалар һаны 839 мең бала иҫәпләнә. Шулай уҡ һуңғы йылдарҙа сабыйҙар араһында үлем осраҡтары кәмегән. Был бөтә кимәлдәге башҡарма власть органдары, дауалау-профилактика учреждениелары, медицина хеҙмәткәрҙәренең берҙәм эш һөҙөмтәһе. Сығышта билдәләнеүенсә, халыҡтың сәләмәтлеген яҡшыртыу буйынса саралар артабан да дауам итәсәк. Мәҫәлән, 2011 йылда өҫтөнлөклө милли проект сиктәрендә үҫмерҙәрҙе ентекле диспансерлаштырыу көтөлә. Шулай уҡ БР Хөкүмәте Республика клиник дауаханаһының заманса акушер-гинекология корпусын төҙөү тураһында ҡарар ҡабул итһә, Республика балалар клиник дауаханаһының неонаталь үҙәген реконструкциялау мәсьәләһе лә ҡарала. Башҡортостан – бала һаулығы тураһында ҙур хәстәрлек күргән төбәк. Республикала 54 балалар поликлиникаһы, ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы, акушерлыҡ стационарҙары «Балаға мәрхәмәтле дауахана» исемен йөрөтә. Бөтә донъя сәләмәтлек ойошмаһы тарафынан Йәштәр клиникаһы программаһы әүҙем индерелә. Рәлиҙә Шакированың фекеренсә, артабан да сәләмәт тормошто күҙ уңында тотҡан, микросоциаль мөхитте һауыҡтырыу буйынса мөһим йүнәлештәрҙе дауам иткәндә, тағы ла юғарыраҡ уңыштарға ирешергә мөмкин. Ҡоролтай ултырышында билдәләнеүенсә, был – комплекслы, ведомство-ара бурыс. Р. КҮСЕМХАНОВА. |