Артҡа ҡалһаң, тапалырһың.

Еңеүгә 65 йыл

Ҡоролтай

Республика йылы


Уҡытыусы йылы

  Иҡтисад

  Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш
Эҙләү
Төрлө яңылыҡтарПопуляр яңылыҡтар
» Заманса федерализм ниндәй булырға тейеш?
» Йәмәғәт Башҡортостан матбуғатын та ...
» Күңел күҙе
» «Йәшлек» спортта ла һынатмай
» Мең рәхмәт яуһын үҙегеҙг ...
» Хәтер юйылһа, хәтәр тыуа



«Башҡорт халҡына хат» Королтай
III Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы сиктәрендә уҙғарылған «Башҡорт халҡына хат» исемле был концерттан Салауат Юлаев майҙаны шау-гөр килеп торҙо.
Башҡорт эстрадаһының сағыу «йондоҙ»ҙары ҡатнашлығында ойошторолған концерт башҡорт йәштәренең беренсе ҡоролтайына бағышланды һәм унда республикабыҙҙың район һәм ҡалаларынан йыйылған 700-ҙән ашыу делегат, Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән һәм хатта сит илдәрҙән килгән ҡунаҡтар ҙа булды. Байрам, исеменән үк күренеүенсә, башҡорт халҡына мөрәжәғәт – хат рәүешендә ойошторолғайны. Белеүебеҙсә, халҡыбыҙҙың бөйөк улдары Салауат Юлаев, Мифтахетдин Аҡмулла, Шәйехзада Бабич, Әхмәтзәки Вәлиди, Рәми Ғарипов, үҙ заманында милләттәштәренә шулай итеп мөрәжәғәт иткән, уларҙың һүҙҙәре һәр башҡорттоң йөрәгенә үтеп инеп, уҡтай ҡаҙалған, көрәшкә әйҙәгән, яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа өндәгән һәм күп осраҡта тейешле һөҙөмтәләрен дә биргән. Был концертта ла бик күп артистар – Илсур Тайсин, Роберт Юлдашев, Сәғиҙулла Байегет, «Каруанһарай», «Далан», «Бүреләр», «Арғымаҡ», «Осҡон» төркөмдәре үҙҙәренең йырҙары, моңдары аша үҙ халҡына әйтер һүҙҙәрен еткерҙе. Йәштәрҙең күңеле был һүҙҙәрҙе ҡабул иткәндер, тип ышан­ғы килә.

Руфина ДӘҮЛӘТОВА.
 (голосов: 0)
авторы: Нур | 15 июня 2010 | | Фекерҙәр (0)
Оҡшаш яңылыҡтар:
  • Өсөнсө Бөтә донъя башҡорттары ҡор ...
  • III Бөтә донья Башҡорттары Ҡоролтайына арналғ ...
  • Оло йыйынға арналған тамашаларға рәхим итегеҙ
  • Ейәнсура һандуғасы дуҫтарын йыя[
  • «Изге йыр» – иң күркәм мәсет өсөн ...
  • Радио Юлдаш на башкирском языке Башкирский интернет-магазин по продаже шаль, пуховых платков Радио Ашкадар в уфе Баш портал


      Баш бит |   Теркәлеү |   Мәғлүмәт |   Эҙләү |   Сайттағы яңылыҡтар |   Беҙҙең турала |   Бәйләнеш

    2007 Создание сайтов www.ak-ufa.ru | © Редакция газеты "Йәшлек"| Внимание! Новый сайт работает по адресу: www.ye02.ru